+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
17 Июль 2020, 18:25

Юлда иғтибарлы булығыҙ

Республикала 6 июлдән 12 июлгә тиклем Ғаилә аҙналығы иғлан ителгәйне. 10 июлдә ғафуриҙар “Хәүефһеҙ юл – бәхетле ғаилә” республика акцияһына ҡушылды. Акцияның маҡсаты – ғаилә-транспорт йәрәхәтләнеүен кәметеү һәм йәмәғәтселектең иғтибарын водителдәрҙең һәм йәйәүлеләрҙең юлда үҙеңде яуаплы тотоу проблемаһына йүнәлтеү.

Республикала 6 июлдән 12 июлгә тиклем Ғаилә аҙналығы иғлан ителгәйне.
10 июлдә ғафуриҙар “Хәүефһеҙ юл – бәхетле ғаилә” республика акцияһына ҡушылды. Акцияның маҡсаты – ғаилә-транспорт йәрәхәтләнеүен кәметеү һәм йәмәғәтселектең иғтибарын водителдәрҙең һәм йәйәүлеләрҙең юлда үҙеңде яуаплы тотоу проблемаһына йүнәлтеү.
Райондың Ғаилә үҙәге белгестәре ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән берлектә водителдәргә һәм йәйәүлеләргә “Хәүефһеҙ юл – бәхетле ғаилә”, “Әгәр машинам һеҙгә ҡамасаулаһа, ошо телефонға шылтыратығыҙ” мәғлүмәт ҡағыҙҙары тараттылар, юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәклеге хаҡында һөйләнеләр. Балаларға яҡтылыҡ сағылдырыусы жилеттар тапшырылды. Йәйәүлеләр өсөн үткәүелдәрҙә “Балаңды етәклә”, “Наушнигыңды сис” тигән иҫкәртеүсе яҙыуҙар яҙылды.
Акцияла Балалар ижады үҙәге педагогтары, Берҙәм Рәсәй партияһының Йәш гвардия активистары, райондың Атайҙар советы рәйесе Марат Юнысов әүҙемлек күрһәтте.
Сарала ҡатнашыусылар водителдәрҙе һәм йәйәүлеләрҙе, бигерәк тә балалы ата-әсәләрҙе юлда иғтибарлы булырға, ҡағиҙәләрҙе боҙмаҫҡа саҡырҙы.
Читайте нас: