+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
27 Июнь 2020, 10:40

Һеҙ – беҙҙең ғорурлыҡ

Ҡәҙерле райондаштар, егеттәр һәм ҡыҙҙар!Һеҙҙе Рәсәй йәштәре көнө айҡанлы ихлас ҡотлайым!

Йәштәр – беҙҙең райондың киләсәге. Беҙ район тормошонда ҡайнап йәшәгән, уҡыуҙа, спортта, ижадта юғары күрһәткестәргә өлгәшкән, эшҡыуарлыҡта уңышлы шөғөлләнгән һәләтле йәштәребеҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ.
Бөгөн йәмғиәтебеҙгә хәҙерге заман йәштәренә хас белдеклелек, мобиллек, эшлекле, стандарт булмаған ҡарарҙар ҡабул итә белеүселәр бик кәрәк. Тап һеҙ, йәштәр, үҙегеҙҙең аң-белемегеҙҙе, ижади һәләтегеҙҙе тулыһынса асыу мөмкинлеге булған дәүерҙә йәшәүегеҙ менән бәхетлеһегеҙ.
Ысын күңелдән тормошоғоҙҙоң уңышлы, йәнле, бай эстәлекле булыуын теләйем, унда барыһына ла – уҡыуға ла, фәнгә лә, ялға ла, йәмәғәт эшенә лә, мөхәббәт һәм дуҫлыҡҡа ла урын табылһын. Алдығыҙға оло маҡсаттар ҡуйып, хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырырға яҙһын. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, киләсәгегеҙҙең өмөтлө һәм ышаныслы булыуын теләйем.
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: