82 йәшлек Мәүлиҙә инәй Әбделмәнова һәр кемгә өлгө булырлыҡ, ихтирамлы ағинәй. Ҡөрьән уҡый, ураҙа тота, йәштәргә тәрбиәүи йәһәттән өгөт-нәсихәт бирә.
Ауылда оҙаҡ йылдар татыу итеп бергә йәшәгән өлгөлө ғаиләләр ҙә бик күп. Мәҫәлән, Фәриҙә һәм Флүр Әбделмәновтар – 60, Зәбирә һәм Инсаф Нафиҡовтар 50 йыл татыу ғүмер кисереп, тәүгеләре -7, һуңғылары 5 бала тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. Улар ауылыбыҙҙың өлгөлө ғаиләләре, йәштәргә үрнәк булып торалар.
Эйе, ауылыбыҙҙа матур кешеләр, өлгөлө ғаиләләр бик күп. Ҡәйнәм Мәстүрә Ғилфан ҡыҙы менән Әхәт Рәхмәтулла улы Аҙнабаевтар хаҡында айырып һөйләгем килә. Ҡайным һуғыш йылдары балаһы, 1941 йылдың 15 майында донъяға килә. Был дәһшәтле, ауыр осорҙағы күптәр шикелле ул да атайһыҙ үҫә.
Ҡәйнәм иһә Еңеү йылы балаһы, 1945 йылдың 19 авгусында тыуған. Икеһенең дә бала сағы, йәшлек йылдары ауыр үтә, кесе йәштән аслыҡ-яланғаслыҡты татып, күреп үҫә улар. Бәләкәйҙән эшкә егеләләр. Ҡайным әрме хеҙмәтенә саҡырылғанға тиклем шофер һөнәрен үҙләштерә. 1959 йылда хәрби хеҙмәткә алынып, өс йыл буйы ил алдындағы хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. Армиянан һуң шофер, тракторсы булып эшләй. Яҙмыш уны Ибраһим ауылы ҡыҙы Мәстүрә менән осраштыра. Сибәр, егәрле ҡыҙға егет беренсе күреүҙән ғашиҡ булып, ҡулдан ысҡындырмаҫҡа ҡарар итә һәм 1965 йылдың 3 июлендә уны “урлап” өйөнә алып ҡайта һәм бына 55 йыл инде улар матур, татыу булып ғүмер итеп, 4 ул, бер ҡыҙ үҫтергәндәр.
Эйе, ярты быуаттан ашыу тигеҙлектә, бер-береһен ярты һүҙҙән, күҙ ҡараштарынан аңлап йәшәй ҡәйнәм менән ҡайным. 18 йәштә генә килен булып төшкән ҡәйнәм шундуҡ ауылдан ситтә ятҡан йәйләүгә һауынсы булып эшкә сыға. Өс тиҫтә йылдан ашыу эшләй ул фермала. Барыһына ла өлгөрә, һауындан ҡайтҡас балаларын тәрбиәләп, сөгөлдөр баҫыуына йүгерә, донъяһын да көтә. 30 йыл ҡәйнә менән йәшәй. Бөгөн дә күңелендә уның тураһында матур, йылы хәтирәләр һаҡлай. “Беҙ эштә саҡта балалар уның ҡарамағында булды, ҡайтыуыбыҙға көндәлек ваҡ-төйәк эштәрҙе бөтөрөп, ашарыбыҙға әҙерләп көтөп ултырыр ине,”- тип хәтирәләрен яңырта ҡәйнәм Мәстүрә Ғилфан ҡыҙы.
Тормошонан да, иптәшенән дә уңған ҡәйнәм. Килен булып төшкән мәлдәрен оло бер кинәнес менән һөйләй. Ғаилә үҙ-ара килешеп, кәңәшләшеп башҡарған хеҙмәт менән дә бәхетле. Балалары ла бәләкәйҙән атай-әсәй өлгөһөндә эшкә өйрәнеп, эште яратып үҫә. Ғаиләлә алынған тәрбиә, эшһөйәрлек тормоштарында үрҙәр яуларға ярҙам итә лә инде. Бөгөнгө көндә ҡәйнәм менән ҡайнымдың 7 ейәне, 4 ейәнсәре һәм 3 бүләре бар. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар әле лә гөрләтеп донъя көтә, матур итеп йорт һалдылар, ихата тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡса тултырып йәшелсә, емеш-еләк үҫтерәләр. Әйткәндәй, август айында ҡәйнәм Мәстүрә Ғилфан ҡыҙы 75 йәшлек юбилейын билдәләйәсәк, Аллаһ бирһә.
Кешегә мәрхәмәтле булыуҙары, татыу донъя көтөүҙәре менән ауылдаштары араһында абруйлы улар. Уларҙың яҙмышы, тормошо йәш быуын өсөн матур өлгө, ә үҙҙәре - ауылыбыҙ күрке.