Юғары әҙерлек режимына ярашлы сикләүҙәр шарттарында саралар халыҡ ҡатнашлығынан тыш уҙғарылды.
Бай эстәлекле концерт программаһын район мәҙәниәт һарайы артистары әҙерләгән. Фатирҙарҙа йәшәүселәр уларҙың сығыштарын тәҙрәләрҙән һәм балкондарҙан тамаша ҡылып алҡышланы.