+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
3 Июль 2020, 13:45

Аҡ күгәрсен – тыныслыҡ билдәһе

24 июнь - Бөйөк Еңеү парадын үткәргән көндә Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә үҙенсәлекле акциялар, конкурстар, флешмобтар үтте. Красноусолдағы балалар спорт-уйын майҙансығында ла “Мин аҡбур менән төшөрәм” акцияһы уҙғарылды.

Уны ойоштороусы Балалар ижады үҙәге педагогтары балаларға асфальтта аҡбур менән Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына хәрби темаға һүрәттәр төшөрөргә тәҡдим итте.
Балалар үҙ һүрәттәре аша тыныслыҡтың ни тиклем мөһимлеген, аяҙ күк аҫтында йәшәү бәхетен сағылдырҙы. Бәләкәстәрҙең ихлас күңел менән төшөргән һүрәттәре – үҙе үк тыныс тормоштоң матур символы ул. Ойоштороусылар кескәйҙәрҙе татлы приздар менән һыйланы.
Ошо уҡ көндә илдә “Тыныслыҡ күгәрсене” Бөтә Рәсәй флешмобы ойошторолдо. Балалар ижады үҙәге тәрбиәләнеүселәре лә акцияға әүҙем ҡушылып, ҡағыҙҙан күгәрсен һынын эшләп фотоға төшөрөп, уны социаль селтәрҙә, #ТыныслыҡКүгәрсене, #ЕрҙәТыныслыҡ хештегтарын ҡуйып, “осороп ебәрҙе”.
Был көндө балалар тағы ла бер – Еңеүселәр парады йыр һәм шиғыр акцияһында ҡатнашып, видеояҙмалар төшөрҙөләр.
Читайте нас: