-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
19 Июнь 2020, 17:30

Изге теләктәрем

1965 йылда Сәйетбаба урта мәктәбен 36 уҡыусы тамамланы. Уҡыусылар бик тырыш, берҙәм, татыу булды. Ваҡыттарҙы булмай туҡтатып, тигәндәй, 55 йыл ғүмер үтеп тә киткән. Биш йыл һайын мәктәбебеҙҙә осраша торғайныҡ. Быйыл да планыбыҙ осрашыу ине. Билдәле сәбәптәр арҡаһында теләгебеҙ бойомға ашманы.

2015 йылдың май
айында төшкән фотобыҙҙы гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәм. Хәҙер уҡыусыларым 70 йәште уҙҙы. 36 уҡыусының яртыһы баҡыйлыҡҡа күскән. Йәндәре йәннәттә булһын.
Уҡыусыларым йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Педагог, табип, мәҙәниәт хеҙмәткәре, һатыусы һәм башҡа өлкәләрҙә маҡталып эшләп, хаҡлы ялға сыҡтылар. Үҙҙәре ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашалар.
Рәйсә Исхаҡова (Хәсәнова), Рәшит Шәрипов – юғары белемле педагогтар, Рәис Хәсәнов – табип, республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау министры ла булды, Рәүеф Фәйзуллин – хеҙмәт алдынғыһы, Хеҙмәт Даны ордены кавалеры, Рисәлә Шәйәхмәтова (Сөләймәнова) – шәфҡәт туташы, Рәйфә Ниғмәтуллина, Гөлсира Фәйзуллина (Кәримова) – уҡытыусылар, Рәйсә Ғүмәрова (Мөрәсова) – хеҙмәт алдынғыһы, өлгөлө, алты бала әсәһе. Балаларының һәр береһе һөнәр алып, маҡталып эшләп йөрөйҙәр. Әлфиә Түзбәкова (Исҡужина) – билдәле мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, шағирә, әүҙем йәмәғәтсе. Хәҙисә Рәхмәтуллина, Лира Ғирфанова, Фәнизә Вәлиева – хеҙмәт алдынғылары. Һәр берегеҙҙе һанап китә алмайым, ғәфү итегеҙ. Йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәүегеҙ өсөн ихлас күңелдән рәхмәтемде белдерәм. Алдағы ғүмерегеҙҙе имен тормошта йәшәргә насип булһын.
Мәҙинә ҒИБАҘУЛЛИНА,
класс етәксеһе, хеҙмәт ветераны.
Читайте нас: