Бөйөк Ватан һуғышы күптән тамамланһа ла, беҙҙең быуынға Афғанстан, Тажикистан, Абхазия, Осетия, Грузия, Чечнялағы хәрби бәрелештәр өлөшө төшкән.
Беренсе июлдә һәр йыл һайын бөтә ил буйынса Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө билдәләп үтелә. Был иҫтәлекле датанан Рәсәй Геройы Ф.А.Яҡупов исемендәге район хәрби хәрәкәттәр йәмәғәт ойошмаһы ветерандары ла ситтә ҡалманы.
Район үҙәгендә локаль бәрелештәрҙә һәләк булған яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә “Беҙҙе хәтерләгеҙ” (“Помните нас”) тип аталған акция ойошторолдо. Иң тәүҙә Красно-усол урамдары буйлап автойөрөш үтте, ә һуңынан Хәрби Дан аллеяһында тантаналы шарттарҙа ҡыҙыу нөктәләрҙә вафат булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыға сәскәләр һәм венок һалынды.
Йыйылыусылар алдында Ф.А.Яҡупов исемендәге хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе Илфат Закиров сығыш яһаны һәм хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, һаулыҡ, бәхет, именлек теләне. “Мин рәхмәт һүҙҙәрен хәрби бурысын үтәгән егеттәребеҙгә генә түгел, уларҙы ысын Ил һаҡсыһы итеп тәрбиәләгән атай-әсәйҙәренә лә әйтәм. Иң мөһиме – беҙ ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәгән, уның именлеге хаҡына ғүмерен биргәндәрҙе оноторға тейеш түгелбеҙ”, - тине ул.
- Афғанстанда, Чечняла, Тажикистанда һәм башҡа ҡыҙыу нөктәләрҙә хеҙмәт итеүселәр беҙ барыбыҙ ҙа бер бөтөнбөҙ, ғүмеребеҙ һәм һаулығыбыҙ менән иҫәпләшмәй, ил тыныслығы өсөн көрәшкәнбеҙ. Ошондай көндө билдәләргә бер туғандарҙай йыйылыуыбыҙ ҡыуаныслы. Беҙ барыбыҙ ҙа - ҡулына ҡорал тотоп ил алдындағы бурысын үтәгән ябай һалдаттарбыҙ, - тип һөйләп үтте яугир-интернационалист А.Мигунов.
Ғүмерҙәрен ҡыҙғанмай батырҙарса һәләк булған, ҡайтҡас мәрхүм булған егеттәребеҙҙе хәрби хәрәкәттәр ветерандары бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.