+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
23 Июнь 2020, 13:55

Хәтерҙән юйылмаҫ был көн Кисә район халҡы Хәтер һәм ҡайғы көнөн билдәләне

Бынан 79 йыл элек 1941 йылдың 22 июне таңғы сәғәт 4-тә фашистик Германия ғәскәрҙәре иҫкәртеүһеҙ Советтар Союзына баҫып инә. Дүрт йылға һуҙылған яуҙа рәсми мәғлүмәттәр буйынса 27 миллион кешенең ғүмере өҙөлә, йөҙҙәрсә мең ауыл һәм ҡала ер менән тигеҙләнә. Башҡортостан ил азатлығы өсөн көрәшкә 700 меңгә яҡын ул һәм ҡыҙҙарын оҙата. Уларҙың һәр икенсеһе тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтмай. Һәләк булғандар һәм хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә 6 меңгә яҡын яҡташыбыҙ ҙа бар.

Кисә район халҡы Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарының, тыл ветерандарының батырлығын хөрмәтләп иҫкә алды. Ауылдарҙағы һәйкәлдәргә, обелискыларға сәскәләр һалынды. Красноусолда йәшәүселәр ҙә таңғы сәғәт 4-тә Геройҙар Аллеяһы алдындағы майҙанға йыйылды. Район хакимиәте башлығының мобилизация эштәре буйынса ярҙамсыһы В.И.Герасимов митингыны асып, тәүге һүҙҙе Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса хәрби комиссариат вәкиле А.Ш.Фәйезовҡа бирҙе. Ул, илебеҙ тарихындағы иң аяуһыҙ һуғышта батырлыҡтар күрһәткән яугирҙарҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Уларҙың Тыуған иленә, ғаиләһенә, балаларына булған оло мөхәббәте бар ауырлыҡтарҙы еңергә көс биргән, тине һәм барыһына ла именлек, тыныс күк йөҙө теләне. Артабан район ветерандар советы рәйесе Эльвира Әнүәр ҡыҙы Мөлөкова, Красноусол ауылы ветерандар советы рәйесе В.А.Суслов һөйләне. Эльвира Әнүәр ҡыҙы яуҙа ятып ҡалған яҡташтарыбыҙ, Еңеүҙе яҡынайтыуға күп көс һалған тыл ҡаһармандары, аслыҡ-яланғаслыҡ кисергән һуғыш йылы балалары – барыһы өсөн дә был көндөң ауыр хәтирәләрҙе яңыртыуын, киләһе быуындарға ошо тарихты еткереү беҙҙең бурысыбыҙ икәнен билдәләне. Василий Александрович Сусловтар ғаиләһенән 8 кешенең һуғышҡа китеүе, уларҙың өсәүһенең һәләк булыуы, бынан 79 йыл элек хәрби частан Усолкаға ялға ҡайтҡан офицер Иван Сусловтың тәүгеләрҙән булып яуға кереүе, тағы ла бер бабаһы-өлкән сержант Михаилдың Берлинғаса барып етеп, рейхстагта үҙ исемен яҙып ҡалдырыуы һәм башҡа туғандарының батырлыҡтары тураһында тулҡынланып бәйән итте.
Сығыштарҙан һуң яуҙа башын һалғандар иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде, Мәңгелек ут янына сәскәләр һалынды, Хәтер шәмдәре ҡуйылды.
Читайте нас: