+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
26 Июнь 2020, 14:00

Хәрби парадта ҡатнашҡан егет

Илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған хәрби парад уҙҙы. Коронавирус эпидемияһы сәбәпле быйыл 9 майҙа үтергә тейешле сара Владимир Путин ҡарары менән 24 июнгә күсерелде. Рәсәй Президенты әйтеүенсә, 24 июндәге парад тарихи ғәҙеллек һәм хәтерҙе тергеҙеү яғынан әһәмиәтле.

Бынан 75 йыл элек нәҡ ошо көндө – 1945 йылдың 24 июнендә фашизмды еңгән Совет һалдаттары ҡатнашлығында Еңеү парады үткән. Тарих ҡабатлана, әммә бөгөн ул илебеҙҙең ҡеүәте һәм көсө, Бөйөк Еңеүҙе алып килгән яугирҙарға һәм тылда эшләгән хеҙмәтсән халыҡҡа, һуғыш ҡорбандарына мәңгелек дан йыры сағылышы булып тора.
Парадта 14 меңдән ашыу хәрби ҡатнашып, уларҙың бер өлөшө Бөйөк Ватан һуғышы йылдары кейемендә үтте. Хәрби парадҡа 230 берәмек техника йәлеп ителгән. Улар араһында һуғыш йылдары ҡоралдары һәм яңы техника өлгөләре бар. Мәскәү күге өҫтөндә шулай уҡ авиация парады ойошторолоп, кисен күкте ярып салют балҡыған.
Ошо сарала районыбыҙ егете Илмир Рәсих улы Әбделмәновтың ҡатнашыуы ла шатлыҡлы күренеш булды. 2000 йылғы егет ноябрь айында Калининск ҡалаһындағы хәрби-музыкаль оркестр часына хәрби хеҙмәткә алына. Уға тиклем туғыҙынсы кластан һуң Салауат ҡалаһында дүрт йыл уҡып музыкаль колледждың баян бүлеген тамамлаған. Уҡығанда уҡ бейеү, йыр конкурстарында ла ҡатнашып йөрөгән. Дипломлы йәш белгес армияға алынғансы Стәрлетамаҡ филармонияһында эшләп тә өлгөргән. Әлбиттә, был һәләте нәҫелдән килә тиһәң дә була, олатаһы, атаһы ла гармунда оҫта уйнаусылар һанала. Ғаиләлә берҙән-бер бала булған Илмир Ибраһим ауылында йәшәүсе әсәһе Рима Илфат ҡыҙы һәм атаһы Рәсих Рәшит улының да ғорурлығы булып тора. Илмирға иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтып, яҡты хыялдарын тормошҡа ашырыуын теләп ҡалабыҙ.
Читайте нас: