Ҡайнатма
Әҙер еләктәр өҫтөнә шәкәр ҡомо һалып, һуты сыҡҡансы бүлмәлә тоталар.
Шунан талғын утҡа ҡуйып, һаҡ ҡына болғата-болғата, шәкәр ҡомо иреп бөткәнсе йылыталар. Унан утты көсәйтеп, 15-20 минут самаһы ҡайнаталар, күбеген ала баралар. Аҙаҡ әҙ генә лимон кислотаһы өҫтәйҙәр.
1 кг еләккә 1,3-1,5 кг шәкәр, 2 г лимон кислотаһы кәрәк.
Ер еләгенән компот
Еләкте һалҡын һыуҙа йыуып киптерергә һәм әҙерләп ҡуйылған банкаларға һалып, өҫтөнә сироп ҡойорға ла ҡапҡас менән ныҡ итеп ҡапларға кәрәк.
Аҙаҡ өс минут самаһы стерилләйҙәр. Бының өсөн 3 килограмм ер еләге; 1 литр һыу; 600 грамм шәкәр ҡомо кәрәк.
Туңдырыу
Тиҙ генә туңдырылған еләктәр һәм емештәр үҙҙәренең тәбиғи төҫөн дә, витаминдарын, тәмен һәм еҫен дә юғалтмай. Махсус туңдырыу камераларығыҙ бар икән, бигерәк шәп.
Яңы ғына йыйып алынған еләктәрҙе туңдырыу өсөн уларҙы йоҡа итеп, һыуытҡыстың туңдырыу камераһына ҡағыҙ йәки полиэтилен йәйелгән урынға һалырға. Ныҡ ҡына итеп туңдырғас, яңынан алып, полиэтилен ҡаптарға һалып, температураһы минус 1 градустан да кәмерәк булмаған һыуытҡыста һаҡларға.
Туңған еләктәрҙе яңынан иреткән ваҡытта ашығып эҫе һыуға тығып алыу мәғәнәһеҙ, улар әкренләп ирергә тейеш.