+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
17 Июль 2020, 18:50

Ғафури шәжәрәһен юллап...

М.Ғафуриҙың ата-бабалары тураһында яңынан-яңы мәғлүмәттәр табылып тора, шулай ҙа элек баҫылған бер нисә сығанаҡҡа мөрәжәғәт итеп ҡарайыҡ.Шәжәрәне өйрәнеүҙе 1964 йыл 15 июль һәм 3 август айындағы көндәлектәрҙәге өҙөктән башлайыҡ. Ул ваҡытта мин, Урал дәүләт университетының журналистика факультеты студенты, «Творческая биография классика башкирской литературы М.Гафури» тигән темаға курс эше яҙып, Ғилемдар Йыһандар улы Рамазановҡа рецензияға биргән инем. Үҙенең китабына материалдар туплағанда, уның һорауы буйынса Абдулла ауылында М. Ғафуриҙың бер туған энеһе менән осрашыуҙарын ойошторорға тура килде.

М.Ғафуриҙың ата-бабалары тураһында яңынан-яңы мәғлүмәттәр табылып тора, шулай ҙа элек баҫылған бер нисә сығанаҡҡа мөрәжәғәт итеп ҡарайыҡ.
Шәжәрәне өйрәнеүҙе 1964 йыл 15 июль һәм 3 август айындағы көндәлектәрҙәге өҙөктән башлайыҡ. Ул ваҡытта мин, Урал дәүләт университетының журналистика факультеты студенты, «Творческая биография классика башкирской литературы М.Гафури» тигән темаға курс эше яҙып, Ғилемдар Йыһандар улы Рамазановҡа рецензияға биргән инем. Үҙенең китабына материалдар туплағанда, уның һорауы буйынса Абдулла ауылында М. Ғафуриҙың бер туған энеһе менән осрашыуҙарын ойошторорға тура килде.
Әҡсән Әбделмәнов үҙ нәҫелдәре райондың Баҙыҡ (Бажыҡ) ауылынан булыуҙарын бәйән иткәйне.
Әҡсән (1882-1975) ағалары Нурислам һәм Мәһәҙи тураһында ла күп кенә мәғлүмәт бирҙе.
- Беҙ атай-әсәйһеҙ ҡалғас, Нурислам ағайыбыҙ бөтә мөлкәтте үҙенә алды. Йорт һәм умарталар, малдарға ла ул хужа. Тәүҙә ярайһы ғына беҙҙе ҡарағандай иткәйне лә, еңгәй булған кеше бик уҫал ине һәм беҙҙе яратып етмәне. Һуңынан һәр беребеҙ үҙ йүнебеҙҙе үҙебеҙ күрергә тырыштыҡ.
Мәһәҙи ағайыбыҙ бик сая, ҡыйыу, ваҡыты менән дыуамалыраҡ та ине. Атайҙан белем алғандан һуң Ырымбур ҡалаһында уҡып ҡайтты. Русса ла яҡшы белә ине.
Беренсе донъя һуғышында ҡатнашты, ләкин ни өсөндөр 1917 йылғы революцияны ҡабул итмәне, аҡтар әтрәтенә ҡушылып христиан динен ҡабул иткәндән һуң аҡ әфисәр булып йөрөнө. Һуңынан 1920 йылда Иркутскиҙа атып үлтерелеүен белдек.
Уның Хәмзә (1907-1948), Ғәббәс (1908-1995) исемле улдары булды. Ата-әсәләре вафат булғандан һуң улар миндә йәшәне. Аҡ әфисәр улдары булған өсөн икеһен дә уҡырға алманылар, ғәрәп телен аҙ-маҙ өйҙә үҙемә өйрәтергә тура килде инде.
1923 йылдың йәйендә ағайым Мәжит ауылға килгәндә һыйыр көтөп йөрөгән малайға тап була һәм шунда үҙ ағаһының улы икәнен таный. Ул килгәс миңә ныҡ ҡына эләкте, уларҙы көтөүсе итеп йөрөткәнгә. Ғәббәс ауырыу ғына булһа ла бик шаян, кешеләрҙе ирештерергә, үсекләргә яратты. Мәжит ағайым уны шул ваҡыттан уллыҡҡа алып уҡытты. Хәмзә Өфөгә барырға риза булманы, ауылда йәшәне.
Ғәббәс һуңынан Ленинградта уҡып хәрби-медицина академияһын тамамланы. Һуғыш йылдарында һыу аҫты кәмәһендә хәрби врач булып хеҙмәт итте. 25 йыл хәрби хеҙмәттә булып медицина хеҙмәте майоры дәрәжәһендә пенсияға сығып, әлеге көндә Өфөлә йәшәй. Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм “Батырлыҡ өсөн” миҙалынан башлап бик күп миҙалдар менән наградланған.
Зөһрә еңгәм менән Мәжит абыйым балаларҙы бик яраттылар.
30-сы йылдарҙа Әхмәтша мәзиндең ғаиләһе репрессияға дусар булды. Үҙе бик ҡарт һәм ауырыу сәбәпле үлемдән ҡотола алды. Оло улдарын атҡандан һуң, төндә бәләкәй улы Варисты алып юлға сыҡты, сөнки уны ла Ғәббәс кеүек ауылда уҡытманылар, шуға күрә йыраҡ туғанына барырға ҡарар итте. Варисты ла абыйыбыҙ ҡарап үҫтерҙе. Өфөлә 7 йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡта педтехникумда уҡырға ярҙам итте. Варис Халхин-Гол, Фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашты. 1942 йылда ауыр яра алып фронттан ҡайтты. Һуғыштан һуң ауыл хужалығы институтын тамамланы. Әлеге көндә Стәрлетамаҡ районында эшләй.
Кәрәк тип тапһағыҙ, мин әйткәндәрҙе файҙаланырһығыҙ, - тип һүҙен бөтөрҙө. 3 август 1964 йыл.
Ләкин Ғ. Рамазанов ул турала ентекләп яҙманы, һуңынан:
«М.Ғафури ижады». Өфө, 1965. 41-42-се биттәрҙә шағирҙың ауылдашы, һабаҡташы һәм балалыҡ дуҫы Бәҙретдин Мәҡсүтовтың 1940 йылда өлкә газеталарында баҫылған иҫтәлектәренән өҙөк килтереп: «Бәҙретдин Мәҡсүтов үҙенең иҫтәлектәрендә Ғафуриҙың атаһы тураһында шулай яҙа», - тип яҙып сыҡты. «Нурғәни хәлфәнең төп нәҫеле башҡорт булып, уның атаһының атаһы Ғәбделмән ҡарт хәҙерге Красноусол районы Бажыҡ ауылынан Елемҡаран ауылына күсеп килгән. Ғәбделмән ҡарттың улы Ғәбделғәфүр булып, Ғәбделғәфүрҙән Нурғәни хәлфә тыуа. Мәжиттең башҡа ҡәрҙәштәре үҙҙәренең төп аталары Ғәбделмәнов фамилияһы менән йөрөйҙәр. Мәжит үҙ фамилияһын Ғәбделмән ҡарттың улы Ғәбделғәфүр исеме менән Ғафури фамилияһына күсергән»,- тиелә.
Артабан «СССР Фәндәр академияһының Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында һаҡланған шәжәрәләрҙең береһендә лә Мәжит Ғафуриҙың ата-бабалары кәлсер-табын башҡорттары булыуы тураһында аныҡ мәғлүмәттәр бар»,- тип аңлатып ҡуя. (Башкирские шежере. Под редакцией Р.Г.Кузеева. Уфа, Башкнигоиздат, 1960).
«Еҙем-Ҡаран - Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Ғафуриҙың тыуған ауылы. 1960 йылда донъя күргән (Төҙөүсеһе Р.Ғ.Кузеев) «Башҡорт шәжәрәләре»ндә кәлсер-табындарҙан сыҡҡан әҙиптең шәжәрәһе килтерелә. ...Ғәбделхалиҡ - Ғәбделханнан – Ғәбделғаффаз - Ғәбделғәни - Нурғәни - Ғәбделмәжит һәм башҡалар.
1859 йылдағы 10-сы ревизия материалдары Мәжит Ғафуриҙың шәжәрәһенә байтаҡ ҡына асыҡлыҡ индерә. Әйтәйек, Ғәбделғәни һәм Нурғәни атай менән ул түгел, ә туғандар икән. Тимәк, Ғәбделғафур Мәжит Ғафуриҙың олатаһының атаһы түгел, ә олатаһы. Ул замандарҙа ҡабул ителгәнсә, шағир олатаһының исемен фамилия иткән булып сыға. Ә Ғәбделғәфүрҙең олатаһы Ғәбделғаффаз түгел, ә Ғәбделмән. Шағир шәжәрәһенең төбөнә төшөү бүтән ревизия материалдарының һаҡланмауы арҡаһында мөмкин түгел», (А.З.Асфандияров. «История сел и деревень Башкортостана». Справочник. Книга третья. Уфа, «Китап», 1993. стр. 36-38). - тип аңлатыла.
Бында ике авторҙың да Еҙем-Ҡаран ауылы буйынса ғына фекер йөрөтөүҙәрен әйтергә кәрәк.
«М.Ғафури тураһында замандаштары. Иҫтәлектәр» китабынан Ғиләж Ғумирский иҫтәлектәрен ҡарап үтәйек.
«1926 йыл. М.Ғафури менән уның тыуған ауылы Еҙем-Ҡаранға бергә барып йөрөп ҡайтҡан ваҡытыбыҙҙы хәтерләйем. Ҡайтышлай беҙҙең Ғүмәр ауылынан күскән «Түбән» поселкаһына керҙек... Беҙ был поселкала оҙаҡ торманыҡ. Аттарыбыҙҙы егеп, Ауырғазы Ҡарамалыһына киттек. Юлда минең ауылым - Ғүмәрҙән үтеп барған ваҡытта, Ғафури:
- Ошо һеҙҙең Ғүмәр ауылында минең әсәйем менән бер туған әбейем бар,- тине.
- Әбейегеҙ кем, Мәжит ағай? - тинем.
- Әбейем Банат, уның ире - бабам Шатай, улдарының береһе - Шәйхетдин, береһе Бәҙритдин,- тине.
Мин шағирҙың һүҙҙәрен бик ҡыҙыҡһынып тыңланым...
... Мәжит ағай:
- Әсәйемдең аталары ошо һеҙҙең яҡ татар ауылында булһа кәрәк. Шатай бабай менән Банат әбейем беҙгә ҡунаҡҡа бик йыш баралар ине. Минең ата-әсәләрем дә ошо һеҙҙең ауылға йыш ҡына ҡунаҡҡа киләләр ине. Ана шулай, туғандар, минең атайым башҡорт балаһы булып, әсәйем татар ҡыҙы, - тине».
Тағы ла бер сығанаҡҡа, Абдулла (Таштамаҡ) ауылына нигеҙ һалыусы, үҙе яҙғанса Ғәбделмәнов Абдулла Ғәбделнафиҡ улының төҙөгән шәжәрәһенең уң яғына (яҙыу нисек яҙылған, шулай күсереп алынды) мөрәжәғәт итәйек.
«Габделман Стәрлетамак оязе Калсер Табын волосты (хәзерге Красноусольск - сонгы вакытта Гафури районы) Бажык авылында туып үскән һәм гилме муллалык дэрежэсенә житкэс шул волостның Жилим-Каран авылы халыкларынын карары белән Жилим-Каранга муллалыкка кабул ителгәч 1774-нчы елларда Жилим-Каранга күчеп килә һэм 7 (1816 йыл) рэүездә бер жанга жир ала. Анын Габделхалик, Габделгафар һэм Локман исемле оч улы була.
Үзе улгэнэн сон жир мирас буенча балаларына кала, ә уртансы улы Габделгафар 1800-нчы елларда шул ук авылда муллалыкка указ ала. Шуннан сон 10 рэуездә оч туганнарда пайга кертелэлэр һәм бу нэсел халыклары мэнгелеккә жирдән файдалану хокукы алалар. Гаделгафар мулла картайгач, аны да узенен уртансы улы алмаштыра. Габделгани мулла булып торган вакытта атасы Габделгафар 1884-нчы йылда, нэкь 100 яшендә вафат була.
Сонгы вакытта Жилим-Каран авылынын төп халыклары Максютовларнын өстенлеге сөргән елларда - 1887 елда Габделгани улгэч, бу нэсел халыклары читлэтелә башлыйлар һэм 1891 елда бөтенлэйгә жирдэн мэхрум ителэлэр.
1917 елда - Бөек Октябрь Социалистик революциясе башлангач, мин Жилим-Каран авылы шурасында эшли башладым һэм 1924 елгача анда эш башкаручы һэм рэис вазифаларын утэп килдем. Уземнен эш дэверендә яна хокумэтнен жир турындагы декретлары белэн таныштым. 33 ел буенча жирсез газап чиккэн һэм «жирсез этэмбай», «килмешэк» кушаматларын кутэргэн Габделмановлар семьясына жир юллап алу бурычын уз алдыма куйдым һэм мин ана ирештем.
1923 елнын көзөндә Жилим Каран авылыннан 6-8 км төн яктарак Жилим елгасы буйларыннан зур булмаган кулэмдә жир кистереп алдым һэм 1924 елнын язында Таштамак күле буена 30-лап хужалык, бер кечкенә авыл булып кусеп утырдык. Энә шул авылга инде юллап алучынын хөрмәтенә Абдулла авылы дип исем бирелде, яки анын утырычына карап жирле халыклар бу авылны Таштамак дип атап йөрөтэлэр.
Татар-башкорт халкынын куренекле эшлеклесе, башкорт сэнгэтенә нигез салучы, Башкорт халык шагыйры Мәжит Гафури Габделмановлар семьясыннан усып чыкты.
Ижад итучы: Габделманов Абдулла Габделнафик улы.
Тозучы: Габделманов Ягафар Абдулла улы. 1947 ел»- тип ҡуйылған.
Был шәжәрәнең төп нөсхәһе Абдулла ауылында йәшәүсе Хәлисә Йәүҙәт ҡыҙы Әбделмәновала (Әбделмәновтарҙың бүләсәре) һәм күсермәләре туғандарының һәр береһендә тип әйтерлек һаҡлана.
Ҡайһы берәүҙәр М.Ғафури тураһында яҙғанда уның туғандары барлығын да белмәгәндәрҙер күрәһең.
Был турала «Шағирҙы яҡшы беләбеҙме?» («Башҡортостан», 2000, 20 июль), «Тарихи дөрөҫлөктө тергеҙәйек» («Ағиҙел» № 10.2003), «Дөрөҫлөктән ситләшмәйек» («Табын», 2015, 29 июль) мәҡәләләрендә яҙып сыҡҡан инем инде. Һуңғыһы «Ағиҙел» журналы китапханаһы серияһындағы ««Алтын мираҫ» әҙәби-методик ҡулланма»ға (Өфө, 2018) индерелгән, ләкин баҫмаға әҙерләгән иптәштең ундағы факттарҙы үҙенсә үҙгәртеүе һөҙөмтәһендә авторҙарҙың фекерҙәре боҙоп күрһәтеп баҫылып сыҡты.
Хәҙер ата-бабаларын Баҙыҡ (Бажыҡ) ауылы аша юллап ҡарайыҡ.
«Баҙыҡ (Бажыҡ) ауылы 18-се быуаттың 30-сы йылдарында Юрматы волосы Ҡармыш түбәһе башҡорт вотчинниктары (аҫабалары) тарафынан нигеҙләнә. 1757, 1830 йылдарҙа ауыл типтәрҙәрҙе индерә һәм улар ерҙе үҙҙәренең мөлкәте итеп нығытып ҡуя, 1783 йылдағы ревизия буйынса ауылда 15 башҡорт, 66 типтәр көн күрә».
(А.З.Асфандияров. «История сел и деревень Башкортостана». 3 книга. Уфа, «Китап»,1993 г. стр.35).
1795 йылғы иҫәп алыуҙа: Әбделйәлил - 40 йәш, Әбделмән - 27, Кинйәбикә - 9 йәш - Ишимовтар, Әбделйәлилдең ҡатыны Гөлбикә -17 йәш, Әбделмәндең ҡатыны Гөлсәлимәгә 16 йәш тип теркәлгән.
1811 йылғы иҫәп алыуҙа № 7-лә Әбделйәлил Ишимов -1798 йыл үлгән, Әбделйәлилдең энеһе Әбделмән һәм улдары: Әбделғафар - 15 (теркәүҙә нисек яҙылған, шулай бирелә), Әбделхалиҡ - 3, Лоҡманхәким - 2 йәш, Әбделйәлилдең улы Ҡунаҡҡол 1796 йылда үлгән тип теркәлгән.
1816 йылғы иҫәптә № 10-да Әбделғафар Әбделмәнов -19, Әбделхалиҡ Әбделмәнов - 7, Лоҡманхәким Әбделмәнов - 6 йәш.
1834 йылғы иҫәптә № 10-да Әбделғафар Әбделмәнов - 37, Әбделғафарҙың 1-се ҡатынынан Әбделфәйез - 11, Әбделғәни - 2 йәштә, Әбделғафарҙың энеһе Әбделхалиҡ Әбделмәнов - 25, Әбделхалиҡтың улы Әбделкәбир - 2, Әбделхалиҡтың икенсе энеһе Лоҡманхәким - 24, Лоҡманхәкимдең улы Усман - 1 йәш.
Әбделғафар Әбделмәновтың ҡатындары: 1. Хөснөлкамал - 26, Гөлфәйруза - 20 йәш.Беренсе ҡатынынан ҡыҙы Мөхөпъямал - 8 йәш.
Әбделхалиҡ Әбделмәновтың ҡатыны Гөлзәмәлийә - 20 йәш.
Артабан иҫәп алыуҙа Баҙыҡта Ғәбделмән (Әбделмән) нәҫелдәре юҡ.
Ырымбур губерна идараһының 1850 йыл 23 ноябрендәге №17113 указы менән Ғәбделғәни Еҙем-Ҡаран ауылы мәсетенә указлы мулла тип теркәлгән (ГИА РБ). Бынан күренеүенсә, 1834-1850 йылдар арауығында Ғәбделмән нәҫелдәре Еҙем-Ҡаранға күскән тип иҫбатларға нигеҙ бар.
Еҙем-Ҡаран ауылы буйынса 1811, 1816, 1834 йылғы иҫәп алыуҙа был нәҫелдәр теркәлмәгән.
1850 йылдың 10 октябрендәге иҫәп алыуҙа Еҙем-Ҡаранда № 38 итеп Әбделмәновтар нәҫеле теркәлгән.
Ғәбделғафар Әбделмәнов - 54 йәш, Ғәбделғафарҙың улы Мөхәмәфәйезхан - 29 йәш, Мөхәмәтфәйезхандың улы Мөхәмәтшакир - 2 йәш.
Ғәбделғафарҙың 4 улы: Ғәбделғәни - 24 йәш, Ғәбделнафиҡ -15 йәш, Нурғәни - 11 йәш, Мырҙағәли - 6 йәш.
Ғәбделғафарҙең энеһе Әбделхалиҡ - 42 йәш, Әбделхалиҡтың улдары: Әбделкәбир -17 йәш, Әбделнасыр - 16 йәш, Әбделкәрим - 11 йәш, Мөхәмәтәмин - 5 йәш.
Әбделхалиҡтың улы Хәсән, яңы тыуған -1 йәштә.
Ғәбделғафарҙың икенсе энеһе Лоҡман - 41 йәш (1849 йыл үлгән). Лоҡмандың улдары: Усман - 13 йәш, Нуриман - 10 йәш тип теркәлгәндәр.
1859 йылдың 28 июлендәге иҫәп алыуҙа Еҙем-Ҡаранда № 31 хужалыҡта:
Әбделғафарҙың энеләре: 1) Әбделхалиҡ Әбделмәнов - 50 йәш, улдары: Ғәбделкәбир - 25 йәш, Ғәбделнасыр - 24 йәш, Ғәбделкәрим - 19 йәш, Мөхәмәтәмин - (Ғәбделәмин) -13 йәш, Хәсән - 1 йәш.
2) Лоҡман - 41 йәштә үлгән. Уның улдары: Усман -21 йәш,
Нуриман -18 йәш.
№ 35-се хужалыҡта:
Ғәбделғафар Әбделмәнов - 62 йәш, ҡатыны Гөлфәриҙә Ғимранова - 43 йәш. Ғәбделғафарҙың улдары:
1) Файрисхан (Фәйезхан) - 37 йәш, уның улдары: Шакир -10 йәш, Рәхмәтулла - 6 йәш, Ғарифулла - 4 йәш.
Ҡатындары: 1. Ғәҙелбаныу Юнусова - 33. 2. Гөлзибә Канзафарова - 18.
2) Ғәбделғәни - 28 йәш. «Указной имам из тептярей башкирды» - тип теркәлгән. Уның улдары: Садритдин (Сәйфитдин) - 9 йәш, Хәбибрахман -3 йәш.
Ҡатындары: 1. Хөсниямал Ғөбәйҙуллина - 28.
2.Фатиха Мөхәмәтямалова - 18.
3) Ғәбделнафиҡ - 20 й. 4) Нурғәни - 19 й. 5) Мырҙағәли - 14 йәш.
Ғәбделнафиҡтың ҡатыны Гөлфәриҙә Искәндәрова - 24 йәш.
Күренеүенсә, был нәҫел бик ишле. М.Ғафуриҙың ҡарт атаһы Ғәбделғафарҙың 5 улы, атаһы менән бер туған Ғәбделғәни һәм Фәйезхандың 5-әр улы, ә Ғәбделнафиҡтың 14 улы булған: Ғиниәтулла, Зәйнулла, Ибәтулла, Ниғмәтулла, Хәбибулла, Вәлиулла, Шәрифулла, Мотиғулла,
Абдулла, Кашфулла, Лотфулла, Сәғиҙулла, Закир, Хәлиулла.
Туғыҙынсы улы Абдулланың үҙенең 7 улы, уның улы Йәғәфәрҙең дә 7 улы булған.
Мәжит Ғафуриҙың энеһе Әҡсән Әбделмәнов 9 бала атаһы. Ғәрәп телендә уҡый һәм яҙа, Ҡөрьән сүрәләренең мәғәнәһен дә аңлата белә ине. Үҙенең аңлатыуынса, тәүҙә атаһынан белем ала. Һуңынан Оло Үтәш мәҙрәсәһендә Хатип муллала белем алғандан һуң бер йылдан артыҡ Ырымбурға ла барып уҡып ҡарай, ләкин аслы-туҡлы йәшәүҙән ялҡып ауылға ҡайтырға мәжбүр була.
Үҙе иҫән саҡта шағир тураһында бик күп мәғлүмәттәр алдыҡ, ә ҡыҙҙары менән бер ауылда - Еҙем-Ҡаранда ғүмер кисерҙек, хәҙерге көндә бүләсәрҙәре менән аралашып йәшәйбеҙ.
Артабан авторҙарҙа һаҡланған Еҙем-Ҡаран һәм Баҡраҡ ауылдары мәсетенең «Метрическая книга»һына мөрәжәғәт итәйек:
№ 60 Метрическая книга
Уфимской губернии Стерлитамакского уезда деревни Зилимъ-Карановой и Бакраково мечети на 1885 годъ.
Изъ Оренбургского магометанского духовного собрания, - тигән теркәүҙә: Вътечении 1885 года браковъ было восемьнадцать.
За нихъ представлена денегъ два рубля семьдесятъ копъекъ (2р.70к.).
Указной мулла Абдулгафаровъ, -тип ҡул ҡуйылған.
Ә 1891 йылда тыуған балалар исемлегендә:
№ 3. Әбделғафаров Фәйезхан улы Ғарифулланың Миңленурәхмәт исемле улы 2 февралдә,
№ 7. Әбделнасыр Ғәбделхалиҡ улы Ғәбделмәновтың Әбдрахман исемле улы 31 майҙа,
№ 21. Мырҙағәли улы Фәхрислам Әбделғафаровтың Динислам исеме улы 5 декабрҙә,
№ 22. Һиҙиәтулла Фәйезхан улы Әбделғафаровтың Миңлемәғсүм исемле улы 10 декабрҙә тыуыуҙары теркәлгән.
Сведения о домохозяевах селений Гафурийского района РБ по карточкам сельскохозяйственной переписи 1917 г.
Кальчир-Табынская волость, д. Зилим-Каран - был теркәүҙә ауылда 214 хужалыҡ булып:
№ 17. Әбделмәнов Хәбибрахман Ғәбделғәни улы - 61 йәш. 27, 22, 12 йәшлек өс улы. 2 йәшлек ейәнсәре,
ҡатыны - 55 йәш, 18, 16 йәшлек ҡыҙҙары һәм 20 йәшлек килене,
№ 26. Әбделғафаров Вәлиулла Ғәбделнафиҡ улы - 40 йәш. 5, 2 йәшлек улдары, 31 йәшлек ҡатыны, 13, 9, 7 йәшлек ҡыҙҙары,
№ 34. Ғафаров Әҡсән Нурғәни улы - 33 йәш, 27 йәшлек ҡатыны, 10, 7, 5, 2 йәшлек 4 ҡыҙы,
№ 41. Әбделмәнов Вәлиәхмәт Ғәбделғәни улы - 34 йәш. 32, 29, 20 йәшлек өс энеһе, 12 йәшлек һеңлеһе, 4 йәшлек ейәнсәре,
№ 43. Ғафаров Ғәбделхәмит Ғәбделғәни улы -53 йәш. 14, 12 йәшлек улдары, 65 йәшлек ҡатыны, 17 йәшлек ҡыҙы,
№ 52. Әбделмәнов Мансур Ғәбделғәни улы - 43 йәш, 33 йәшлек ҡатыны, 14, 7, 5 йәшлек ҡыҙҙары,
№ 58. Әбделмәнов Мотиғулла Ғәбделнафиҡ улы - 33 йәш, 25 йәшлек ҡатыны, 25 йәшлек энеһе,
№ 61. Әбделғафаров Хәлиулла Ғәбделнафиҡ улы - 42 йәш, 25 йәшлек ҡатыны, 16, 3 йәшлек улдары, 6 йәшлек ҡыҙы,
№ 71. Әбделмәнов Абдулла Ғәбделнафиҡ улы - 28 йәш, 21 йәшлек ҡатыны, 3 йәшлек ҡыҙы,
№ 115. Ғафуров Мәжит Нурғәни улы - 35 йәш (?), 29 йәшлек ҡатыны, 7 йәшлек улы,
№ 116. Әбделмәнов Мәһәҙи Нурғәни улы - 43 йәш, 34 йәшлек ҡатыны, 11, 9 йәшлек улдары, 4 йәшлек ҡыҙы,
№ 140. Ғафаров Хәбибулла Фәйезхан улы - 48 йәш, 37 йәшлек ҡатыны, 21, 6, 3 йәшлек улдары, 8, 6 йәшлек ҡыҙҙары,
№ 141. Ғафаров Зинәтулла Ғәбделнафиҡ улы - 50 йәш, ҡатынына 40 йәш, 23, 20, 18, 6, 3 йәшлек улдары, 16, 11, 8 йәшлек ҡыҙҙары,
№ 161. Әбделмәнов Кәрим Ғәбделхалиҡ улы - 80 йәш, ҡатынына 72 йәш, ейәнсәре 15 йәштә,
№ 181. Ғафаров Фәхрислам Мырҙағәли улы - 51 йәш, ҡатынына 45 йәш, 22, 17, 12, 5 йәшлек дүрт улы, 14, 5 йәшлек ҡыҙҙары, 75 йәшлек әсәһе,
№ 213. Әбделмәнов Шәкир Фәйезхан улы - 70 йәш, ҡатынына 40 йәш, 28, 24, 13, 11, 9, 7 йәшлек алты улы, 15 йәшлек ҡыҙы теркәлгән.
(Ҡарағыҙ: НА РБ. Ф. Р - 437. Оп. 1. Д. 3992. Л. 1 - 1-215.)
Абдулла Нафиҡ улы Әбделмәнов төҙөгән шәжәрә буйынса: Ғәбделмән мулла 1817(8) Баҙыҡта (Бажыҡ) ерләнгән.(1750-1818).
Еҙем-Ҡаранда Ғәбделмәнов Ғәбделғафар (1784 -1884), Нурғәни Ғәбделғафар улы Ғәбделмәнов - (1840-1896). Нурғәниҙең ҡатыны Мрәсова Мәрзиә Сәйфитдин ҡыҙы - Ауырғазы районы Мостафа ауылынан. (Мостафала 1850 йылғы теркәүҙә № 28 булып Мрәсов Сәйфитдин - 43 йәш, икенсе ҡатыны Шәмсикамал Зиганшина - 35 йәш, ҡыҙы Мәрзиә - 11 йәш, ә 1859 йылда Сәйфитдин Мрәсов - 52 йәш, Шәмсикамалға - 44 йәш, ҡыҙы Мәрзиәгә - буласаҡ шағирҙең әсәһенә 21 йәш тип теркәлгән). Беренсе улы Нурислам 1860 йылда тыуыуын иҫәпкә алһаҡ, Мәрзиәнең Еҙем-Ҡаранға килен булып төшөүе 1859 йылға тура килә.
Ғәбделмән нәҫелдәре Абдулла Нафиҡ улы Әбделмәнов яҙғанса 1924 йылдың яҙында яңы ауылға нигеҙ һалып Еҙем йылғаһы буйына күсеп ултыралар, тик Әҡсән ҡарт Әбделмәнов кенә 1928 йылда ул ауылға күсенә.
Әбделмән нәҫелдәрен көсләп күсереүҙәренә риза булмайынса, ата-әсәләре һәм үҙе йәшәгән урын-ерҙәренә фатиха бирмәй киткән, шуға күрә лә кем генә ул ергә килеп йорт һалмаһын, һәр ваҡыт бәлә-ҡаза киләсәген әйтә килә ине. Ысынлап та, ул урын ҡәһәрлегә әйләнде.
Совет осоронда ла дини йолаларҙы үтәп, балаларға исем ҡушып, никах уҡып, төрлө им-томдар менән кешеләрҙе дауалап йәшәне.
Алдағы теҙмәләр буйынса бер үк ата балалары фамилияларын олаталарының йә олаталарының аталары (ҡарт олаталары) исеменән алғанлығы асыҡлана.
Бында тағы бер бәхәс тыуҙырған моментҡа иғтибар йүнәлтке килә. «М.Ғафури үҙ ауылынан киткәндән һуң унда башҡаса булмаған» тигән фараздарҙы юҡҡа сығарыуға теҙмәләге № 115 үҙе үк асыҡ миҫал.
Әхмәтзәки Вәлидиҙең «Хәтирәләр» китабында 1917 йылдың сентябрендә һәм 1918 йылдың апрелендә Еҙем-Ҡаранда ике тапҡыр осрашыуҙары тураһында әйтелә, быға ярашлы шағир ул йылдарҙа ауылда йәшәгән тип ныҡлы әйтергә мөмкин.
1911 йылдың 15 июненән 5 июленә тиклем тыуған төйәгендә ғаиләһе менән ял итеүе, 1915 йылдың йәйендә лә ялға килеүе, 1917 йылдың йәй айынан 1919 йыл башына тиклем, 1926 йылда ла ауылда булыуы тураһында «Алтын мираҫ» әҙәби-методик ҡулланмала (Өфө, 2018) ентекләп яҙып үтелде.
Шулай итеп, архив материалдарынан күренеүенсә, шағирҙың нәҫел-нәсәбенең тамырҙары Бажыҡтан булып Еҙем-Ҡаран ауылына күсеүҙәре күренә, артабан шағир шәжәрәһен юллап гиҙәһе урындар бар әле.

Миҙхәт ХӘЛИЛОВ,
уҡытыусы - методист, РФ мәктәптәренең почетлы хеҙмәткәре.
Айрат ХӘЛИЛОВ,
Еҙем-Ҡаран урта дөйөм белем биреү мәктәбенең юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Читайте нас: