+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
17 Июнь 2020, 12:23

Яу юлдарын байҡап

Һуғыш йылдары алыҫлаша барһа ла, ошо яуҙа ҡатнашҡан яҡын кешеләребеҙҙең батырлыҡтарын онотоу мөмкин түгел.

Атайымдың бер туған ағаһы, бабайым Тимербай Сабир улы Ғәзизов 1922 йылда Үзбәк ауылында тыуып үҫкән. Ауылда мәктәпте тамамлағас, 1937 йылда Белорет металлургия ПТУ-һына уҡырға кереп, уны 1939 йылда уңышлы тамамлай. Электросварщик һөнәре буйынса диплом алғас, Белорет депоһына эшкә урынлаша. Ә инде 1940 йылдан 1941 йылдың 21 майына тиклем Белорет ҡорос-сым канат заводында эшләгән.
Һуғыш башланғас, үҙ теләге менән хеҙмәткә алынып, Ҡораллы Көстәр сафына баҫа. Уны Белорет хәрби комиссариатынан Львов хәрби-пехота училищеһына ебәрәләр. Бында 9 айлыҡ тиҙләтелгән курста уҡып, кесе лейтенант званиеһы ала. Унан һуң Калинин фронтының 609-сы уҡсылар полкының 139-сы автоматсылар взводы командиры була. Яраланып бер ай госпиталдә ята. Һуңынан 1942 йылда 373-сө уҡсылар взводы командиры булып һуғыш юлын дауам итә. Контузия алып, Иваново ҡалаһындағы госпиталгә эләгә. Бер аҙ һауыҡҡас, айырым саңғысылар батальонында разведка офицеры булып, илебеҙҙе дошмандарҙан азат итә. Артабан 992-се уҡсылар полкында штаб начальнигы ярҙамсыһы була. Бабайыма 1944 йылда хәрби капитан исеме (приказ 1-ого Прибалтийского фронта за № 076) бирелә. 1945 йылдың 17 декабрендә оҙон һәм ауыр һуғыш юлдары үткән бабайым запасҡа ҡайтарыла.

Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн 1943 йылда Ҡыҙыл Йондоҙ, Бөйөк Ватан һуғышы ордендары, “Кенигсбергты алған өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдары һәм һуғыштан һуң Еңеүҙең 20, 30, 40, 50 йыллыҡ миҙалдары менән бүләкләнгән.
Һуғыштан һуң бер аҙ Еҙем-Ҡаран май заводында директор булып эшләй. Һуңынан Үзбәкстанға эшкә китә. Унда мәктәптә военрук булып хәрби-әҙерлек дәрестәрен алып бара. Ә инде кире тыуған яғына ҡайтҡас, Еҙем-Ҡаран мәктәбендә физкультуранан, Бурлы, Үзбәк мәктәптәрендә хәрби әҙерлек, хеҙмәт дәрестәренән уҡыта. Ул ниндәй генә ауыр һуғыш юлдары үтмәһен, ҡайҙа ғына эшләмәһен, һәр саҡ үҙ иленә, тыуған еренә тоғро булып ҡалған кеше. Бабайыбыҙҙың тәнендә һуғыш яралары була торғайны, былар ҙа уның үлемен яҡынайтҡандыр инде. Ҡәҙерле кешебеҙ 2002 йылда, Еңеүҙең 60 йыллығын күрә алмай вафат булды.
Бабайым Тимербай Сабир улының яуҙа күрһәткән батырлыҡтарына, ҡаһарманлыҡтарына таң ҡалып, һәр саҡ уның менән ғорурланабыҙ.
Флүрә ҒӘЗИЗОВА.
Үзбәк ауылы.
Читайте нас: