+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
14 Июнь 2020, 20:50

Лагерҙарға яңы талаптар

Роспотребнадзор Рәсәйҙә балалар лагерҙарының үҙизоляциянан һуң яңы эш ҡағиҙәләрен раҫланы.

Балалар үҙ регионындағы лагерға ғына бара ала. Был талап федераль кимәлдәге ҡалаларға ғына ҡағылмай. Мәскәүҙәр - Мәскәү яны, Санкт-Петербургтыҡылар Ленинград өлкәһе лагерҙарына юллана ала, ә Ҡырым лагерҙары Севастополь балаларын ҡабул итә аласаҡ.
Лагерға бала автомобилдә генә килергә мөмкин. Аэропорттарҙағы һәм вокзалдарҙағы балаларҙың бәйләнешен әҙәйтергә тейешле “йәшел коридорҙар” пандемия менән бәйле барлыҡ сикләүҙәр туҡтатылғас ҡына эшләй башлай.
Һәр смена башланыр алдынан һауыҡтырыу ойошмаларының барлыҡ биналарында вирус режимы буйынса дезинфекция саралары ҡулланып генераль йыйыштырыу үткәрелә.
Лагерь хеҙмәткәрҙәре һәм балаларҙың үҙҙәренән башҡа биләмәгә бер кем дә инмәй – ата-әсәләр көнө, артистар һәм башҡа ҡунаҡтар килеүе тыйыла. Күмәк саралар, ярыштар һәм концерттар урынына Роспотребнадзор саф һауалағы сараларҙы күбәйтергә ҡуша. Түңәрәктәрҙә шөғөлләнеү теҙмәһе бер бүлмәлә мөмкин тиклем әҙ кеше йыйылырлыҡ итеп төҙөләсәк.
Һәр отрядҡа, балалар бер-береһенән кәмендә 1,5 метр арауыҡта урынлашырлыҡ итеп айырым бүлмә беркетеләсәк.
Барлыҡ хеҙмәткәрҙәр смена башланырҙан кәмендә 72 сәғәт алда COVID-19-ға ҡарата антитела булыуға иммун-фермент анализы (ИФА) тапшырырға тейеш. Лагерға килгәндә һәр баланың сәләмәтлек торошо тураһында документтарын: прививкалар һәм үткәргән ауырыуҙары, шул иҫәптән йоғошлолары тураһында белешмә, йоғошло сирлеләр, шул иҫәптән COVID-19 менән ауырығандар менән бәйләнеш булмауы тураһында дауалау селтәренән белешмә – булырға тейеш.
Көн һайын контактһыҙ термометрҙар менән балалар һәм хеҙмәткәрҙәрҙең температураһын мотлаҡ үлсәп, “иртәнге фильтр” уҙғарыласаҡ. ОРВИ-ға шик тыуғандарҙың барыһын да табиптар бригадаһы һәм ата-әсәләр килгәнсе айырым урынлаштырасаҡтар.
Бөтә бүлмәләрҙә дезинфекция үткәрелергә, ә персонал битлектәр һәм бирсәткәләр кейеп йөрөргә тейеш.
2020 йылдың йәйендә Рәсәйҙә балалар лагерҙарының эш ҡағиҙәләре, Рос-
потребнадзор талаптарына ярашлы, отрядтарҙың балалар менән иң күбе 50 процентҡа тулыуына иҫәпләнә.
Д.БЕЗДЕНЕЖНЫХ,
БР-ҙа Гигиена һәм эпидемио-логия үҙәге” Стәрлетамаҡ район-ара филиалының дөйөм гигиена табибы.
Читайте нас: