+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
7 Июль 2020, 13:35

Фронтовиктарға - телефондар

Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм инвалидтарына бушлай мобиль телефон таратыу бара. “Фронтовиктарға телефондар” акцияһы “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының һәм “Еңеү ирекмәндәре” Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең берлектәге проекты сиктәрендә уҙғарыла. Уның маҡсаты – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына адреслы ярҙам күрһәтеү һәм уларҙың проблемаларын хәл итеү.

Партияның республика төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров билдәләүенсә, алдан мобиль ҡоролмаларҙың хәтеренә социаль хеҙмәттәр, ирекмәндәр, медицина учреждениеларының номерҙары индерелә. Был пандемия шарттарында бик мөһим. Бынан тыш, бөтә аппараттарҙың да “SOS” төймәһе һәм ҙур баҫмаҡтары бар.
Районыбыҙҙағы “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының урындағы бүлексәһе лә (етәксеһе - Салауат Йосопов) “Фронтовиктарға телефондар” акцияһына ҡушылды. 5 Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының дүртәүһе - Красноусолда йәшәүсе Ғәбдрәхим Садиҡов, Вилдан Шәрипов, Рамазан Хөснөтдинов, Татар Саскүле ауылынан Низаметдин Вахитовҡа шәхси ҡулланыу өсөн бындай лимитһыҙ льготалы махсус “Ветеран” тарифы менән сим-карталы гаджеттар июндә таратып бирелде. Уҙған йомала аппараттарҙың бишенсеһен - Иҫке Тайыш ауылында йәшәүсе 93 йәшлек Ниғмәтйән Салауа-тов үҙенә тәғәйен кәрәҙле телефонды алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе. Ветеранға телефон һәм бушлай элемтәгә сертификатты район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова менән район хакимиәтенең ирекмәндәр штабы етәксеһе Эльвира Сабирова өйөнә алып барып тапшырҙы. Ниғмәтйән Сәлимйән улы үҙ сиратында үҙенә шундай хәстәрлек күрһәтеүҙәре өсөн рәхмәтле булып, ҡәнәғәт ҡалды.

Читайте нас: