Республикала эҫе мәл. Табиптар был осорҙа физик әүҙемлектән тыйылырға кәңәш бирә. Бигерәк тә эҫелекте оло йәштәгеләр ауыр кисерә.
Табиптар әйтеүенсә, эҫе һауа торошо йөрәк-ҡан системаһына ныҡлы көсөргәнеш бирә. Ныҡ тирләү арҡаһында организмда шыйыҡлыҡ, тоҙ миҡдары кәмей, тир менән бергә электролиттар күпләп бүленеп сыға. Эҫелекте күләгәлә йәки һалҡын бинала үткәреп ебәрергә тырышырға кәрәк. Көн һуҙымында бер нисә тапҡыр душта йә булмаһа биҙрәләп һыу ҡойоноу ҙа эҫелектән ҡотолорға ярҙам итер.
Айырым температура режимында һаҡлауҙы талап ителгән дарыуҙарҙы һыуытҡыста тотоғоҙ.
Магазиндарға барыуҙы, баҡсала эшләүҙе кисектерегеҙ. Урамға мотлаҡ сығырға кәрәк икән, өҫтөгөҙгә кизе-мамыҡ йәки етен туҡыманан иркен кейем, башығыҙға эшләпә кейегеҙ йәки яулыҡ ябынығыҙ. Күңелегеҙ болғанып, баш әйләнә башлаһа, йөрәк һуҡһа тиҙ арала һалҡын урынға керегеҙ, һыу эсегеҙ. Хәлегеҙ еңеләймәһә, табип саҡыртығыҙ.
Ҡан тамырҙарына температураның кинәт үҙгәреүе, мәҫәлән, эҫенән кондиционер эшләп торған магазинға инеү ҙә кире йоғонто яһай.
Эҫелә туҡланыуға бер аҙ үҙгәреш индереү ҙә урынлы булыр. Кофеинлы, татлы аҙыҡ-түлекте аҙыраҡ ҡулланырға, газлы эсемлектәр, тәмәке, алкоголь, әсе продукттар менән мауыҡмаҫҡа кәңәш ителә. Табиптар йәшелсә, емеш-еләк, башаҡлы үҫемлектәрҙе күберәк ашарға ҡуша. Эҫелә иң яҡшыһы – тәбиғи эсемлектәр: һыу, кеүәҫ, лимонлы сәй, еләктән яһалған морстар.
Шулай уҡ транспортта оҙайлы юлға сыҡмау хәйерле. Имен-һау, сәләмәт булайыҡ, дуҫтар!