+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 Июль 2020, 13:55

“Һеҙҙә ҡыҙыҡлы проекттар күп, беҙ ярҙам итәсәкбеҙ”

8 июлдә республика Башлығы Радий Хәбиров Ғафури районына эш сәфәре барышында агросәнәғәт комплексы предприятиеларында, инфраструктура һәм социаль объекттарҙа булды.

8 июлдә республика Башлығы Радий Хәбиров Ғафури районына эш сәфәре барышында агросәнәғәт комплексы предприятиеларында, инфраструктура һәм социаль объекттарҙа булды.
Сәйетбаба ауылында ул Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы – урындағы тарихи-мәҙәни үҙәктең эшмәкәрлеге менән танышты. “Сәйетбаба” үҙәге ҡарамағында “Асанай” халыҡ фольклор ансамбле, бейеү төркөмдәре, “Аҡбейек” драма театры, өлкәндәр өсөн клуб уңышлы эшләй. Балаҫ һуғыу, бәйләү һәм кейеҙ баҫыу, ағасты һырлап әйберҙәр яһау, ҡурай, думбыра, ҡумыҙ эшләү түңәрәктәренә халыҡ күпләп йөрөй. Әйткәндәй, ҡарамағына ошо үҙәк ингән ауыл мәҙәниәт йорто “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” проектында еңеп, матди-техник базаһын нығытыуға 4,4 миллион һумлыҡ грант алған.
Аралашыу барышында урындағы халыҡ Радий Хәбировтан ауылда инженерлыҡ селтәрҙәрен үткәреүҙә ярҙам һораны.
Республика Башлығы шулай уҡ ауыл табиплыҡ амбулаторияһын ҡарап сыҡты. Ул 3454 кешене хеҙмәтләндерә. Амбулатория ҡарамағында йәнә һигеҙ ФАП эшләй. Радий Хәбиров ҡорамалдарға, дарыуҙарға ихтыяж менән ҡыҙыҡһынды. Табиптар әйтеүенсә, учреждениела барыһы ла етерлек, тик бинаға ремонт кәрәк. Төбәк етәксеһе объектҡа капиталь ремонтты планлаштырырға ҡушты.
Имәндәш ауылында республика Башлығы Еҙем йылғаһы аша һалынған йәйәүлеләр күперен ҡараны. Имәндәште Таш-Аҫты ауылы менән бәйләгән берҙән-бер күпер авария хәлендә. Район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов әйтеүенсә, быйыл яҙ “Башкиргражданпроект” белгестәре ҡоролманы тикшергәндән һуң реконструкция үткәреүҙе маҡсатҡа ярашлы тип тапмаған. Радий Фәрит улы мәсьәләне хәл итеү юлдарын ҡарарға ҡушты. Фәнзил Сыңғыҙов, Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондынан алынған грант ярҙамында тиҙҙән Еҙем буйында, Уҡлығая итәгендә “Башҡортостан йөрәге” халыҡ кәсептәре оҫтаханаһы барлыҡҡа киләсәк, тип хәбәр итте. Муниципалитет грантҡа тағы ла бер нисә проект әҙерләй.
Родина ауылында Башҡортостан Башлығы “Восход-СТ” ҡошсолоҡ фабрикаһының етештереү майҙансығында булды. Предприятиела ферманы яңыртыу проекты тормошҡа ашырыла. Әлеге көндә предприятиела 167 мең тауыҡ аҫрау өсөн модернизация эштәре бара. Был осраҡта йомортҡа етештереү 50 миллион данаға, ә тауыҡ ите – йылына 50 тоннаға тиклем артыуы күҙаллана. Инвестицияларҙың дөйөм суммаһы – 140 миллион һум. Фабрика етәксеһе Рөстәм Бакиров артабанғы үҫеш мөмкинлектәре, предприятиелағы ҡыйынлыҡтар тураһында һөйләне. Радий Хәбиров уны “Инвестиция сәғәте”нә саҡырҙы.
Радий Хәбиров Красноусол балалар шифаханаһында ла булды. Коронавирус пандемияһына бәйле 1 апрелдә эшен туҡтатҡан шифахана 1 июлдән дауаланыусыларға үҙ ишектәрен асҡан. Учреждение директоры Әмирйән Сәфәрғолов әйтеүенсә, балаларҙы БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Роспотребнадзор тәҡдимдәренә ярашлы тәртиптә урынлаштыралар. Бөгөн унда 200 кеше сәләмәтлеген нығыта.
Район үҙәгендә Радий Хәбиров Николай һәм Светлана Фоминдарҙың ғаилә предприятиеһын ҡараны. 2014 йылда икмәк бешереү менән шөғөлләнә башлаған ғаилә бер аҙҙан кондитер һәм кулинария цехтары аса. Әлеге көндә бында 120 төрлө продукция сығарыла. Етештереү күләме – тәүлегенә 5 тонна икмәк һәм икмәк-ҡалас ризыҡтары. Икмәкхана ҡарамағында райондың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етештергән һәм үҙҙәренең продукцияһын һатыусы “Тирмән” (“Мельница”) магазиндар селтәре эшләй. Предприятиела 150 кешегә эш урыны булдырылған. Бынан тыш, Фоминдар район мәктәптәрен аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. Р.Хәбиров предприятие менән танышҡандан һуң: “Үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәткән етештереүселәр менән килешеүҙәр төҙөү бер йылға ғына түгел, оҙайлы ваҡытҡа булырға тейеш. Был район өсөн дә, эшҡыуарҙар өсөн дә отошло буласаҡ”, - тине.
Район хакимиәтендә уҙған “Инвестиция сәғәте”ндә Радий Хәбиров менән Фәнзил Сыңғыҙов райондың үҫеш мәсьәләләре, шул иҫәптән, район әһәмиәтендәге юлдарҙы төҙөкләндереү, социаль объекттар төҙөү, эшҡыуарҙарға ярҙам саралары тураһында фекер алышты. Төбәк етәксеһе көнүҙәк һорауҙарҙы хәл итеүҙә ярҙам күрһәтәсәген белдерҙе.
- Мин Ғафури районына күптән килергә теләй инем. Һеҙҙә ҡыҙыҡлы проекттар бик күп. Уларҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәкбеҙ. Тәү сиратта – юлдар төҙөүҙә, икенсенән, “Восход-СТ” ауыл хужалығы предприятиеһының инвестиция проектына ярҙам буласаҡ. Сәйетбаба ауыл амбулаторияһын ремонтлауҙы, һис шикһеҙ, тамамлаясаҡбыҙ. Красноусол балалар шифаханаһы буйынса айырым кәңәшмә үткәрәсәкбеҙ. Был учреждение ҙур һорау менән файҙалана, уға ярҙам итергә кәрәк.
Ғафури районының киләсәге яҡты буласағына ышанам, - тип тамамланы һүҙен Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренән.

Читайте нас: