+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
7 Июль 2020, 13:35

10 проект еңеп сыҡты

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы республикабыҙҙа 2014 йылдан ғәмәлгә ашырыла килә. Был программа беҙҙең районда ла хуп-лап ҡаршы алынып, бишенсе йыл инде уңышлы эшләй. Районыбыҙҙың күп кенә ауыл биләмәләре программаға мөрәжәғәт итеп, үҙ проекттарын тормошҡа ашырҙы. Был программа сиктәрендә район хакимиәте башлығының финанстар буйынса урынбаҫары Светлана ҒӨБӘЙҘУЛЛИНАға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы республикабыҙҙа 2014 йылдан ғәмәлгә ашырыла килә. Был программа беҙҙең районда ла хуп-лап ҡаршы алынып, бишенсе йыл инде уңышлы эшләй. Районыбыҙҙың күп кенә ауыл биләмәләре программаға мөрәжәғәт итеп, үҙ проекттарын тормошҡа ашырҙы. Был программа сиктәрендә район хакимиәте башлығының финанстар буйынса урынбаҫары Светлана ҒӨБӘЙҘУЛЛИНАға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
- Светлана Рәшит ҡыҙы, быйыл ҡайһы ауыл биләмәләре Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында еңеп сығып, субсидия алыуға өлгәште?
- Иң башта районыбыҙ халҡына йылдың-йылы Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында (артабан – ППМИ, Программа - авт.) әүҙем ҡатнашыуҙары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, шулай уҡ ауыл биләмәләре хакимиәттәренең һәм инициатив төркөмдәрҙең уға әҙерлек сифаты һөҙөмтәһендә еңеп кенә ҡалмай, Программа проекттары рейтингында алдынғы урындарҙы биләүен билдәләп үтергә кәрәк. Кәрәкле документтар пакетын төҙөүҙә ентеклелек һәм етдилек, халыҡ менән тығыҙ бәйләнеш беҙҙең вәкилдәргә Программаның һайлап алыу конкурсында еңеп сығып, йәмғиәт өсөн мөһим ихтыяждарға ярайһы ғына аҡса алыу мөмкинлеген бирә.
Быйылғы “ППМИ-2020” һайлап алыу конкурсында Красноусол, Бельский, Еҙем-Ҡаран, Ҡауарҙы, Сәйетбаба, Яңғыҙҡайын, Аҡкүл, Толпар, Табын, Үтәк ауыл советтары еңеүсе булды.
Шуны билдәләргә кәрәк, Программаның быйылғыһында республиканың төрлө ҡала-ауылдарынан барлығы 1033 проект ҡатнашты. Уларҙың 563-ө, шул иҫәптән, алда әйткәнемсә, беҙҙең 10 проект конкурсты уңышлы үтте.
- Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса субсидия алғас, урындарҙа аҡсаны нимәгә тотонасаҡтар?
- Ҡауарҙы һәм Толпар ауыл биләмәләре 1 миллион 500 меңәр һумлыҡ “МТЗ-82” тракторҙары алырға планлаштыра. 2019 йылғы Программа сиктәрендә коммуналь техникаға эйә булған ауыл биләмәләре уларға тағылма һәм аҫмалы ҡорамалдар һатып алырға ниәтләй.
Табын ауыл советында, мәҫәлән, былтыр һатып алынған тракторға арба, роторлы сапҡыс һәм һабан һатып алырға (бөтөнөһө 800 мең һумлыҡ) уйлашалар. Сәйетбаба ауыл советы тағылма һәм ҡар таҙартыу ҡоролмаһы (1 миллион 25 мең һумға), еҙемҡарандар – арба, ҡар таҙартҡыс һәм КУН (1 миллион 80 мең һумға), Бельский ауыл биләмәһе шнекороторлы ҡар таҙартыу ҡоролмаһы һатып алырға планлаштыра. Яңғыҙҡайын ауыл советында хаҡы 1 миллион 600 мең һумға торошло ҡар ырғытыу ҡоролмалы “Беларусь” тракторына эйә булыу иҫәптәре. Үтәк ауыл советында үҙҙәренә бүленгән 800 мең һум аҡсаны ауыл мәҙәниәт йортона материалдар һәм ҡорамалдар һатып алыуға тотонмаҡсылар. Аҡкүл ауыл советы Аҡкүл мәктәбе биләмәһендәге Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә арналған обелискыны төҙөкләндерергә ҡарар иткән – Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан башҡарыласаҡ был сараға 1 миллион һум аҡса сарыф итеү күҙаллана.
Красноусол ауыл советында иһә биләмә халҡы “Йәшлек” ял паркындағы эштәрҙе дауам итергә хәл итте. Был йәһәттән ППМИ-2020 сиктәрендә 1 миллион 500 мең һумға “Йәшлек” паркында балалар майҙансығын төҙөкләндереү планлаштырыла.
Алда билдәләнгән проекттар буйынса районыбыҙ республика бюджетынан субсидия сифатында 8 миллион һум тирәһе аҡса аласаҡ. Район бюджетынан 2 миллион һум аҡса бүленһә, халыҡтан - 840 мең һум, бағыусыларҙан 830 мең һум аҡса йыйыу күҙаллана.
Шулай итеп, 2020 йылда район үҫешенә йүнәлтелгән мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ППМИ буйынса инвестицияларҙың дөйөм суммаһы 11 миллион 600 мең һум тәшкил итә.
- Нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн районыбыҙҙың башҡа ауыл биләмәләре проекттары конкурс һынауҙары кәртәләрен үтә алманы?
- Билдәле сәбәптәр, йәғни коронавирус сәбәпле, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл республикала Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса финанслау 100 миллион һумға (500-ҙән 400 миллионға ҡалдырылды) ҡыҫҡарҙы. Быға ярашлы, еңеүселәр һаны ла кәмене. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ташбүкән, Ташлы, Бурлы, Мораҡ һәм Имәндәш ауыл биләмәләренең тырышлығы уңышһыҙ тамамланды. Әммә төшөнкөлөккә бирелергә түгел, киләһе йыл, һис шикһеҙ, уңыш йылмайыр, тигән ышаныс-та ҡалабыҙ. Был тәңгәлдәге тәжрибәнең киләсәктә мотлаҡ файҙаһы буласаҡ.
- Районда ППМИ-ны тулыһынса ғәмәлгә ашырыу өсөн әлеге мәлдә иң мөһиме нимә тип уйлайһығыҙ?
- Алда әйткәнемсә, проектты тормошҡа ашырыуҙың сираттағы, конкурс процедураларын уҙғарыуҙы һәм хеҙмәттәр күрһәтеүселәрҙе билдәләү, шулай уҡ бағыусылар һәм урындағы халыҡ яғынан финанслауҙы (әйткәндәй, быйыл 15-тән 10 процентҡаса кәметелде) үҙ эсенә алған этабы башлана. Ошоноң менән бәйле, халыҡты был проектты тормошҡа ашырыуҙа урындағы үҙидара органдарына ярҙам ҡулы һуҙырға саҡырам, сөнки ике яҡ өсөн дә файҙалы буласаҡ.
- ППМИ программаһы нисә йыл эшләй? Уның ярҙамында районыбыҙҙа нимәләр эшләүгә өлгәшелде?
- 2020 йылда Рәсәйҙә инициатив бюджетлауҙа үҙен уңышлы итеп күрһәткән Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына 10 йыл тула. Республикабыҙҙа ул шундуҡ киң ҡолас алманы, башта һынау рәүешендә Урал аръяғында эшләй башланы. Ғафуриҙарҙың Программала тәү башлап ҡатнашыу тәжрибәһе 2016 йылдан башланды. Ошо йылдар арауығында, 2020 йылды иҫәпләмәгәндә, ППМИ-ла ҡатнашыуыбыҙ районыбыҙға дөйөм 26 миллион һумлыҡ тирәһе 25 проектты тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирҙе. Дөйөм алғанда, Башҡортостан Республикаһы бюджетынан 17,5 миллион һум күләмендә субсидия алынған, халыҡтан 3 млн һум йыйылған, бағыусылар 2,6 млн һум аҡса биргән. 6 трактор, өс ауыл советына аҫмалы (ҡар таҙартыу һәм башҡа) һәм тағылма ҡорамалдар һатып алынды, ике һыу үткәргес ремонтланды, “Йәшлек” паркында төҙөкләндереү эштәре башланды һәм 4 ауыл советында ауыл клубтары өсөн материалдар һәм төрлө ҡорамалдар һатып алынды.
Уҙған ППМИ-ларҙың конкурс һайлап алыуын үткән проекттарҙың күләме бу-йынса былтыр – 2019 йыл рекордлы булды. 13 проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән аҡсаның дөйөм суммаһы 12 миллиондан ашыу тәшкил итте. Йәнә берәй ваҡыт ошондай ҡаҙаныштарға өлгәшербеҙ, тип өмөтләнәбеҙ. Ни тиһәң дә, ППМИ-ла ҡатнашыу ауыл биләмәләре үҫеше өсөн ярайһы ғына ярҙам булып тора. Һүҙемде йомғаҡлап, еңеүселәрҙең барыһына ла проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырыуҙарын һәм урындарҙа уғата мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә артабан да халыҡ мәнфәғәтендә емешле эш теләйем.

Читайте нас: