-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
21 Июнь 2020, 18:10

Сабыйҙарға ғүмер бүләк итә

Үҙәк район дауаханаһының бала табыу бүлексәһендә күңел ҡушыуы буйынса яратып һайлап, булмышына тап килеп торған 33 йыл ғүмерен изге – акушерка һөнәренә арнаған Лилиә Зөфәр ҡыҙы Ғәлиәхмәтова алыштырғыһыҙ акушер-каларҙың береһе.

Ҡотлоғужа ауылында тыуып-үҫеп, ошонда мәктәпкә уҡырға төшөп, 8-се класҡаса белем алып, Игенйылға мәктәбендә өлгөргәнлек аттестатына эйә булған ҡыҙ Стәрлетамаҡ медицина училищеһының акушерҙар әҙерләү бүлегенә уҡырға инә. Студент йылдары һиҙелмәй ҙә үтеп китә. 1987 йылда дипломлы йәш белгес тыуған районына ҡайтып, бала табыу бүлексәһендә эш башлай һәм ошо көнгәсә бында ғүмерлек һөнәренә тоғро ҡалып, бай тәжрибәгә эйә булып, фиҙаҡәр хеҙмәт итә. Ошо йылдар арауығында акушерка меңәрләгән сабыйға ғүмер бүләк итеүгә өлгәшкән.
Һәр эшкә яуаплы ҡараған, үҙ эшен төплө белгән, тәжрибәле Лилиә Зөфәр ҡыҙын 2008 йылда бүлексәнең өлкән шәфҡәт туташы итеп тәғәйенләйҙәр. Әммә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге үҙгәрештәр районыбыҙ дауаханаһына ла ҡағылмай үтмәгән, бөгөн бер нисә бүлексә берләштерелеп, бала табыу бүлексәһендә койкалар һаны 7-гә генә (кисектергеһеҙ бала табыусылар өсөн), гинекология бүлексәһендә иһә 5 койка ҡалдырылған. Йөклө ҡатындар сабыйҙарын табырға Стәрлетамаҡ ҡалаһы дауаханаһына оҙатыла.
- Бүлексәлә эшләү дәүеремдә сетерекле хәлдәр ҙә булғыланы. Беҙҙең юғалып ҡалмауҙы, кисектергеһеҙ мәлдә дөрөҫ ҡарар ҡабул итеүҙе талап иткән эшебеҙҙә эргәңдә табиптар булмағанда бар белемеңде, тәжрибәңде эшкә ҡушып, сабыйға ла, әсәгә лә зыян килтермәй, барыһын да эшләргә тура килгән осраҡтар ҙа осрай ине, - ти үткәндәрҙе иҫенә төшөрөп кендек әсәһе. - Мин күп кенә табип-гинекологтар, бөгөн бала табыу бүлексәһенең алыштырғыһыҙ, бай тәжрибәгә эйә, үҙ эшенә мөкиббән мөдир Өлфәт Гәрәй улы Арыҫланов, шулай уҡ Хәләф Мөхәмәт улы Ғибаҙуллин, Светлана Ғәзиз ҡыҙы Шәрәфетдинова, балалар табиптары Мария Сергеевна Кулагина, Әхмәт Хәйрулла улы Ҡоломбәтов, Наил Ғәлимнас улы Ғимранов, Динара Абаевна Кулагина (әлеге педиатр), хеҙмәттәштәрем – өлкән шәфҡәт туташы Валентина Пальгова, акушеркалар Нәжибә Ҡәләмова, Инзира Вахитова, Мәҙинә Исламғолова, Лилиә Иҙрисова, Зөлфиә Щеголева, Надежда Шаталина һәм башҡалар менән бер төптән булып, бер-беребеҙгә ярҙамлашып эшләүем менән бәхетлемен, - ти Л.Ғәлиәхмәтова ҙур ҡәнәғәтлек менән.
Лилиә Зөфәр ҡыҙы шәхси тормошонда ла бәхетле. Үҙе лә ике бала әсәһе, бер ейәнгә өләсәй ҙә. Улдарының өлкәне Айнур – Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй, ғаилә ҡороп, әсәһен өләсәй булыу бәхетен татытҡан. Кесеһе Рудиль Өфө дәүләт нефть техник университетының 1-се курсын тамамлаған. Тормош иптәше Яугилде ауылынан ағас эше оҫтаһы Радик Рәхим улы менән ҙур, иркен йорт һалып инеп, татыулыҡта ғүмер итәләр.
Донъялағы иң илаһи мәлдәрҙең береһе – йәшәү даулап, яҡты донъяға яр һалып сабый тыуа. Һәр баланың яҡты донъяға килеүенә ярҙам итеүсе һөнәр эйәһе булыуынан ҙур ҡәнәғәтлек кисереп, кинәнес алып, үҙенең ғүмерлек һөнәренән йәм, ғәм табып эшләй һәм Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн лайыҡлы ҡаршылай Лилиә Ғәлиәхмәтова.
Читайте нас: