+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
17 Июль 2020, 17:10

Лицензияны үҙ ваҡытында оҙайтыу шарт!

РФ-ның “Ҡорал тураһында” ҡануниәте талаптарын үтәү йәһәтенән атыу ҡоралы хужаларына системалы рәүештә мотлаҡ рөхсәт (лицензия) сроктарына иғтибар итергә кәрәк.

РФ-ның “Ҡорал тураһында” ҡануниәте талаптарын үтәү йәһәтенән атыу ҡоралы хужаларына системалы рәүештә мотлаҡ рөхсәт (лицензия) сроктарына иғтибар итергә кәрәк.
Атыу ҡоралын һаҡлау срогы сыҡҡан рөхсәт законһыҙ булып иҫәпләнә һәм РФ КоАП-ының 20.8-се статьяһы 6-сы бүлегенә ярашлы, административ хоҡуҡ боҙоу булып тора. Был хоҡуҡ боҙоу өсөн граждандарға ҡорал менән патрондарын тартып алып, 3000-дән 5000 һумғаса административ штраф, йә булмаһа 5-тән 15 тәүлеккәсә административ ҡулға алыу янай.
Атыу ҡоралы әйләнеше өлкәһендәге ҡануниәтте боҙоуға юл ҡуймау маҡсатында ҡорал хужаларына рөхсәтте оҙайтыуға ғаризаны үҙ ваҡытында, йәғни рөхсәттең (лицензия) срогы сығыуҙан бер ай алда биреү сараһын күреүҙәрен һорайбыҙ. Ғаризаны Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталы аша: https//www.gosuslugi.ru/ электрон юл менән бирергә мөмкин. Граждандар дәүләт пошлинаһын (Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталы аша түләгәндә 30% ташлама менән) түләргә һәм дәүләт хеҙмәттәрен алыуға тейешле документтарҙы Росгвардия идаралығының лицензия-рөхсәт эштәре буйынса подразделениеһына тапшырырға тейеш. Ғаризаға мотлаҡ медицина һығымтаһы, һунарсылыҡ билеты һәм паспорт (фото, прописка) күсермәләрен, 30х40 мм үлсәмле ике фото, шулай уҡ номерын сағыштырыу өсөн ҡоралды килтереү шарт.

Руслан МӘҮЛЕТҠОЛОВ,
БР буйынса Росгвардия идаралығының лицензия-рөхсәт эштәре буйынса бүлексәһе өлкән инспекторы,
полиция капитаны.

Читайте нас: