+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
16 Июнь 2020, 16:45

Ғаилә бизнесы дауам итә

Районыбыҙҙың илаһи тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Яңы Бурлы ауылында шәхси ярҙамсы хужалыҡ тотоп йәшәүсе Эльза Тимер ҡыҙы менән Риф Ғәҙи улы Мырҙағоловтар күптәргә бейә ҡымыҙы етештереү менән шөғөлләнеүсе булараҡ таныш. Уларҙың ғаилә бизнесы 2007 йылдан алып эшләй.

Мырҙағоловтарҙың крәҫтиән-фермер хужалығын күп тармаҡлы тип әйтергә кәрәк. Уларҙың эшмәкәрлеге ҡымыҙсылыҡ, йылҡысылыҡ, малсылыҡты үҫтереүгә ҡоролһа, ғаилә башлығы ҙур килем сығанағы булған ағас эше менән дә шөғөлләнә: бура бурай, таҡта, утын әҙерләп һата. Ситтән ярҙамға өмөт итмәй, үҙ ғаилә ағзаларының булдыҡлылығына, бөтмөрлөгөнә ышанып башлаған эштәре үҙ һөҙөмтәһен бирә, әлбиттә. Мырҙағоловтарҙың ғаиләһендә ике ҡыҙ бала – Элина менән Резеда ҡул араһына инеп, атай-әсәйҙәренә эшмәкәрлектәрендә төп ярҙамсылары була.
Ҡымыҙҙың һаулыҡты нығытыу ғына түгел, килем сығанағы ла, һыйыр һөтөнән ҡиммәтерәк булыуы ла билдәле. Улар ҡымыҙсылыҡҡа тотонған заманда был эсемлекте етештереүселәр ҙә юҡ кимәлендә, ә уны һораусылар күп булһа, хәҙер конкуренция ҙур, ти улар.
Шифалы ҡымыҙҙы бер баш бейәнән һауылған һөттән үҙ ғаиләһе өсөн генә етештерә башлаһалар, әкренләп мал башын арттыра барып, даими һатып алыусылары барлыҡҡа килә. Хужабикә Эльза Тимер ҡыҙы йылдар үткән һайын ҡымыҙ бешеү серҙәренә ныҡлы төшөнөп, оҫтара барып, хәҙер үҙенсәлекле, үҙенә башҡа тәмгә эйә шифалы эсемлек ҙур һорау менән файҙаланыла. Бөгөн хужалыҡта дөйөм 80-ләп баш йылҡы малы аҫралһа, ҡымыҙ бешеү өсөн 15-ләп бейә һауалар. Ҡымыҙ бешеү май айынан көҙгәсә дауам итә. Бөгөн был шифалы эсемлек 30-35-әр литр етештерелә. Һауын бейәләре көнөнә өс тапҡыр һауыла, заказ булғанда дүрт һауырға тура килә. Етештерелгән эсемлекте заказ буйынса 1,5 пластик шешәләрҙә Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларына ла оҙаталар.
Ат һарайы тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Уңған, эшһөйәр ғаилә аттарҙан тыш, шәхси ихатаһында һыйыр малдары, ҡош-ҡорт та аҫрай. Йүнсел хужабикә һыйырҙарҙың ағын эшкәртеп, ҡаймаҡ, эремсек һәм башҡаһын һатып, ғаилә бюджетына ярайһы ғына килем туплай. Өҫтәүенә, бер нисә баш малды һимертергә ҡуйып, итен һатып та аҡса эшләйҙәр.Эльза Тимер ҡыҙын үҙе етештергән малсылыҡ продукцияһы менән ауыл хужалығы йәрминкәләрендә йыш осратырға була.
Әлбиттә, ишле малға аҙыҡ та мул кәрәк. Бесәнде лә күпләп әҙерләйҙәр. Малдар өсөн 1 гектар майҙандағы ерҙә шәкәр сөгөлдөрө лә үҫтерәләр, бәрәңгене лә мул ултырталар. Һоло, люцерна, кәзә үләне, арпа, күп йыллыҡ үләндәр сәсеүгә өлгәшкәндәр. Бесәнде ташып алыу, ерҙәрҙе эшкәртеү өсөн үҙ техникалары бар. Быйыл “Нива” комбайны һатып алғандар.
Барлыҡ эштәрҙә, малдарҙы тәрбиәләү, бейә һауыу булһынмы, “татлы тамыр” эшкәртеүме, бәрәңге утаумы – йәйге уттай ҡыҙыу эш мәлендә Красноусолда йәшәүсе ҡыҙҙары ярҙамға ҡайта. Беҙ барғанда ла ҡыҙҙары Элина менән Резеда һәм уның тормош иптәше Илнур, ейәндәре Эмиль, ейәнсәрҙәре Эльвина менән Сафина ундалар ине. Ейән-ейәнсәрҙәре лә ҡулдарынан килгәнсә олатай-өләсәйҙәренә булыша.
Мырҙағоловтарҙың фермер хужалыҡтарын иркенәйтергә лә уйҙары бар. 1 гектар ер майҙанын рәсмиләштереп, ат фермаһы төҙөргә һәм йылҡысылыҡты үҫтерергә планлаштыралар.
Халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәтен тергеҙеп, атай-олатайҙар шөғөлөн дауам иткән Мырҙағоловтар кеүек ғаиләләр булғанда, ауылдарҙың йәшәйәсәгенә ышаныс ҙур.

Читайте нас: