+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
10 Июль 2020, 17:05

Фатихала үтә ғүмере

Йәйҙең иң йәмле, селлә сағында, ҡыҙыу эш ваҡытында Сәйетбаба ауылында Фәрзәнә һәм Ғилман Сәйфуллиндар ғаиләһендә бер ҡыҙ тыуа. Уға матур исем һайлап, Ғәйшә тип ҡушалар.

Йәйҙең иң йәмле, селлә сағында, ҡыҙыу эш ваҡытында Сәйетбаба ауылында Фәрзәнә һәм Ғилман Сәйфуллиндар ғаиләһендә бер ҡыҙ тыуа. Уға матур исем һайлап, Ғәйшә тип ҡушалар.
Бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыяллана Ғәйшә. Шулай булмай ни, үҙенән бәләкәй һеңлекәштәрен, күрше ҡыҙҙарын өҫтәл артына йыйып ултыртып, әҙ уҡытманы бит ул!
Ҡайһы саҡта табип булғыһы ла килә ине: ҡапыл берәй туғаны ауырып китһә, атай-әсәй эштән ҡайтҡансы, уларға мәтрүшкәле сәй ҡайнатып эсерһенме, дарыу төймәһе ҡаптырһынмы... “Сәйфуллина, һинең ҡулыңдан килә, әллә әҙерәк мәктәптә эшләп алаһыңмы, уҡырға кереүе лә еңел булыр”, - тигән тәҡдим яһай уның һәләтен күргән уҡытыусылар. Шуға ла унынсыны бөткәс, ҡайҙалыр уҡырға сығып китеү тураһында уйламай, тыуған Сәйетбаба мәктәбендә пионервожатый булып эшкә ҡала. Ул замандарҙа балалар һәм үҫмерҙәр ойошмаһының эштәре гөрләп барған ваҡыт. Ғәйшә Ғилман ҡыҙына эше бик оҡшай. Әммә ата-әсәһе: “Ҡыҙым, уҡырға кәрәк, математиканы яҡшы беләһең, бәлки башҡа йүнәлеште һайларһың”, - тип өгөтләгәс, бер йыл эшләй ҙә Өфө тарафтарына юллана. Унда финанс техникумына ситтән тороп уҡырға керә, ә һуңғараҡ Мәскәү иҡтисад һәм статистика институтында юғары белем ала. Ергә ерегеп үҫкән ҡыҙ шулай ситтән тороп уҡыу юлын һайлай.
Етмешенсе йылдар... Алдынғы ҡарашлы, һәр балаһына юғары белем бирергә ынтылған Ғилман Ғиниәт улы Сәйфуллин ғаиләһе менән ра-йон үҙәгендә йорт һатып алып, шунда күсә. Ғәйшәнең дә ата-әсәһе янында булғыһы килә, бәләкәй туғандарын да ҡарашырға кәрәк. Күп уйлап тормай, “Госстрах” инспекцияһында иҡтисадсы булып хеҙмәт юлын дауам итә. Унан һуң леспромхозда кассир булып эшләп ала. Аҙаҡ һалым инспекцияһына эшкә урынлаша. Яратҡан эшенә егерме йыл самаһы ғүмерен бағышлай. Пенсия йәшенә етһә лә эшен ҡалдырырға ашыҡмай, тағы биш йыл эшләп ташлай...
Шул ваҡыт арауығында кейәүгә сыға. Ике балаға – Марат менән Оксанаға – ғүмер бүләк итеп, уларҙы ел-ямғыр тейҙермәй үҫтерә, матур тәрбиә бирә, уҡытып сығара. Ул ваҡыттарҙы иҫкә алһаң, үҙенә аҙ теймәй тормоштоң “ел-ямғыры”... Бер китап яҙырлыҡ... Тик ауырлыҡтарға бирешмәй Ғәйшә Шәүәлиева. Сөнки уның бар эшен дә хуплап, маҡтап, яҡлап тороусы ҡәҙерле кешеләре – атаһы һәм әсәһе янында була. Әсәй фатихаһында йәшәй ул. Шуға ла әлеге көндә бәхетле ғүмер кисерә Ғәйшә Ғилман ҡыҙы.
Ғәйшә апайҙың Хәннән Вәлиулла улы Ишмырҙин менән ғаилә ҡороп йәшәүҙәренә лә 17 йыл булып киткән икән. “Силәгенә күрә ҡапҡасы” тигәндәй, улар бер-береһенә шул тиклем тап килгәндәр. Икеһе лә уңған, тырыш, ярҙамсылдар. Уларҙың йортонан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй, алсаҡтар, ҡунаҡсылдар, йыр-моңға ғашиҡтар. Бер саранан да ситтә ҡалмай, әүҙем ҡатнашып, уртаһында ҡайнап йәшәйҙәр. Ғаилә башлығы Хәннән Вәлиулла улы районыбыҙҙа билдәле шәхси эшҡыуар ғына түгел, әүҙем йәмәғәтсе лә. Күп йылдар Ғафури районында шәхси эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса вәкил булды. Уларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеп, эштәренең алға барыуына булышлыҡ итергә тырышты. Әлеге көндә Ғафури район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы. Ә Ғәйшә апай - “Красноусол ағинәйҙәре” йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы. Тынғыһыҙ кешеләр бер ваҡытта ла тик ултырмай, үҙенә эш табып тора. Хәннән Вәлиулла улы районда, мәктәптәрҙә һәм башҡа ойошмаларҙа үткәрелгән сараларҙың бағыусыһы булып та ҡатнаша, төрлө хәйриә акцияларына үҙ өлөшөн индерә. Улар бергәләп класташтар, курсташтар менән осрашыу ойошторһондармы, тыуған ауылдарында урам байрамы үткәрһендәрме, туған-тыумасаларын йыйып, ҡорбан салһындармы, әруахтар рухына Ҡөрьән уҡытһындармы – барыһына ла өлгөрәләр! Береһе гармунда уйнаһа, икенсеһе йырлап ебәрә, бейергә төшөп китә. Шуныһы шатландыра: атай-әсәй йорто һәр саҡ гөрләп тора. Ситтә йәшәгән туғандары ҡайҙа барырға икән тип борсолмай, сөнки уларҙы әсәй урынына ҡалған апалары һәм ҡәҙерле еҙнәләре ҡуш ҡуллап ҡаршы аласағына имандары камил! Уларға йыйылһаң, шаян, йор һүҙҙәре менән көлдөрһөндәрме, төрлө темаға бәхәс ҡорһондармы – бар мәшәҡәттәр онотола, күңелгә дәрт-ҡеүәт алып ҡайтаһың...
Ошо көндәрҙә оло, мәртәбәле сараға йыйылабыҙ. Ғәйшә һеңлебеҙҙе, апайыбыҙҙы юбилейы менән ҡотларға Мәскәү ҡалаһынан Марат улы килене һәм ейәнсәре менән, Оксана ҡыҙы ҡайтып төшәсәк. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары, туған-тыумасалары, яҡындары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре йыйыласаҡ.
Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлашып йәшәгән бәхетле парға: Ғәйшә туғаныбыҙға, апайыбыҙға һәм Хәннән кейәүебеҙгә, еҙнәбеҙгә сәләмәтлек теләйбеҙ. Көс-ҡеүәтегеҙ, илһам-дәртегеҙ һаман да шулай ташып торһон, алдағы көндәргә ҙур маҡсаттар ҡуйып, өҫтәлгән ғүмер йылдарына иғтибар итмәй, һаман да йәш күңелле, йор һүҙле булып, туғандарығыҙҙы, балаларығыҙҙы шатландырып, оҙон ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ!
Баҡсаларҙа ҡоштар һайрап туймай,
Һине ҡотлап тыуған көнөңдә.
Ер йөҙөндә булған изгелектәр
Һыйған һинең күңел түренә.
Һин бит беҙҙең һәммәбеҙгә
Яҡты ҡояш, нурлы ай кеүек.
Бәхет-шатлыҡ, ныҡлы сәләмәтлек
Юлдаш булһын һиңә ғүмерлек.

Оло хөрмәт, йылы һөйөү хистәре тулы һүҙҙәр һәм теләктәр менән:
ағаһы Рәмил, энеләре Камил,
Рафаэль, һеңлеләре Флүрә, Рәзәнә, Роза, Эльвира һәм уларҙың ғаиләләре.

Читайте нас: