-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
23 Июнь 2020, 11:45

Жуков толпарын өйрәткән

24 июндә илебеҙ өсөн ҙур тарихи ваҡиға – Мәскәүҙә Еңеү парады үтәсәк.

Билдәле сәбәптәр менән 9 Майҙа үткәрелмәгән Еңеү парадының тап ошо көнгә күсерелеүе осраҡлы түгел. Бынан тап 75 йыл элек, 1941-45 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында совет ғәскәрҙәре фашист Германияһын тар-мар иткәс, Еңеү парады 1945 йылдың тап 24 июнендә үтә. Әйткәндәй, был парадта беҙҙең яҡташтарыбыҙ ҡатнашҡаны ла билдәле. Мәҫәлән, Ҡолҡан ауылында тыуған, күп йылдар Сәйетбаба ауыл Советын етәкләгән Фәйзулла Әһел улы Хәйруллин унда ҡатнаша.
1945 йылғы Еңеү парадын күптәребеҙ кинокадрҙарҙа тарихҡа ингән мәшһүр күренеш – Советтар Союзы Маршалы Георгий Жуковтың ап-аҡ атҡа атланып хәрби парадты ҡабул итеүе тип белә. Эйе, яугирҙарыбыҙҙың ҡаҡшамаҫ рухы, бөйөк ҡаһарманлығы сағыла ошо күренештә, уны тетрәнмәй, ғорурлыҡ кисермәй ҡарау мөмкин түгел.
Ә бына Жуков менгән атты беҙҙең яҡташыбыҙ өйрәткәнен күптәр белмәйҙер. Бына шундай ҙур мәртәбә лә, яуаплылыҡ та Исмәғил Абдулла улы Әбделмәновҡа йөкмәтелгән була. Яҡташыбыҙ һынатмаған! Ләкин уның үҙе хаҡында мәғлүмәттәр юҡ кимәлендә. Бәлки, гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында йомғаҡтың осон белеүселәр барҙыр?
Читайте нас: