- Рөстәм Рифат улы, тәҡдим ителгән төҙәтмәләрҙе индереү ниңә кәрәк?
- Һүҙҙе шунан башлайыҡ: Рәсәй Конституцияһы ҡатмарлы иҡтисади һәм сәйәси хәл шарттарында ҡабул ителде. Ул саҡта илдең артабанғы үҫешенең бөтә нескәлектәрен, аҙымдарын алдан күреү мөмкин түгел ине. Бөгөн беҙ 1993 йыл менән сағыштырғанда бөтөнләй икенсе ваҡытта йәшәйбеҙ. Сәйәси, иҡтисади хәл ныҡ үҙгәрҙе. Тормош хәҙер яңы принциптарҙы - Конституция ҡабул иткән саҡта утыҙ йыл алда ни булаһын күҙаллау һис мөмкин булмаған нәмәләрҙе Конституция кимәлендә нығытып ҡуйыуҙы талап итә. Бөгөнгө ысынбарлыҡты анализлауҙы иҫәпкә алып, төҙәтмәләр теҙмәһе әҙерләнде. Улар суверенитетты һәм илдең оборона һәләтен нығытыуға, Президент, төбәк башлығы, депутат һәм сенатор вазифаларына кандидаттарға ҡарата талапты ҡәтғиләндереүгә йүнәлтелгән, былар коррупцияны бөтөрөү, власть органдарына һәр төрлө авантюристарҙы яҡын юллатмау өсөн кәрәк. Төҙәтмәләрҙең байтаҡ өлөшө хеҙмәткә түләү, һаулыҡ һаҡлау, пенсия тәьминәте өлкәһендә граждандарға социаль гарантияларҙы күтәреү менән бәйле.
- Ни өсөн һуң медиа өлкәһе бөгөн ике лагерға бүленгән? Тауыш биреүгә килергә һәм ил киләсәген билдәләүҙә ҡатнашырға тигән тәбиғи саҡырыуҙар менән бер рәттән социаль селтәрҙәрҙә тауыш биреүгә бойкот белдерергә өндәгәндәре лә осрай?
- Төҙәтмәләр тексы шаҡтай киң. Ҡәҙимге кешеләрҙең күпселеге уларҙы үҙаллы айыра-аңлай алмай. Ошондай хәл – илдә сәйәси һәм иҡтисади хәлде тотороҡһоҙландырыуҙы маҡсат итеп алған тарҡатҡыс сәйәси көстәр өсөн ысын табыш. Улар граждандарҙың ҙур ғына өлөшөнөң юридик компетенцияһыҙлығын алда торған тауыш биреү тирәләй һәр төрлө фейк һәм уйҙырмалар тыуҙырыу өсөн файҙалана. Шуның менән кешеләрҙең аңына баҫым яһайҙар, баштарын бутайҙар, аҡты – ҡара, ҡараны аҡ тип күрһәтәләр. Халыҡты ошолайтып психологик террорлауға беҙ айыҡ аҡылды ҡаршы ҡуябыҙ. Һайлаусыларға төҙәтмәләрҙең асылын аңлатабыҙ, илдә тормошто яҡшыртыу өсөн уларҙың ниңә кәрәк икәнен һөйләйбеҙ. Төҙәтмәләргә ҡарата принципиаль ҡарашҡа килһәк инде, Конституция – ул илдең барлыҡ хоҡуҡи яланына нигеҙ һалыусы дәүләттең төп законы икәнен аңларға кәрәк. Тап шуға күрә лә уның төп тезистарының ниндәй булыуы бик мөһим.
- Һеҙҙең ҡарашҡа, ниндәй төҙәтмәләр айырыуса әһәмиәтле?
- Барыһы ла, әлбиттә. Әммә, әйҙәгеҙ, блоктар буйынса ҡарайыҡ. Ҙур сәйәсәткә ҡағылышлы һорауҙарҙан башлайыҡ. Мәҫәлән, 67-се статьяға төҙәтмәлә Рәсәй Федерацияһы территорияһының ниндәйҙер өлөшөн бүлдереп алыуға йүнәлтелгән ғәмәлдәргә, шулай уҡ бындай ғәмәлгә саҡырыуҙарға юл ҡуймаҫҡа, тип яҙырға тәҡдим ителә. Ни өсөн был мөһим? Әгәр иҫләһәгеҙ, 90-сы йылдарҙа беҙ субъекттарыбыҙҙың береһен – Чечняны саҡ юғалтманыҡ. Һуңғы йылдарҙа бәғзе сәйәси көстәр Курил утрауҙарын Японияға тапшыртырға ныҡыша. Ваҡыт-ваҡыт Себерҙе айырыу идеяһын алға һөрөргә маташыусылар пәйҙә була. Былар барыһы ла – һеҙҙең менән беҙҙең Тыуған илебеҙҙе киҫәктәргә бүлеп таратҡылауға йүнәлтелгән эштәр. Быға бөтә көс менән ҡаршы торорға кәрәк. Һәм конституцион хоҡуҡ – бында ғәйәт мөһим ресурстарҙың береһе. Дөрөҫ, 75 йыл элекке кеүек, асыҡтан-асыҡ баҫып инһәләр, Конституция менән генә һаҡланып булмаясаҡ. Әммә илде тарҡатырға маташҡан сәйәси дошмандар менән көрәшеү өсөн һөҙөмтәле хоҡуҡи майҙан кәрәк.
- Күрәһең, шул уҡ маҡсаттан сығып, Конституцияның халыҡ-ара хоҡуҡтан өҫтөн тороуын төҙәтмәләр менән нығытырға тәҡдим ителәлер?
- Эйе, 79-сы статьяға төҙәтмә тап шуны күҙ уңында тота. Бында асыҡлап үтке килә: бер кем дә беҙҙең илдә Федераль хоҡуҡтың халыҡ-ара хоҡуҡтан принципиаль өҫтөнлөгөн булдырырға тәҡдим итмәй. Һүҙ дәүләттең бөтөнлөгөн һәм Рәсәй граждандарының конституцион хоҡуғын яҡлау өсөн кәрәк булған айырым осраҡтар хаҡында, атап әйткәндә, халыҡ-ара килешеүҙәр Рәсәй Конституцияһына ҡаршы килеп тәфсирләнгән осраҡтарҙа Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы положениеларының халыҡ-ара килешеүҙәр положениеларынан өҫтөн булыуы хаҡында бара. Йәғни, әгәр беҙҙең Конституцияға ҡапма-ҡаршы килә икән, бер ниндәй дәүләт-ара орган да беҙҙең илгә үҙенең ҡарарын көсләп таға алмай. Әйтәйек, беҙҙең граждандарҙың хоҡуғын ҡыҫырға итһәләр, быға юл ҡуймаясаҡбыҙ, Рәсәй Ҡырымды йәки Курилды бирһен тиҙәр икән – быны эшләмәйәсәкбеҙ. Әйткәндәй, АҠШ-та ошоға оҡшаш закон күптән бар – бик хәйләле яҙылған алтынсы статья, Америка Конституцияһына ярашлы ҡабул ителгән федераль закондар, шулай уҡ ратификацияланған халыҡ-ара килешеүҙәр юғары закон булып тора, тип билдәләй. Йәғни һүҙ АҠШ тарафынан төҙөшөлгән халыҡ-ара килешеүҙәр тураһында бармаһа, федераль хоҡуҡ уларҙа халыҡ-ара хоҡуҡтан күрәләтә өҫтөн тора. Унда ла әле, ҡулай булмай башлаһалар, халыҡ-ара килешеүҙәрҙе теләгән ваҡытта ғәмәлдән сығарып була һәм федераль хоҡуҡ йәнә халыҡ-араныҡынан юғарыраҡ тора башлай. Практикала был АҠШ-ҡа үҙен тулыһынса бойондороҡһоҙ, ҡайһылыр осраҡтарҙа хатта үҙенең халыҡ-ара ареналағы ғәмәлдәре өсөн язаһыҙ тойорға мөмкинлек бирә. Бер илдең тотош планета кимәлендә тиерлек үҙ закондарын юғарыраҡ ҡуйыуы, ә икенсеһенең хатта үҙ биләмәһендә быны эшләй алмауы, минеңсә, һис дөрөҫ түгел.
- Ысынлап та, беҙ кемдән кәм? Үҙ бойондороҡһоҙлоғоң хаҡында һүҙҙә түгел, эштә белдерергә ваҡыт. Ни өсөн беҙҙең Конституцион нормалар Рәсәй биләмәһендә төп була алмай?
- Киң мәғлүмәт сараларында был төҙәтмәгә иғтибар әҙ бирелә. Миңә ҡалһа, ул иң мөһимдәрҙең береһе. Уның алдағы күп быуындарғаса илебеҙҙең милли мәнфәғәттәрен, иҡтисади хәүефһеҙлеген, территориаль бөтөнлөгөн һаҡлауҙы тәьмин итеүе лә әһәмиәтле. Ихтимал, күп осраҡта дәүләт-ара органдарҙың эшмәкәрлеген координациялаусы көнбайыш партнерҙары менән беҙҙең арала тап әлеге мәлдә ҡапма-ҡаршылыҡ юҡтыр ҙа. Әммә иртәгә нисек булыр - белмәйбеҙ. Үҙ дәүләтебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлауҙы алдан хәстәрләргә кәрәк. Килер быуындар бының өсөн рәхмәт әйтәсәк әле.
- Төҙәтмәләр ҡабул ителгән осраҡта ғәмәлдәге ил Президентының сроктарын нолгә ҡалдырыу тирәһендә әле күп бәхәстәр бара. Был темаға ҡарата һеҙҙең фекер нисек?
- Һүҙ 81-се статьяны үҙгәртеү тураһында бара. Унда “нолгә ҡалдырыу” тураһында бер нәмә лә әйтелмәгән, әлбиттә. Бер үк кешегә Президент вазифаһында ике сроктан артыҡ ҡалыуҙы тыйыу һаҡлана. Конституцияның әлеге редакцияһында яҙылғанса, бер-бер артлы түгел, ғөмүмән, ике сроктан артыҡ ҡалыу тыйыла. Асылда ғәмәлдәге Президентҡа ла, киләһеләренә лә талаптар ҡәтғиләнә. Элек ил менән бер-бер артлы ике срок етәкселек итергә, һуңғараҡ бүтән берәйһенән һуң йәнә ике, аҙаҡ өсөнсө тапҡыр ике срокка һайланырға һәм шулай сикһеҙ дауам итергә мөмкин булһа, был төҙәтмә индерелгәндән һуң бындай хәл мөмкин булмай. Шулай итеп, киләсәккә демократия принцибы көсәйә, ул күп лайыҡлы сәйәсмәндәрҙең ил менән етәкселек итеүенә мөмкинлек бирә һәм уларҙың йышыраҡ алмашыныуын тәьмин итә. Икенсе яҡтан, шул уҡ төҙәтмә илгә яҡын йылдарға тотороҡло үҫеш тәьмин итә, сөнки ғәмәлдәге ил башлығына үҙенең вәкәләтлек ваҡыты үткәндән һуң тағы ике мәртәбә һайланыу мөмкинлеге бирә. Был төҙәтмә ҡабул ителгән осраҡта, киләһе һайлауҙа үҙ кандидатураһын күрһәтеү ихтималлығы хаҡында Владимир Путин асыҡтан-асыҡ белдерҙе лә инде. Теоретик яҡтан ҡараһаҡ, ғәмәлдәге Президент, әгәр тағы ла ике тапҡыр һайлауҙа ҡатнашһа һәм һайлаусылар тарафынан хупланһа, власта 2036 йылға тиклем ҡала ала. Тап әле, сәйәси һәм иҡтисади хәлдәр ябай булмаған саҡта, власть алмашыныуы кәрәкмәҫ ине. Илде 90-сы йылдарҙағы һымаҡ “һелкетә” башлауы бар. Һуңғы ваҡытта сәйәси элита һәм бизнес, Владимир Путиндан һуң илдә барыһы ла үҙгәртеп бөтөләсәк тип ҡурҡып, вариҫ көтөп йәшәй. Кемдер сәйәси алышҡа, ә кемдәрҙер капиталдарын сит илгә сығарыуға әҙерләнә. Көнбайышта ла, 91-се йылда СССР менән булған һымаҡ, майҙандан һуң Украина менән булған һымаҡ, сәйәси ығы-зығынан файҙаланып, беҙҙең милли байлыҡтарыбыҙҙы урлар өсөн Рәсәйҙә власть алмашыныуын түҙемһеҙлек менән көтәләр. Былар барыһы ла, тәбиғи, беҙҙең илдең ябай кешеләренә ныҡлы килтереп һуғасаҡ, тиҫтәләрсә йылдар буйы булдырылған ныҡлы социаль гарантиялар системаһын, ярайһы ҡеүәтле сеймал һәм сәнәғәт комплексын, башын ҡалҡытҡан ауыл хужалығын емерәсәк. Бөтә донъяға быларҙың береһе лә булмаҫын, яҡын арауыҡта Рәсәйҙә Путиндан һуң ҙур ихтималлыҡ менән йәнә Путин буласағын, һәм илебеҙ емерелмәйәсәген, артабан үҫешәсәген күрһәтергә кәрәк. Шул саҡта көнбайыш “изгелек теләүселәренең” танауына сиртәсәкбеҙ, ил эсендә эре бизнесты тынысландырасаҡбыҙ һәм төбәктәребеҙгә сит ил инвесторҙарын йәлеп итәсәкбеҙ – улар өсөн Владимир Путин Рәсәйҙәге тотороҡлолоҡ гаранты һәм бында эш алып барыуға ышаныс булып тора.
- Глобаль һорауҙарҙы ҡуйып тороп, илдең һәр кешеһен көн һайын борсоған көндәлек мәсьәләләргә киләйек әле.
- Был – әлбиттә, төҙәтмәләрҙәге социаль блок. Ул да ҙур. Бына, мәҫәлән, ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты, ғаилә институтын яҡлау, балаларҙы ғаиләлә лайыҡлы тәрбиәләү һәм бәлиғ булған балаларҙың ата-әсәһе хаҡында хәстәрлек күрергә тейешлеге өсөн шарттар тыуҙырыу тураһындағы нормаларҙы алайыҡ. Төҙәтмәләрҙә ғаиләлә тәрбиәләнгән балаларҙы ла, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандарын да социаль яҡлауҙы көсәйтергә тәҡдим ителә. Ҡараусыһыҙ ҡалған балалар хаҡында ата-әсәлек бурысын дәүләт үҙ өҫтөнә алыуы тураһындағы тезис бик мөһим. Был төҙәтмәләр иң әһәмиәтлеләрҙең береһе. Балалар – беҙҙең киләсәк, ил киләсәге. Улар һәр яҡлап – ата-әсә, дәүләт тарафынан яҡланырға тейеш. Сөнки улар әлегә үҙ-үҙҙәре хаҡында хәстәрлек күрә алмай. Был хаҡта бәхәсләшергә теләүселәр барҙыр тип уйламайым.
- Интернетта, был төҙәтмәләр блогы, йәнәһе лә, енси әҙселектең хоҡуғын боҙа, тигән мәғлүмәттәр йөрөй... Быға ни тиерһегеҙ?
- Конституцияға үҙгәрештәр туранан-тура енси әҙселектәргә ҡаршы йүнәлтелмәгән. Әммә, ысынлап та, ир менән ҡатындың берләшеүе булараҡ никах институтын яҡлау тураһындағы норма тәҡдим ителә. Был Рәсәйҙә бер енесле никахтар мөмкин түгел һәм беҙҙең Конституция ғәмәлдә булғанда һис ҡасан мөмкин булмаясаҡ, тигәнде аңлата. Иманым камил, күпселек рәсәйҙәр быны хуплаясаҡ. Бына мин үҙем ғаилә традиция-
лары һәр саҡ ныҡлы булған төпкөлдәге башҡорт ауылында үҫтем. Унда балалар атаһын һәм әсәһен яраталар өлкәндәрҙе хөрмәт итәләр, унда ғаилә башлығының аҡыллы һүҙенә Конституция закондарынан кәм әһәмиәт бирелмәй, һәм унда бер енесле никах тураһында ишеткәндәре лә юҡ. Көнбайыштан иҫкән был яңы “зәңгәр” модалар әхлаҡты боҙа, ата-бабаларыбыҙ быуаттар буйы ҡәҙерләп килгән ғаилә ҡиммәттәрен тарҡата. Ғаилә институтын яҡлауға йүнәлтелгән төҙәтмәләр, миңә ҡалһа, илебеҙҙең суверенитетын нығытыуға һәм Рәсәй Конституцияһының дәүләт-ара органдарҙың ҡарарҙарынан өҫтөнөрәк тороуына йүнәлтелгән төҙәтмәләр менән бер ҡатарҙан эшләй. Уларҙың маҡсаты бер – илде нығытыу һәм һаҡлау. Шул уҡ СССР-ҙы тарҡатыу ил сиктәрен һөрөп сығыуҙан һәм һумдың девальвацияһынан һуң түгел, ә идеологияны емереүҙән, әхлаҡтың тарҡалыуынан, көнбайыштың мәғлүмәти йыуынтыһынан башланды. Әле беҙгә бер енесле никахтарҙы һеңдерергә итәләр. Әммә был үтергә тейеш түгел. Әйткәндәй, ошо сәбәпле лә Конституцияға үҙгәрештәрҙе хуп-лау бик мөһим.
- Иң бәләкәй эш хаҡы күләме тураһындағы үҙгәреш тә әһәмиәтлелер бит? Әйткәндәй, ни өсөн уның ҙурлығын йәшәү минимумынан кәм булмаған күләмдә итеүҙе тап Конституцияла нығытырға тәҡдим ителә? Бындай норманы индергәйнеләр булһа кәрәк бит?
- Ана шул-шул, индерҙеләр, әммә ул бар ерҙә лә эшләмәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эш биреүселәр уны урап үтә – хеҙмәткәрҙәрҙе ярты ставкаға алалар ҙа әҙерәк түләйҙәр. Был бигерәк тә ауыл ерҙәренә, шәхси предприятиеларға хас.
Конституцияға үҙгәрештәр был күренеште бөтөрөргә мөмкинлек бирә. Был норманы тап Конституцияла нығытыу бик мөһим. Ул саҡта бер ниндәй осраҡта ла йәшәү минимумынан түбәнерәк түләй алмаясаҡтар. Шул саҡта ғына был эшләүсе һәм һөҙөмтәле сара буласаҡ. Иң мөһиме – илдә ниндәйҙер сәйәси, иҡтисади үҙгәрештәр килеп сыҡҡанда ла уны тота һалып ҡына бөтөрөп булмаясаҡ. Бының өсөн Конституцияны төҙәтергә кәрәк булыр ине. Уның өсөн, үҙ сиратында, алда торған 1 июлдәге һымаҡ, дөйөм Рәсәй тауыш биреүе кәрәгәсәк. Ә шул ҡәҙәр мөһим социаль гарантияны бөтөрөү тураһында төҙәтмәләр ил халҡы тарафынан һис ҡасан да хупланмаясаҡ. Әгәр беҙ әле йәшәү минимумынан түбән булмаған МРОТ-ты Конституция-ла нығытып ҡуйһаҡ, киләсәктә сәйәсәт аферистарының береһе лә уны алып ташлата алмаясаҡ. Был - эш хаҡы ҙур булмаған граждандарҙы алдағы тиҫтәләрсә һәм йөҙҙәрсә йылға социаль яҡлауға гарантия. Тәү сиратта – ауылда йәшәүселәрҙе.
- Пенсияларҙы индексациялау тураһындағы төҙәтмәләр ҙә, күрәһең, шундай уҡ уй менән кәрәктер?
- Эйе, был ике норма үҙ-ара бәйле. Уларҙы нығытыу принцибы бер иш. Пенсиялар әле лә индексациялана, әлбиттә, әммә пенсионерҙарҙың ихтыяжы буйынса түгел, ә бюджет процесына идара итеүсе органдарҙың мөмкинлегенән сығып. Пенсияларҙы кәмендә йылына бер тапҡыр мотлаҡ индексациялау тураһындағы төҙәтмә хәлде тамырынан үҙгәртергә мөмкинлек бирә. Йәғни пенсиялар һәр төрлө осраҡта ла күтәреләсәк. Теге йәки был йылда бындай маҡсатҡа аҡса ҡаралмаған тигән һылтаныуҙар артабан үтмәйәсәк. Конституцияла яҙылған икән, аҡса табасаҡтар һәм күтәрәсәктәр. Беҙҙең илдә 43 миллион тирәһе пенсионер, халыҡтың өстән бер өлөшө. Уларҙың хоҡуғын Конституция менән яҡларға кәрәк. Пенсиялар бит былай ҙа юғары түгел.
- Һуңғы һорау. Нисек уйлайһығыҙ, йәй миҙгеле һәм коронавирус пандемияһы тауыш биреү көнөндә килеүселәр һанына кире йоғонто яһамаҫмы?
- Күпмелер кире йоғонто булыр, әлбиттә. Йәйен граждандарҙың сәйәси әүҙемлеге һәр саҡ түбәнерәк булыусан. Ауылда – ҡыҙыу эш мәле, ҡаланыҡылар дачаларға тарала. Әммә һайлаусыларҙың хәүефһеҙлеге барыһынан алда булырға тейеш. Тап шуға ла апрелгә ниәтләнгән тауыш биреү коронавирус сәбәпле күсерелде. Әле эпидемиологик хәл уны үткәрергә мөмкинлек бирә. Район халҡы был үҙгәрештәрҙең шәхсән үҙе өсөн генә түгел, ә яҡындары, бик күп килер быуындар өсөн дә үтә мөһим икәнен аңларлыҡ ҡына кимәлдә сәйәси, иҡтисади һәм социаль өлкәлә һай йөҙмәйҙер тип ышанам. Бынан тыш, ауыл электораты ҡаланыҡынан тауыш биреү көндәрендә күпкә әүҙемерәк булыуы менән айырылып тора. Бәлки, был ауылда кешеләргә ҡалалағыға ҡарағанда йәшәү ауырыраҡ булыуы, ауыл халҡы үҙлегенән генә бер нәмә лә үҙгәрмәйәсәген яҡшыраҡ аңлауы менән бәйлелер. Нимәнелер үҙгәрткең килә икән, дивандан ҡалҡынырға һәм ниҙер эшләргә – күршеләр менән берләшергә, һайлауҙа тауыш бирергә, үҙ хоҡуҡтарың хаҡында белдерергә – кәрәк. Әлегә беҙ аңлап та етмәйбеҙҙер, әммә беҙҙең барыбыҙға ил өсөн уның алдағы күп йылдарға үҫешен билдәләйәсәк хәл иткес ҡарар ҡабул итеүҙә ҡатнашыу мөмкинлеге тейә. Бына шуның өсөн дә 1 июлдә килеп, үҙ позицияңды белдереү, ил яҙмышы яҡшыраҡ булһын өсөн нимәнелер үҙгәртеү бик мөһим.