+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
17 Июль 2020, 17:20

Исеме халыҡ хәтерендә

Ҡормантауҙа күренекле яҡташыбыҙ, Ленин ордены кавалеры Шәйәкбәр Шәйбәк улы Вәлиевтың Хәтер кисәһе үтте

Йәмле йәйҙең бер көнөндә ауылыбыҙ тарихында яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәрҙең береһе, Ленин ордены кавалеры Шәйәкбәр Вәлиевтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған Хәтер кисәһенә йыйылдыҡ.
Заманында Башҡортостан күләмендә ҙур абруй яулаған, 1932-1957 йылдарҙа “Ҡормантау” колхозы рәйесе булып эшләгән Шәйәкбәр Шәйбәк улы Вәлиевтың юбилейына төрлө тарафтарҙан туғандары, ейәндәре, ауылдаштары килде. Әлбиттә, сараны ойоштороу өсөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе кесе улы Әмир Шәйәкбәр улы менән уның тормош иптәше Кәфиә Насир ҡыҙы күп көс һалған. Әмир Шәйәкбәр улының бер туған апаһы Клара әтиҙәре тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты. Йәш саҡтарында Шәйәкбәр Шәйбәк улының ҡулы аҫтында эшләгән ауылыбыҙҙың әлеге оло быуын кешеләре – Ғәли Ғиззәтуллин, Гиздиямал Рәхмәтуллина, Фәнизә Усманова һәм Винера Ғиззәтуллина колхоз рәйесенең ул ваҡытта колхозсылар менән тығыҙ бәйләнештә булып, йәтим, шулай уҡ күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеүе тураһында иҫтәлектәрен яңыртты. Беҙҙең эштән ҡәнәғәт ҡалып, маҡтап, арҡабыҙҙан һөйөп тә китә ине, тип өҫтәп тә ҡуйҙылар.
Сараны Шәйәкбәр Шәйбәк улының иң оло ейәне – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғаяз Әнүәр улының тормош иптәше – Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Рәйфә Фирғәли ҡыҙы бик йәнле һәм ҡыҙыҡлы итеп алып барҙы. Ғаяз үҙе сығарған йырҙы башҡарҙы. Вәлиевтар шәжәрәһен һөйләп биргәс, күпмелер тамашасы унда үҙ туғандарын тапты. Район мәҙәниәт һарайы артистарының сығыштары ла кисәгә йәм өҫтәне. Туҡһан йәшлек Гиздиямал әбей Рәхмәтуллинаның моңло йыры көслө алҡыштарға күмелде.
Сара барышында һүҙ алып, Бурлы ауыл биләмәһе башлығы Азат Кәшәфетдин улы Хәйретдинов Шәйәкбәр Шәйбәк улының колхоз эше менән етәкселек иткән ваҡытында халҡы, тыуған ауылы киләсәге тураһында ҡайғыртып янып-көйөп йөрөүе тураһында әйтеп үтте. “Тарих биттәренә әйләнеп ҡайтһаҡ, Ҡормантауҙан бер генә кеше лә репрессия ҡорбаны булмаған. Был афәттән үҙенең халҡын һаҡлап ҡала алған күренекле яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштереп, ул тыуған ауылдың бер урамын йәиһә район үҙәгендә төҙөләсәк яңы урамға “Шәйәкбәр” исеме бирелһә, рухы шат булыр ине”, - тине А.Хәйретдинов. Район хакимиәте вәкиле Рәмил Рафаил улы Әхмәтов үҙ сығышында Ҡормантау халҡының арҙаҡлы шәхесен онотмауҙары, уның менән ғорурланыуҙары тураһында һөйләне.
Хәтер кисәһен ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәткән ауылдаштарына Әмир Шәйәкбәр улы иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Сара һуңында һәр килгән кеше ашханаға кереп, Илфат хәҙрәт Ғәлин һөйләгән вәғәз-аятын тыңланы, балалары тарафынан Шәйәкбәр Шәйбәк улы рухына бағышлап салынған ҡорбан ашынан ауыҙ итте.
Халҡы өсөн янып йәшәп, яҡшы эштәре менән матур иҫтәлектәр ҡалдырған Шәйәкбәр Шәйбәк улының исеме районыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре исемлегендә лайыҡлы урын биләй. Хәтер кисәһе уның тураһындағы хәтирәләрҙе яңыртты, сарала ҡатнашыусыларҙы тарих төпкөлөнә әйҙәне, хеҙмәт кешеһенә дан йырлау, хөрмәтләү өлгөһө булып, бик йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Рим ИСЛАМҒОЛОВ.
Ҡормантау ауылы.

Читайте нас: