-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
17 Июль 2020, 17:25

Мөғжизәләр әле лә бар

5 июль көнө үҙебеҙҙең Ватан ауылында булған хәл тураһында һөйләп үтмәксемен.

(Булған хәл)
5 июль көнө үҙебеҙҙең Ватан ауылында булған хәл тураһында һөйләп үтмәксемен.


Яңыраҡ беҙҙең ауылда йәшәгән бер ҡатын вафат булып китте лә, беҙ, ағинәйҙәр, уны үҙебеҙҙең мосолман дине йолаһы буйынса тәрбиәләп оҙаттыҡ, уны күмергә үҙенең ауылына алып киттеләр. Бик тә ихлас күңелле ҡатын ине ул. Бер кешегә зыяны теймәне, бер кем дә уның ауыҙынан ауыр һүҙ ишетмәне. Ире менән икеһенең араһында мөхәббәттәре лә бик көслө ине, ауырып ятҡан сағында ире тәрбиәләне. Был ауылда туғандары ҡалманы, шуның өсөн беҙ, Ағинәйҙәр, был ҡатындың 7-һен үҙ-ара йыйылышып үткәрергә һөйләштек һәм 5 июль көнө бергә йыйылдыҡ.
Ҡатынды Ҡөрьән аяттары уҡып иҫкә алдыҡ, туғандары ҡалдырып киткән хәйерҙәр таратылды, үҙебеҙҙең аранан да хәйер таратыусылар булды. Аллаһы Тәғәлә был ҡатындың донъялыҡта белепме, белмәйме ҡылған гонаһтарын ғәфү ҡылып, эшләгән изге эштәренең, кешеләргә әйткән яғымлы һүҙҙәренең әжер-сауаптарын насип итеп, урыны ожмах түрҙәрендә булһын, тип теләктәр теләп доғалар ҡылдыҡ. 
Бер йыйылған саҡта тағы ла бер ниәтебеҙ бар ине. Беҙҙең ауылда инде айға яҡындыр, бәлки, артыҡтыр ҙа, бер йүнле ямғыр булғаны юҡ, үләндәр һарғайып көйҙө, еләктәр дымға сарсап һутһыҙ көйө ҡатып бөттө. Яландарҙа бесән генә, май айындағы ямғырҙар арҡаһында күкрәп үҫте. Күкте иңләп ҡап-ҡара булып дөбөрҙәтеп килгән болоттар беҙҙе урап үтәләр. Беҙ доға уҡып, Аллаһы Тәғәләнән ямғыр һорарға булдыҡ. Артыҡ та, кәм дә түгел, 7 ағинәй йыйылған инек. Ҡөрьән аяттарын айырым бер кеше генә түгел, барыбыҙ бергәләп уҡыныҡ, унан һәр кем үҙенең йөрәгенән сыҡҡан һүҙҙәрен әйтеп, Аллаһы Тәғәләнән ямғыр һораны. Иң аҙаҡ “Эй, Раббым, ямғыр ебәр инде беҙгә!”, тип тағы ла өс тапҡыр ҡабатланыҡ. Унан сәй табынын дауам иттек.
Ышанаһығыҙмы, юҡмы, 10 минут та үтмәгәндер, килеп тороп ҡойоп ямғыр яуа башламаһынмы!
Бына шундай әйтһәң кеше ышанмаҫлыҡ ғәжәйеп мөғжизә булды беҙҙә. Ете ағинәйҙең исемдәрен яҙам: Флүрә апай Шәрипова, Хәлиҙә апай Зәйнуллина (Юлыҡтан), Тәнзилә апай Йәрмөхәмәтова, Фәүзиә Ҡотлогилдина, Фәнүзә Латипова, Рәзифә Сәғиҙуллина һәм Рима Ғилманова.
Беҙ был хәлгә ни әйтергә лә белмәнек. Беҙҙең ямғыр теләгән доғабыҙ сәғәте-минуты менән тиерлек ҡабул булды, Аллаһы Тәғәләгә мең шөкөр! 
Ә ямғыр матур ғына яуып үтте, бар тәбиғәт хәл алып ҡалғандай тойолдо. Мөғжизәләр әле лә бар беҙҙең тормошта! 

Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА, 
Ватан ауылы Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе.

Читайте нас: