+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
14 Июль 2020, 14:35

Һигеҙенсе тиҫтә йыл бергә

Район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов Хәфиҙә һәм Вилдан Шәриповтар ғаиләһенә"Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн" миҙалын тапшырҙы.

Йәнә бер ғаилә пары – быйыл муллыҡ туйҙарын – никахҡа инеп йәшәүҙәренең 70 йыллығын (ғаилә ҡороуҙарына - 76 йыл!) билдәләгән Хәфиҙә Сәхәүетдин ҡыҙы менән Вилдан Әйүп улы Шәриповтарҙы район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов өйҙәренә барып тәбрикләне. Улар Рәсәй Президенты Указы нигеҙендә булдырылған “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” үҙенсәлекле миҙалы менән бүләкләнде.
Читайте нас: