8 июлдә Изге Петр һәм Феврония, Муром мөғжизәләр тыуҙырыусы көнөндә Рәсәйҙә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. Был байрам юғары әхлаҡи ҡиммәттәрҙе раҫлауға һәм ғаилә институтын нығытыуға өндәй. Матур байрамдың эмблемаһы – ялан аҡсәскәһе (ромашка).
Байрам уңайынан тап ошо көндә район үҙәгенең “Йәшлек” мәҙәни-ял паркында матур сара үтте (коронавирус менән бәйле күп кеше йыйылманы). Күркәм кисәгә тормош юлдарын 60, 50, 35, 30 һәм 10 йыл иңде-иңгә терәп уҙған алты ғаилә пары саҡырылды.
Сара район мәҙәниәт һарайынан Сергей Князевтың саксофон моңдары менән асылды. Мендельсон маршы аҫтында тантана хужалары үҙҙәренә тәғәйен урындарын алды һәм уларға Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнөң билдәһе – аҡсәскә гөлләмәләре бүләк ителде. Ғаилә юбилярҙарына район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рәмил Рафаил ул Әхмәтов район хакимиәте исеменән тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. ЗАГС бүлеге мөдире Зәлифә Риф ҡыҙы Сәйфуллина барыһын тәбрикләп, 50, 60 йыл ғүмер кисереүселәргә БР Башлығының ҡотлауҙарын һәм бүләктәрен тапшырҙы.
Теүәл 60 йыл элек Красноусолда Тәнзилә Ваһап ҡыҙы менән Ришат Бәхти улы Мырҙаҡаевтарҙың ғаиләһе барлыҡҡа килә. 60 йылды улар бер көндәй итеп, ҡулға-ҡул тотоношоп, иңде-иңгә ҡуйып һүтә ғүмер йомғағын. Бер-береһенә ҡарата һаҡланған тоғролоғо һәм мөхәббәте өсөн Аллаһы Тәғәлә уларға 5 бала, 9 ейән-ейәнсәр, 4 бүләсәр бүләк итә.
Быйыл бергә йәшәүҙәренең 50 йыллығын – алтын туйҙарын Земфира Хәлим ҡыҙы менән Рәйес Ғәйнулла улы Ҡоломбәтовтар билдәләй. Улар ике бала – ҡыҙҙары Эльвира менән улдары Раилды үҙҙәренең өлгөһөндә тырыш, аҡыллы итеп тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. Бөгөн улар ике ейәнсәр, бер ейәндең һәм бер бүләрҙең яратҡан олатай-өләсәһе.
Красноусолда йәшәүсе Антонида Николаевна менән Павел Иванович Масленниковтар ҙа мөхәббәтле ғүмер юлы үтеп, алтын туйға килеп еткәндәр. Улар бар ғүмерҙәрен, ғаилә башлығы – шофер, хужабикә бухгалтер булып Ғафури лесхозында эшкә бағышлап, хаҡлы ялға туҡтағандар. Ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр, биш ейәндәре – шатлыҡтары.
Кисәлә мәрйен туйҙарын – бергә йәшәүҙәренең 35 йыллығын билдәләүсе Рәзилә Наил ҡыҙы менән Марат Фәрүәз улы Басариевтарҙы ла тәбрикләнеләр. Ғаилә башлығы район мәҙәниәт бүлеге начальнигы урынбаҫары булып, ә ҡатыны район эске эштәр бүлегендәге эшкә бағышлаған. Икеһе лә намыҫлы һәм яуаплы хеҙмәткәрҙәр, бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булғандар. Ике ул тәрбиәләп үҫтереп, бөгөн бер ейәнсәр һәм ике ейәндәре – ғаиләнең төп байлығы.
Сарала йәнә бер ғаилә парына – 1990 йылдың сәскәле, йәмле йәйге көнөндә сәстәрен-сәскә бәйләп, быйыл ғаилә ҡороп йәшәүҙәренең 30 йыллығын - ынйы туйҙарын билдәләгән Гөлнур менән Камил Аҡбашевтарға ла тәбрик һүҙҙәре яңғыраны. Гөлнур Нурислам ҡыҙы Белорет медицина училищеһын тамамлап, йүнәлтмә буйынса Красноусол поликлиникаһының балалар консультацияһына шәфҡәт туташы булып эшкә килә һәм ғүмерлек тормош юлдашын да ошонда табып, килгән ерендә таш булып бата. Ғаилә башлығы һөнәре буйынса ташсы, йорт һалып сығалар, улдары Илнур әрме сафында хеҙмәт итә.
Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре Елена менән Анатолий (УренгойДорстройҙа водитель) Симановичтар 10 йыллыҡ - аҡ ҡурғаш туйҙарын билдәләгән. Уларҙың татыу ғаиләһендә ҡыҙҙары Ксения менән улдары Павел үҫә.
Был көндө йәнә бер ғаилә пары – быйыл муллыҡ туйҙарын – никахҡа инеп йәшәүҙәренең 70 йыллығын (ғаилә ҡороуҙарына - 76 йыл!) билдәләгән Хәфиҙә Сәхәүетдин ҡыҙы менән Вилдан Әйүп улы Шәриповтарҙы район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов өйҙәренә барып тәбрикләне. Улар Рәсәй Президенты Указы нигеҙендә булдырылған “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” үҙенсәлекле миҙалы менән бүләкләнде.
Тантана барышында байрам сараһы хужалары хөрмәтенә Гөлфирә Бәширова, Арина Селянина, Александра Хәбибуллина, Хызыр Нәзиров, Винер Хәбибуллин, Ҡадир Ишбулдин, Гөлназ Мирхәйҙәрова башҡарған йырҙар, Сергей Князевтың саксофон, Рәмил Ҡотдосовтың ҡурай моңдары яңғыраны. Ғаилә парҙары йәшлектәрен иҫтәренә төшөрөп вальс та әйләнде, туйҙағыса бер-береһен ҡотлашты. Кисәне Гөлназ Мирхәйҙәрова менән Ҡадир Ишбулдин алып барҙы.
Һәммәгеҙҙең дә ғаиләләре ныҡ, тулы, йылы булһын, бер-берегеҙҙе бер һүҙҙән, бер ҡараштан аңлап, бәхеттә йәшәргә яҙһын, тигән теләктә ҡалды байрам сараһын уҙғарыусылар.
Индира ИШКИНА.