-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
10 Июль 2020, 16:25

Ғүмер үрҙәренә артылғанда

Кешенең ғүмер ағышы ла ағын һыу кеүек, урғылып алға табан елә. Ошо еләкле йәмле йәйҙә Мәрйәм Ғәләүетдин ҡыҙы Ҡасимоваға 95 йәш тулды.

Кешенең ғүмер ағышы ла ағын һыу кеүек, урғылып алға табан елә. Ошо еләкле йәмле йәйҙә Мәрйәм Ғәләүетдин ҡыҙы Ҡасимоваға 95 йәш тулды.
Ул Яңы Бурлы ауылында Фәрхиямал һәм Ғәләүетдин Рафиҡовтар ғаиләһендә кинйә ҡыҙҙары булып тыуа. Мәктәпте тамамлағас сос-сая ҡыҙ Төркмәнстанда, Афған, Иран сиге эргәһендәге сәйәхәт мәктәбенә уҡырға инә. Был йылдарҙа ағайым сик буйында эшләй ине, тип хәтерләй ул.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас мәктәп ябыла һәм Мәрйәм Ғәләүетдин ҡыҙы тыуған яҡтарына ҡайта. Стәрлетамаҡта Уҡытыусылар институтының тарих факультетында ике йыл уҡығандан һуң, Сәйетбаба урта мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Күренекле яҙыусыларыбыҙ менән дә эшләргә тура килә уға. Ул йылдарҙа мәктәп директоры Жәлил Кейекбаев, директор урынбаҫары Сәғит Агиш була.
1942 йылдың октябрендә һуғышта ауыр яраланып ҡайтҡан яугир Хатип Фәттәх улы Ҡасимовты осратып, вәғәҙәләшеп донъя ҡороп ебәрәләр. Өс улға, ике ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаиләгә ауыр ҡайғылар һалып ҡәҙерле тормош иптәше, унан һуң өс улы, ейәне, кейәүе фажиғәле рәүештә яҡты донъяларҙан китә. Тормоштоң төрлө яғын күп күргән сабыр әсә бирешмәй, бөгөлөп төшмәй, башҡа балаларына терәк-таяныс булып йәшәргә тырыша. Әлеге көндә оло ҡыҙы Миңниса ғаиләһе менән Болгарияла София ҡалаһында ғүмер итә. Ә һоҡланғыс әсә Салауатта кесе ҡыҙы Әнисә менән йәшәй. Хәҙер инде һигеҙ ейән-ейәнсәрҙең, 17 бүлә-бүләсәрҙең яратҡан өләсәһе лә.
- Ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙҙе Хоҙай сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан, ҡартлыҡ бәхетенән айырмаһын. Йөрәк йылыһын тигеҙ өләшеп, ел-ямғырҙан ҡурсалап оло тормош юлына баҫтырған өсөн ҙур рәхмәтлебеҙ. Киләсәктә лә бөгөнгөләй ҡәҙер-хөрмәттә оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын, - тиҙәр уның балалары.
Олоғайған көндә балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә, һаулыҡ-сәләмәтлектә үткәндәрҙе матур итеп иҫкә алып, ғүмер үренә шатланып артылырға яҙһын һеҙгә.
Читайте нас: