+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
21 Июнь 2020, 13:30

Аҡ халатта табып бәхетте

Сәйетбаба табиплыҡ амбулаторияһында былтыр БДМУ-ны тамамлаған йәш табибәләр эш башлағайны. Ҡарағай ауылынан Гүзәл Мансур ҡыҙы Дауытова - терапевт, Туғай ауылынан (Сәйетбаба ауыл советы) Рәсимә Ришат ҡыҙы Рахманғолова – педиатр. Икеһе лә үҙәк район дауаханаһының маҡсатлы йүнәлтмәһе буйынса уҡыған.

2013 йылда Гүзәл Дауытова - Ҡарағай, Рәсимә Рахманғолова (алтын миҙалға лайыҡ булған) Сәйетбаба урта мәктәптәрен тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Башҡорт дәүләт медицина университетының тәүгеһе – дауалау, икенсеһе педиатрия факультеттарына уҡырға инә. 6 йыл ғүмер үтеп тә киткән, ҡулдарына табибә дипломдары алған йәш белгестәр тыуған райондарына эшкә ҡайта. Табибәләрҙе Сәйетбаба медицина учреждениеһына тәғәйенләйҙәр. Бергә уҡырға инеп, тәүге хеҙмәт юлын да бер ваҡытта башлаған ҡыҙҙар тыуған ауылдарынан йөрөп эшләй.
-Мин бала саҡтан стоматолог булырға хыялланғайным, әммә ра-йондан маҡсатлы йүнәлтмә булманы, өҫтәүенә, был факультетҡа инеү баллдары ла (Берҙәм дәүләт имтиханында йыйған баллдар иҫәпләнде) бик юғары ине. Шулай итеп, мин педиатрияны һайланым һәм бер ҙә үкенмәйем, сөнки балалар менән эшләүе оҡшай, - ти Рәсимә. – Минең ҡарамаҡта ике ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙағы яңы тыуған сабыйҙарҙан алып 18 йәшкә тиклемгеләр, бөтәһе 800-ләп бала иҫәпләнә.
Йәштәрҙе Сәйетбаба табиплыҡ амбулаторияһында 6 кешенән торған коллектив йылы ҡабул иткән, ышаныс белдереп, һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙалар. Ауыл халҡы ла бик ҡәнәғәт. Балалар табибы айырыуса был төбәккә бик кәрәк. Табибәләр һәр йәһәттән үҙәк район дауаханаһы етәкселеге, белгестәренең ярҙамын, фәһемле кәңәштәрен тойоп эш итәләр.
Балалар табибының да, терапевтың да кабинетынан бер ҡасан да кеше өҙөлмәй. Сәйетбаба һәм Имәндәш ауыл биләмәләренә ҡараған ауылдар халҡын хеҙмәтләндерә улар, өйҙәргә саҡырыуҙарға ла йөрөйҙәр. Гүзәл Мансур ҡыҙы табиплыҡ амбулаторияһында көндөҙгө стационарҙы етәкләй, өҫтәүенә, Красноусол үҙәк район дауаханаһына табип дежурлығына ла ваҡыт таба.
Медицина өлкәһе белемде даими камиллаштырып тороуҙы талап итә, шуға ла табибәләр бында өс йыл эшләп, бер аҙ тәжрибә туплағас, уҡыуҙарын ординатурала дауам итергә планлаштыра.
Үҙәк район дауаханаһы етәкселеге лә, был төбәк
ауылдары халҡы ла йәштәргә ҙур өмөттәр бағлай. Иң кешелекле һөнәрҙе һайлаған табибәләр киләсәктә медицина өлкәһенең яңынан-яңы серҙәренә төшөнөп, белемдәрен камиллаштырып, йылдар үткән һайын тәжрибә туплап, Гиппократ антына тоғролоҡ һаҡлап, аҡ халатҡа тап төшөрмәй, кешеләр сәләмәтлеге һағында уяу торорҙар, районыбыҙ медиктарының ҙур коллективын тулыландырып, хаҡлы ялдағы табиптарҙың юлын ышаныслы дауам итерҙәр, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Йәш табибәләр иһә үҙ сираттарында барлыҡ коллегаларын һөнәри байрамдары – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе.
Читайте нас: