+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
21 Июнь 2020, 11:05

Ауыл фельдшеры

Иҫке Тайыш ауылы фельдшер-акушерлыҡ пунктының юғары категориялы фельдшеры Венера Абдрахманованың медицина өлкәһендә эшләүенә өс тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үткән.

Венера Миңлейәр ҡыҙы һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә 1989 йылда килә. Шунан бирле Салауат медицина училищеһын тамамлаған белгес – шәфҡәт туташы кеше сәләмәтлеге һағында уяу тора. Дипломлы йәш белгес Красноусол үҙәк район дауаханаһының йоғошло ауырыуҙар бүлексәһендә хеҙмәт юлын башлап, яратып һайлаған һөнәре серҙәренә бер аҙ төшөнгәс, тыуған ауылына эшкә тәғәйенләнә. Иҫке генә медпунктта эшләргә тура килә уға. Артабан Өфөлә медицина колледжында белемен камиллаштырып, фельдшер дипломына эйә була. 2005 йылда ФАП мәсет менән бер бинаға (өр-яңы булмаһа ла, яңыртып, һипләп һалынған) күсерелеп, тантаналы шарттарҙа асыла. Фельдшер Иҫке Тайыш һәм Таш-Аҫты ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә. Ауылда медицина хеҙмәткәрҙәренең һөнәри бурыстары айырыуса күп: прививка яһау, укол һалыу, иҫәптә торған хроник сирлеләр, ҡатын-ҡыҙҙар, яңы тыуған сабыйҙар, буласаҡ әсәләр һәм балалар менән эшләү һәм башҡа бик күп профилактик эштәр. Халыҡ беренсе медицина ярҙамы алыу өсөн дә мөрәжәғәт итә. Көтөлмәгән төрлө хәлдәр, ҡапыл сирләп киткән осраҡтарҙа тап ауыл фельдшерынан медицина ярҙамы, белем, тәжрибә, яуаплылыҡ, йыйнаҡлыҡ талап ителә. Был йәһәттән Венера Миңлейәр ҡыҙының тәжрибәһе етерлек.
Бөгөн ФАП медицина талаптарына яуап бирә. Пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн бар шарттар ҙа булдырылған.
-Мин Красноусол үҙәк район дауаханаһында баш табип Алик Барый улы Яруллин эшләгән заманда эш башланым. Унан һуң табиптар алышынып, бөгөнгөһө Алик Рәмил улы Йәнешев төпкөлдәге ФАП-тарҙы күҙ уңынан ысҡындырмай, медицина ҡорамал-ҡоралдары менән тәьмин итеүгә күп көс һала. Бина утын яғып йылытыла, ҡышҡыһын йылы етмәй, һалҡын ине, етәксе электр йылытҡыстары, бер түгел ике һыуытҡыс (дарыуҙар һәм вакциналар өсөн), беренсе ярҙам күрһәтеү өсөн дарыуҙар, беренсе ярҙам күрһәтеү кәрәк-яраҡтары менән фельдшер сумкаһы хәстәрләне. Беҙҙең төбәккә нигеҙҙә йөрәк-ҡан тамырҙары, шәкәр диабеты кеүек хроник сирҙәр хас, ололар быуын ауырыуы менән яфалана. Һәр ҡайҙағыса, сабыйҙар әҙ тыуыуы күңелде ҡыра, һуңғы йылда беҙҙә бер генә бала донъяға килде, быйыл иһә ике генә сабыйҙың тыуыуы көтөлә, - ти фельдшер эшмәкәрлеге менән таныштырып.
Шәхси тормошона килгәндә, Венера ауылдашы Әхмәр Иҫәнбай улы менән 28 йыл бер төптән булып, татыулыҡта йәшәйҙәр. 5 һыйыр, 3 ат, ваҡ мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Абдрахмановтар өс малай тәрбиәләп үҫтерәләр, ике ейәндәре бар. Улдарының өлкәне – Айбулат, ғаиләһе менән Салауат ҡалаһында йәшәй, ҡотҡарыу хеҙмәтендә эшләй, ике улға атай. Айтуғандары – Өфөләге Аграр университеттың энергетика факультетын тамамлап, ҡулына диплом аласаҡ, әрме хеҙмәтенә әҙерләнә. Иң кесеһе – Ильяс 5-се класты тамамлаған.
Ауылдаштары сәләмәтлеге һағында уяу торған фельдшерҙың һөнәри байрамы көнөндә йөҙө яҡты.
Читайте нас: