+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
23 Июнь 2020, 20:30

Юлдар төҙөкләндерелә

Юлдарыбыҙ төбәгебеҙҙең көнитмешен, йәшәйешебеҙҙең төҙөклөгөн күрһәтеп тора. Ысынлап та, юлдарға күп нәмә бәйле. Бер туҡтауһыҙ ағылған машиналарҙың хәүефһеҙлеген дә, юлдарҙа тыныслыҡты ла тәьмин итә.

Һуңғы йылдарҙа район юлдарын тәртипкә килтереү, асфальт, ҡырсынташ түшәү, күтәртеү кеүек эштәргә ҙур иғтибар бирелә. Был йүнәлештә район юл төҙөү-ремонтлау идаралығы айырыуса тырышлыҡ һалып эшләй. Ошо көндәрҙә район юлсыларына Табын ауылы яғынан Красноусолға табан 1 километр оҙонлоҡтағы юлға асфальт һалыу бурысы ҡуйылған.
- Башлаған эште икенсе аҙнаға эшләп бөтөрөрбөҙ, тип уйлайбыҙ. Беренсе ҡатлам түшәлеп, әле икенсе ҡатламын йәйеү менән мәшғүлбеҙ. Боролоштарҙы ремонтлап, юл билдәләрен ҡуйыу һәм ситтәрен һыҙып сығыу ҡала. Бында асфальт һалыу буйынса үҙ эшенең оҫталары машинист-юл түшәүсе Сергей Федоров, катуклаусылар Наил Бәхтийәров, Әхтәм Ғәйнуллин, мастер-водитель Илшат Ғәйнуллин, “КДМ” водителе Олег Зверев ҙур тырышлыҡ һалып эшләй. “КамАЗ” водителдәре Вячеслав Каргер, Салауат Ғайсаров, Рафиҡ Ғәлиев Ғафури асфальт-бетон цехынан эҫе асфальт менән тәьмин итеп, ҡатмаҫ элек тиҙ арала таратып, эштең тотҡарлығына юл ҡуймайҙар. Бригада мастеры Ирик Стукалов, юл эшселәре Сергей Федосеев, Максим Суздальцев, Камил Садиҡов, Дим Мөхәмәтхановтың тырышлығын да билдәләп үтмәй мөмкин түгел, - тип таныштырып үтте идаралыҡтың баш инженеры Эдуард Марат улы Бохармәтов.
Бынан тыш та юлсыларға йәй буйына эш етерлек. Юлсы хеҙмәте ауыр ҙа, шул ваҡытта яуаплы ла. Тейешле технологияны теүәл үтәмәгән осраҡта юлдар ҙа оҙаҡ хеҙмәт итмәйәсәк, сифаты ла кире тәьҫир итеүсән. Шуға ла идаралыҡта эшләүсе хеҙмәткәрҙәр үҙ бурыстарын намыҫ менән башҡарып өйрәнгән. Көҙгө кеүек ялтырап ятҡан һәм заман талаптарына яуап биргән юлдан йөрөү һәр кемгә күтәренке кәйеф тә бирә бит. Юлсыларға ауыр эштәрендә еңеллек, уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Читайте нас: