+4 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
17 Июль 2020, 17:10

Этник сауҙа нөктәһе

Былтыр район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре, билдәле ҡурайсы Рәмил Ҡотдосов район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов уҙғарған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нең береһендә үҙен эшҡыуарлыҡта һынап ҡарарға уйлап, үҙ эшен асып, үҙ проектын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәйне. Ул Красноусолдағы “Һабантуй” биҫтәһендә тәбиғи кейеҙҙән эшләнгән тирмә урынлаштырып, унда районыбыҙ ерлегендә етештерелгән милли аш-һыу, сувенирҙар, башҡа тәбиғи продукция, бал һатыу этник сауҙа нөктәһе асырға уйлашыу мәсьәләһен еткерҙе. Проект Фәнзил Фәйез улы тарафынан хуплау тапты. Был тәңгәлдә эште башлау өсөн эшҡыуарға район хакимиәте тарафынан тап ошо биҫтәлә ҡуртымға ер бүлеп бирелә.

Былтыр район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре, билдәле ҡурайсы Рәмил Ҡотдосов район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов уҙғарған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нең береһендә үҙен эшҡыуарлыҡта һынап ҡарарға уйлап, үҙ эшен асып, үҙ проектын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәйне. Ул Красноусолдағы “Һабантуй” биҫтәһендә тәбиғи кейеҙҙән эшләнгән тирмә урынлаштырып, унда районыбыҙ ерлегендә етештерелгән милли аш-һыу, сувенирҙар, башҡа тәбиғи продукция, бал һатыу этник сауҙа нөктәһе асырға уйлашыу мәсьәләһен еткерҙе. Проект Фәнзил Фәйез улы тарафынан хуплау тапты. Был тәңгәлдә эште башлау өсөн эшҡыуарға район хакимиәте тарафынан тап ошо биҫтәлә ҡуртымға ер бүлеп бирелә.
Ниһайәт, быйыл март айында “ШЭ Р.М.Ҡотдосов” шәхси предприятиеһы рәсмиләштерелеп, был проект тормошҡа ашырыла, әммә коронавирус киҙеүе менән бәйле, июнь аҙағынан ғына “Һабантуй” этномаркеты үҙ эшен башлай. Тирмә оҙаҡ ҡына әҙерләнгән, уны Миәкә районы оҫтаһы Ғәлинур Зарипов тәбиғи кейеҙҙән эшләгән. Был идеяны тормошҡа ашырыуҙа Рәмилгә ҡатыны Зарема ҙур өлөш индерә, проектты бергәләп әҙерләйҙәр. Уларҙың маҡсаты – халҡыбыҙҙың милли йолаларын тергеҙеү, тарихи-мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлау, туристарҙы районыбыҙҙың тарихы менән таныштырыу.
- Районыбыҙ башлығы Фәнзил Фәйез улы үҙе килеп, фатиха бирҙе һәм тирмәбеҙҙең ишектәре асылды, йәғни “Бисмилла!” әйтеп эшмәкәрлегебеҙҙе башлап ебәрҙек, - ти Рәмил Мостафа улы. – Тирмәнең эшләнеүен бер йыл көтһәк, уны бер аҙнала ҡороп, урынлаштырып ҡуйҙыҡ. Башланғысыбыҙҙы хуплап, ярҙам ҡулы һуҙған район хакимиәте башлығына һәм иҡтисад бүлегенә рәхмәтлебеҙ, - ти ул.
Бер көндө беҙгә лә хозур тәбиғәт ҡосағына яҡын урынлашҡан этник сауҙа нөктәһе менән танышыу форсаты тейҙе. Тирмә урын алған биләмә матур итеп кәртәләп алынған, ихатаға килеп инеүгә башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығы сағылышы - урындағы оҫта эшләгән ҙур самауыр ҡаршы ала, арыраҡ юлаусыларға ял итеү өсөн ҡаплаулы өҫтәл-эскәмйә, тирмә янында боронғоса ат арбаһы, биләмәнең икенсе өлөшөндә исемен – есеменә тап килтереп, һабантуй атрибуттары урын алған. Ҡыҙыу көн булыуға ҡарамаҫтан, кейеҙ тирмә эсендә һалҡынса, иҙән түшәлгән, көмбәҙе асылып-ябылмалы, матур итеп зауыҡ менән эшләнгән кәрәҙ рәүешендәге кәштәләрҙә урындағы һәм республика оҫталарының ҡул эштәре, районыбыҙ ерлегендә етештерелгән продукциялар урын алған. Ҡарағай ауылынан ағас эштәре оҫтаһы Фаил Байшөгөровтың Ғафури районының “Башҡорт балы” тип яҙылған бал тәпәне. Улар араһында ҡомартҡы булып һаҡланған боронғо еҙ самауыр ҙа бар. Баҡтиһәң, 1890 йылдан ошо көнгәсә матур килеш һаҡланған самауыр Рәмилдең ҡарт өләсәһенән ҡалған ғаилә ҡомартҡыһы икән. Семәрле һандыҡ өҫтөндә Урал Ғөбәйҙуллин үргән кәрзиндәр, ян-уҡ-һаҙаҡтар, халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралы ҡурайҙар һәм башҡа этник әйберҙәр, сувенирҙар урын алған. Гөлнур Сәфәрғолованың ҡулдан һуғылған милли биҙәк-нағышлы аҫалы балаҫтары, милли биҙәүестәр – һәр төрлө селтәр-түшелдеректәрҙе Зөлфиә Дәүләтбаева әҙерләгән. Районыбыҙ, республика атрибуттары, түшелдерек орнаменттары менән футболкалар, түбәтәй, бейсболкалар (кейеҙҙән), шәхси эшҡыуар Роман Бәширов предприятиеһынан төрлө-төрлө сувенирҙарҙы ла күрергә мөмкин. Яңы Бурлы ауылынан батырҙар эсемлеге - ҡымыҙ оҫтаһы Эльза Мырҙағолованың был һыуһынды ҡандырыр шифалы эсемлеге эҫелә иң үтемле тауарҙарҙың береһе, хатта етештереп өлгөртә алмай, ти Рәмил Мостафа улы. Беҙ унда булғанда ғына ла әллә нисәмә кеше тап ҡымыҙ артынан тирмәгә инеп сыҡты. Белгородтан килгән ирле-ҡатынлы Юлия менән Николай Петровтар ҙа үҙенсәлекле тирмә менән ҡыҙыҡһынып танышты, башҡорт ҡымыҙы, экологик йәһәттән тәбиғи башҡорт ҡорт балы һәм һауыты һатып алды. Үҙҙәре йыйып киптергән шифалы дарыу үләндәре лә, үҙе умарта тотҡан Рәмилдең һәм Марат Солтановтың яңы ғына айыртылған хуш еҫле шифалы һәм кәрәҙле ҡорт балы, “ШЭ Фомин”дарҙың ҡамыр ризыҡтары, Сәйетбаба ауылы сыр етештереүселәренең продукциялары, Красноусол минераль һыуы ла тәҡдим ителә һатып алыусыларға. Барыһы ла тәбиғи! Һатып алыусыларҙы көн һайын иртәнге 11-ҙән киске 19.00 сәғәткәсә һатыусы Светлана Федорова хеҙмәтләндерә.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, үҙенең төп эшенән тыш, ижад менән дә шөғөлләнгән, умарта ҡарарға ла өлгөргән, өҫтәүенә, үҙен эшҡыуарлыҡта һынап ҡарарға йөрьәт иткән Рәмил Ҡотдосовҡа эшендә уңыштар, ҡуйған маҡсаттарына ирешеүен, тирмә тағы ла байыраҡ һәм йөкмәткелерәк булыуын теләп хушлаштыҡ.

Читайте нас: