+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
17 Июль 2020, 18:30

Изгелек һәм сабырлыҡ өлгөһө

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарының бөтә ауырлыҡтарын үҙ иңендә татыған яугир ҡатыны, Бөйөк Еңеүҙе көнләп яҡынайтыр өсөн ашар ашын ашай алмаған, йоҡлар йоҡоһон йоҡламаған тыл хеҙмәтсәне, бөгөн сәстәре салланған Миңлегөл Лотфулла ҡыҙы 95 йәшен ҡаршыланы.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарының бөтә ауырлыҡтарын үҙ иңендә татыған яугир ҡатыны, Бөйөк Еңеүҙе көнләп яҡынайтыр өсөн ашар ашын ашай алмаған, йоҡлар йоҡоһон йоҡламаған тыл хеҙмәтсәне, бөгөн сәстәре салланған Миңлегөл Лотфулла ҡыҙы 95 йәшен ҡаршыланы.
Миңлегөл Лотфулла ҡыҙы Аҡҡолова 1925 йылдың 1 июлендә матур тәбиғәтле Ғафури районы Байымбәт ауылында тәүге бала булып донъяға тыуа. Ҡыҙ бәләкәйҙән үк тырыш, егәрле булып үҫә. Шулай булмай мөмкин түгелдер, сөнки атай менән әсәй көнө-төнө тырышып колхозда тир түгәләр. Ғаиләлә 3 бала тәрбиәләнә: Фәймә исемле һеңлеһе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 8 йәшендә генә вафат була, Барый исемле ҡустыһы үҫеп буй еткереп, инженер-нефтсе һөнәренә эйә була.
Миңлегөл Лотфулла ҡыҙы үҫмер сағынан, быуындары ла ҡатмаған малайҙар, ҡыҙҙар менән бер рәттән, иртәнән ҡара кискә тиклем сөгөлдөр баҫыуында эшләй. Үҫеп буй еткергән егәрле ҡыҙға Үзбәк ауы-лы егете Тимерғәле Аҡҡолов ғашиҡ була. Тик тап шул осорҙа, яҙғы сәсеү эшен атҡарып, яҡты киләсәккә өмөт бағлаған халыҡтың тыныслығын боҙоп, бар хыялдарҙы селпәрәмә килтереп, немец ғәскәрҙәре илебеҙгә ҡаршы һуғыш аса. Йәше еткән ир-егеттәрҙең барыһын да фронтҡа саҡырталар. Һөйөү уты көслө булғандыр, һуғышҡа саҡырылған Тимерғәле Сәфиулла улы күп уйлап тормай, кинәт кенә ҡарарға килеп, Миңлегөл апайҙы атай йортона кәләш итеп алып ҡайта. Һуғышҡа алынғансы һынаулы ғына көндәр бергә йәшәп ҡала йәштәр. Тимерғәле Сәфиулла улы ауылдаштары менән бергә фронтҡа китә.
Һуғышта ғына түгел, тылда ла аяуһыҙ хеҙмәт фронты асыла. Ауылда ҡарт-ҡоро менән бала-саға, ҡыҙ-ҡырҡын ғына ҡала. Ә колхоздың эш арбаһына егелеп, бөтөн ауыр эште башҡарыу Миңлегөл апай кеүек ҡыҙҙарға төшә. Ауыл кешеләре һынатмай, хәлдәренән килгәнсе тырыша, фронт өсөн мөмкин булған һәм мөмкин булмағандың барыһын да эшләйҙәр. Бик ауыр була ул йылдар. Хәҙерге кеүек туҡлыҡ заманы түгел. Бар халыҡ йәй көнө кесерткән, алабута, балтырған, ҡуҙғалаҡ, еләк менән туйынып йәшәй. Баҫыу ҡырынан үткәндә үҫеп ултырыусы иген бөртөгөн һындырып ашарға ярамай. Сөнки һәр бер иген бөртөгө һанаулы ғына.
Тимерғәле ағай фронттың аҙағынаса һуғыш яландарында батырҙарса көрәшеп, һуғыш михнәттәрен татып, үлем менән йәшәү өсөн көрәш юлын үтеп, ҡаты яраланып, тын юлдарындағы снаряд ярсыҡтары менән әйләнеп ҡайта. «Батырлыҡ өсөн», «Германияны еңгән өсөн» миҙалдарына лайыҡ була, ике орден һәм бик күп юбилей миҙалдары менән бүләкләнә. Тыуған ауылына ҡайтҡас, һөйөклө ҡатыны менән артабан донъя көтөп алып китәләр. Һаулығы ҡаҡшап ҡайтҡан яугир ауыр хеҙмәткә ярамай, шулай ҙа тик ятмай, колхозда баҫыу ҡарауылсыһы, һуңынан урманда ағас ултыртыуҙа эшләй. Миңлегөл Лотфулла ҡыҙы менән улар 6 балаға: Минзилә, Рәхилә, Фәймә, Фәниә исемле дүрт ҡыҙға, Сулпан, Тимерхан исемле ике малайға ғүмер бирәләр. Балалары ла тырыш, хеҙмәт һөйөүсән, тәрбиәле булып үҫәләр. Һәр кеме үҙаллы донъя ҡороп, ғәиләләре менән тормош көтәләр. Төрлө һөнәр эйәләре булалар, барыһы ла үҙ эшендә тик маҡтауға лайыҡтар. Атайҙары тураһында балалары үтә тыйнаҡ холоҡло булыуы, үҙе хаҡында, һуғыш тураһында әллә ни һөйләп бармағанын хәтерләйҙәр. Сирҙәре лә әленән-әле үҙе хаҡында иҫкәртеп тора, шуға күрә олоғая килә йыш ҡына хәрби госпиталдә һаулығын нығытырға тура килә уға. Тик тәнендә йөрөгән снаряд ярсыҡтары тынғы бирмәй, яугир 73 йәшендә вафат була. Тормош дауам итә, артабан Миңлегөл Лотфулла ҡыҙы балалары менән тормош көтә.
Әҙәм балаһын Аллаһы Тәғәлә гел һынап тора. Матур итеп, күркәм генә йәшәп ятҡан ғаиләгә көтмәгәндә бала юғалтыу ҡайғылары кисерергә тура килә. Миңлегөл апайҙың 4 балаһы: ике ҡыҙы һәм ике улы башлы-күҙле булып, донъя ҡороп, гөрләтеп йәшәгәндә генә гүр эйәһе булалар. Ауылдаштары уларҙы бөгөнгө көндә тик хөрмәт менән иҫкә алалар, улы Сулпан Тимерғәле улы бар ғүмерен механизатор һөнәренә бағышлаһа, икенсе улы Тимерхан Тимерғәле улы шофер булып эшләгән. Бер-бер артлы килгән ҡаты һынауҙарҙан сабыр ҡанаттары шартлап һынғанда, йөрәгендә ниндәй ут янғанын ул үҙе генә белә. Шул ваҡыттарҙа сабыр булып ҡала белә Миңлегөл Лотфулла ҡыҙы.
Хәҙерге көндә ул Еҙем-Ҡаран ауылында ҡыҙы Фәниә Тимерғәле ҡыҙы һәм кейәүе Рим Хәйрулла улы Мәҡсүтовтарҙың тәрбиәһендә йәшәй. Икенсе ҡыҙы Фәймә апай ҙа йыш ҡайтып, әсәһенең хәлен белешеп тора, бер минутҡа ла инәләрен иғтибарһыҙ ҡалдырмайҙар. Ҙур, нур сәсеп торған йортта бар уңайлыҡтар булдырылған. Мул тормош ҡорған ҡыҙы менән кейәүе Миңлегөл Лотфулла ҡыҙына ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, тырышып донъя көтәләр, мал, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Бер быуатҡа торошло ғүмер кисереүсе инәй ҙә хәрәкәтһеҙ тормай, урам-тирәһендә булышырға теләге лә бар. Саф һауала булырға ярата Миңлегөл Лотфулла ҡыҙы, таңдан уянып, өҫ-башын ипкә килтереп, тышҡа ашыға. Көн һайын, әкрен генә аҙымдар менән булһа ла, йорт янындағы баҡсаны урап, уны әйләнеп сығырға, гәзит, дини китаптарҙы күҙлекһеҙ уҡырға өлгөрә ул. Тыл хеҙмәтсәненә ҡарап һис тә 95 йәш тип әйтмәҫһең! Зиһене теүәл, күҙҙәре үткер, теләктәре изге. Һәр көнгә ҡыуанып йәшәй, һәр минуттың ҡәҙерен белә. 12 ейән-ейәнсәренең уңыштарына һөйөнөп, 3 бүлә-бүләсәренең үҫеп килеүен  күреү бәхетенә эйә ул. Был  уның яҙмыш һынауҙарын сабырлыҡ менән үтеп, балаларына яҡшы тәрбиә биргәне, кешеләргә һәр ваҡыт изгелекле булғаны өсөн Хоҙайҙың бүләгелер. 
Хөрмәтле Миңлегөл Лотфулла ҡыҙын тыуған көнө менән ҡотлап, яугир ҡатыны, тыл хеҙмәтсәненә артабан да ныҡлы һаулыҡ, йән һәм тән тыныслығы теләйем.
Һынмайынса, аҙаҡҡаса көрәшә белгән оло быуын вәкилдәренә бөгөн беҙ баш эйәбеҙ. Әлеге йәшәйешебеҙ, аяҙ күгебеҙ, тыныс көнөбөҙ өсөн бары тик улар алдында бурыслыбыҙ.

Гөлшат Рахманғолова.
Еҙем-Ҡаран ауылы.

Читайте нас: