-5 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
3 Июль 2020, 13:30

Үҙгәрештәр өсөн тауыш бирҙек

Билдәле булыуынса, 1 июлдә Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү кампанияһы үтте. Тауыш биреү коронавирус киҙеүе сәбәпле яңыса ойошторолдо. Иң төп яңылыҡ – сара аҙна дауамында барҙы. Был кешеләрҙең күпләп йыйылмауы, социаль дистанцияны үтәү еңел булһын өсөн эшләнде. Һәр урында санитар-эпидемиологик талаптар һаҡланды, килгәндәргә бирсәткәләр, битлек һәм ручка тапшырылды, бәйләнешһеҙ термометрҙар ярҙамында кешенең тән температураһы үлсәнде, тейешле дистанция күҙәтелде. Ошонда уҡ тауыш бирергә килеүселәрҙең һәр ҡайһыһына “Алтын тирмә”, “Арбат”, “Домовой”, “Рулевой” сауҙа нөктәләренә ташлама менән ҡулланыу өсөн купондар бирелде.

Билдәле булыуынса, 1 июлдә Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү кампанияһы үтте. Тауыш биреү коронавирус киҙеүе сәбәпле яңыса ойошторолдо. Иң төп яңылыҡ – сара аҙна дауамында барҙы. Был кешеләрҙең күпләп йыйылмауы, социаль дистанцияны үтәү еңел булһын өсөн эшләнде. Һәр урында санитар-эпидемиологик талаптар һаҡланды, килгәндәргә бирсәткәләр, битлек һәм ручка тапшырылды, бәйләнешһеҙ термометрҙар ярҙамында кешенең тән температураһы үлсәнде, тейешле дистанция күҙәтелде. Ошонда уҡ тауыш бирергә килеүселәрҙең һәр ҡайһыһына “Алтын тирмә”, “Арбат”, “Домовой”, “Рулевой” сауҙа нөктәләренә ташлама менән ҡулланыу өсөн купондар бирелде.
Беҙ, район гәзиттәре журналистары был көндө Красноусолда урынлашҡан участка һайлау комиссияларында Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү барышы менән танышып сыҡтыҡ.
Красноусолдағы 3-сө мәктәптә урынлашҡан 1669-сы һайлау участкаһында та-уыш биреү тыныс һәм эшлекле шарттарҙа бара ине. Тауыш бирергә килеүселәргә һаҡланыу саралары ҡулланыла, бөтә талаптарға ярашлы ҡаршы алына. Һайлау комиссияһы рәйесе Ришат Зөфәр улы Уразғолов әйтеүенсә, исемлеккә ингән 935 һайлаусының 690-ы төп көнгә тиклем үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәгән.
“Тирәккәй” балалар баҡсаһында урынлашҡан 1668-се һайлау участкаһында комиссия рәйесе Алёна Владимировна Әбдрәшитова беҙҙе ихлас ҡаршы алды һәм барлыҡ һорауҙарға яуап бирҙе.
-1668-се һайлау участкаһында теркәлгән 1399 һайлаусының 655-е (49%) төп тауыш биреү көнөнә үҙ гражданлыҡ бурысын үтәне лә инде, - тине тауыш биреү барышы менән таныштырып А.Әбдрәшитова. - Тауыш биреү аҙна буйы барғас, бер ни тиклем арығанлыҡ булһа ла, был хәүефһеҙлек өсөн кәрәк ине. Бер көндә лә кешеләрҙең күпләп йыйылыуы теркәлмәне. Һәр ике сәғәт һайын бина һәм ҡорамалдар махсус шыйыҡса менән эшкәртелә, ә биләмә сит-ят әйберҙәргә тикшерелә. Һайлау комиссияһына ла, тауыш биреүселәргә лә барлыҡ уңайлы шарттар тыуҙырған балалар баҡсаһы етәкселегенә рәхмәт әйтергә кәрәк, - тине ул.
Комиссиялағы 8 ағзаның барыһы ла барлыҡ талаптарға ярашлы һаҡланыу сараларында эшләй: өҫтәрендә халат, ҡулдарында бирсәткә, битлектә һәм һаҡлағыс экранда. Үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәргә килеүселәргә лә талаптарҙы күҙ уңынан ысҡындырмайҙар, һаҡланыу саралары менән тәьмин итәләр. Ике полиция хеҙмәткәре лә уяулыҡты юғалтмай.
Район үҙәгендәге иң ҙур – “Ғаилә” үҙәгендәге 1664-се һайлау участкаһы 1870 һайлаусыны үҙ эсенә ала. Һайлау комиссияһында Альбина Мәҡсүд ҡыҙы Ғәзизова рәйеслегендә 10 ағза эшләй. Бында тиҫтәгә яҡын иң беренсе тауыш биреүсегә Ҡотлау хаттары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырғандар. Һәр ваҡыттағыса, бөгөн дә оло йәштәгеләрҙән тәүгеләрҙән булып, иртәнге сәғәт 8-ҙә һайлау участкаһына килеп, үҙ гражданлыҡ бурысын Кейекбаев урамында йәшәүсе Зиннур Ғафаров үтәгән. Шулай уҡ иң өлкән йәштәге М.Горький урамында ғүмер итеүсе Бариса Ғәлиәхмәтова ла тауыш бирергә беренселәрҙән булып килгән.
1663-сө һайлау участкаһы Красноусол АТП-һы бинаһында (авария хәлендәге “Әкиәт” балалар баҡсаһынан бында күсерелгән) урынлашҡан. Һайлау комиссияһы рәйесе Раушания Сәлих ҡыҙы Ғималетдинова әйтеүенсә, участкала 752 һайлаусы теркәлеп, шуның 375-е 1 июлгәсә үҙ тауышын биргән. Комиссияла 8 кеше барлыҡ һаҡланыу, хәүефһеҙлек саралары талаптарын үтәп эш итә.
Красноусол башҡорт гимназия-интернатындағы 1666-сы һайлау участкаһында 1174 кешенең 817-һе (төп тауыш биреү көнөнә тиклем) тауыш биреүҙә ҡатнашҡан. Һайлау комиссияһында Ирина Александровна Васильева рәйеслегендә 9 ағза эшләй. Ҡайһылары йортта тауыш бирергә теләк белдергән өлкән йәштәгеләрҙең йәшәгән урындарына юлланған. Бында иң беренсе һәм тәүгеһенән тауыш биреүҙә ҡатнашыусылар Ҡотлау хаттары һәм татлы бүләктәргә лайыҡ булған. Һайлау участкаһына беренселәр рәтендә Земфира менән Мөғәллим Ханнановтар килеп, тауыш биргән. Шулай уҡ Земфира менән Светлана Әхтәмовалар ҙа тәүге тапҡыр һайлауҙа ҡатнашыусы булараҡ, үҙҙәренә тәғәйен бүләктәр алған.
Красноусол урмансылығы бинаһында урынлашҡан 1667-се һайлау участкаһында (рәйесе – Андрей Львович Широков) 768 һайлаусы иҫәпләнә. 5 ағза эшләй. Ирекмәндәр тауыш бирергә килеүселәргә битлек, бирсәткә тарата.
Тауыш биреү көнө электән байрам булып күңелдәргә һеңгән. Йәрминкәләр, буфеттар, концерттар ойошторола ине. Быйыл сикләүҙәр булғас, әлбиттә, ҙур саралар булманы. Шулай ҙа һәр бер һайлау участкаһы янында эшҡыуарҙар “Фоминдар”, “Фәйзуллин”, “Ҡаҙаҡҡолова”, “Отмахов” сауҙа нөктәләре эшләне һәм иғлан ителгән социаль акцияға ҡушылып, халыҡҡа осһоҙораҡ хаҡҡа үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Халыҡ уны бик ихлас ҡабул итте. Был көндө осһоҙ хаҡҡа йомортҡа (бер данаһы – 3 һум), икмәк (20 һум) һәм башҡа продукция һатып алырға мөмкин булды. Урындағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәр һайлау участкаһы янында концерт номерҙары менән сығыш яһаны.


Индира ИШКИНА.

Читайте нас: