+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
21 Июнь 2020, 12:20

Һынауҙы лайыҡлы үтәбеҙ

Тормоштоң һис көтөлмәгән боролош ала алыуын, ҡыҫҡа ғына ваҡытта бөтөнләй икенсе яғы менән асылыуын беҙҙе уҙған 2019 йылдың июненән айырып торған ваҡыт арауығы бик асыҡ күрһәтте. Үҙенең ҡатмарлыҡтарына, кө-төлмәгән яңы һынауҙарына ҡарамаҫтан, йыл ваҡиғаларға бай, һөҙөмтәле булды.

Әйтергә теләгән төп һүҙем – кадрҙар тураһында. Коллективтың эш һөҙөмтәләре, тимәк, халыҡтың сәләмәтлеге уның ни кимәлдә комплектланған һәм ойошҡан булыуынан тора. Уҙған осорҙа беҙҙең коллективҡа 9 табип килде. Улар: участка педиатрҙары Зөлфиә Әхтәрйән ҡыҙы Камалетдинова, Илшат Фәрит улы Мәҡсүтов, Рәсимә Ришат ҡыҙы Рахманғолова, участка терапевтары Гөлнара Ринат ҡыҙы Зәйнуллина, Гүзәл Мансур ҡыҙы Дауытова, Лиана Фәиз ҡыҙы Әбүбәкирова, теш табибы-терапевы Фәнирә Миңнулла ҡыҙы Әбүталипова, инфекционист Эльза Валерик ҡыҙы Яхина, офтальмолог Ольга Дмитриевна Лобанкова. Шулай уҡ 8 урта медицина персоналы өҫтәлде, уларҙың береһе – ашығыс ярҙам фельдшеры һәм йәнә береһе ФАП мөдире. Ике хөрмәтле докторыбыҙға – Сәлимгәрәй Миңлегәрәй улы Байгилдин менән Муса Хәмзә улы Сабитовҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡа-ҙанған табибы” тигән юғары исем бирелде.
Дауахананың һәм уның бүлектәренең матди-техник базаһын нығытыу йәһәтенән бик күп эшләнде. Йоғошло ауырыуҙар бүлексәһе бинаһын капиталь ремонтлау, үҙәк район дауаханаһы ҡыйығын ремонтлау тамамланды, Сәйетбаба табиплыҡ амбулаторияһында ремонт башланды. Байымбәт һәм Уҫман ауылдарында ике модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө, Үзбәк ауылы ФАП-ы мәктәп бинаһына күсерелде.
Бөгөн бер тармаҡта ла IT-технологиялар ҡулланмайынса эшләү мөмкин түгел. Үҙәк ра-йон дауаханаһында райондың һаулыҡ һағын мәғлүмәтләштереү бу-йынса ҙур эш алып барыла. Бик күп оргтехника алып ҡайтылды. 11 ФАП-ҡа Интернет үткәрелде. Үҙәк район дауаханаһы һәм ауыл табиплыҡ амбулаториялары оптик-сүс элемтәгә күсерелде.
Дауаханаға иң яңы ҡорамалдар килде, улар диагностика мөмкинлектәрен киңәйтеп, беҙҙең пациенттарға медицина тикшереүҙәре үтер өсөн райондан ситкә йөрөмәҫкә мөмкинлек бирәсәк. Беҙ наркоз аппараты, маммограф, ике эш урынына иҫәпләнгән рентген аппараты алдыҡ.
Был йыл беҙҙең өсөн һынау йылы булып торҙо. Коронавирус пандемияһы башлыса, әлбиттә, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылды. Коронавирус киҙеүе таралыу шарттарында эшләгән бер нисә ай шуны күрһәтте: беҙҙең медицина персоналы был һынауҙы лайыҡлы үтә, Красноусол үҙәк район дауаханаһында егәрле, берҙәм профессиональ коллектив эшләй.
Медицина хеҙмәт-кәрҙәре көнө алдынан районыбыҙҙың барлыҡ кешеләренә һәм ҡунаҡтарына үҙ һаулығына һәм яҡындарының сәләмәтлегенә иғтибарлы булыуҙарын, тыныслыҡ, ғаилә именлеге, ә дауахана коллективына – артабанғы хеҙмәт уңыштары, үҙ-ара аңлашып һәм бер-береңә терәк булып эшләүҙәрен теләйем.
Алик ЙӘНЕШЕВ,
Красноусол үҙәк район
дауаханаһының баш табибы. 
Читайте нас: