-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
21 Июль 2020, 14:30

Ауылдаштар хәстәрлегендә

Рәхимйән Шакирйән улы Юлыҡов етәкселегендәге “Юлыҡ” территориаль йәмәғәт үҙидаралығы (ТОС) әленән-әле Президент гранттарына эйә булып, урындағы проблемаларҙы хәл итеп килә.

Рәхимйән Шакирйән улы Юлыҡов етәкселегендәге “Юлыҡ” территориаль йәмәғәт үҙидаралығы (ТОС) әленән-әле Президент гранттарына эйә булып, урындағы проблемаларҙы хәл итеп килә.
2017 йылда тәү башлап Рәсәй Федерацияһы Президенты гранттары конкурсында “Тарихи хәтерҙе һаҡлау” йүнәлеше буйынса “Һәйкәл – олатайҙарға, спорт майҙансығы – ейәндәргә” проектында еңеп сыҡҡайны. Һәм грант аҡсаһына ауылдағы Еңеү паркы биләмәһе төҙөкләндерелеп, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына обелиск урынлаштырылды, спорт майҙансығы төҙөлдө. 2018 йылда һаулыҡ һаҡлау йүнәлешендә “Спорт паркы” проекты менән йәнә Рәсәй Президенты грантына эйә булды. 2019 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығының гражданлыҡ йәмғиә-тенең үҫешенә бағышланған гранттар субсидияһы конкурсында "Үҙ тамырҙарыңды бел" проекты менән Республика Башлығы грантын яуланы. Был грант аҡсаһына “Ауылҡайым минең, Юлыҡҡайым” китабын нәшер итеү күҙаллана. Уның буйынса махсус эшсе төркөм - ойоштороу комитеты төҙөлөп, әлеге мәлдә китапты нәшергә әҙерләү эштәре бара.
РФ Президенты гранттарының быйылғыһында ла граждандарҙың сәләмәтлеген һаҡлау, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау йүнәлеше буйынса үҙ проектын тәҡдим иткән “Юлыҡ” ТОС-ы йәнә еңеүгә иреште. Йәмәғәт ойошмаһының “Беҙ спорттың ҡышҡы төрҙәрен яратабыҙ” исемле яңы проекты 2017, 2018 йылдарҙа тормошҡа ашырылған проекттарҙың дауамы. Рәхимйән Юлыҡов әйтеүенсә, балалар, үҫмерҙәр, йәштәр, шулай уҡ оло йәштәгеләрҙең физик йәһәттән үҫеше өсөн шарттар булдырыу, ҡышҡы спорт төрҙәре менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау проекттың маҡсаты булып тора. Спорт майҙансығында хоккей ҡумтаһы төҙөү, яҡтылыҡты үҙгәртеп ҡороу, саңғы һәм хоккей яратыусылар өсөн спорт ҡорамалдары һатып алыу, спорт белгестәре ярҙамында йәштәр менән бер рәттән өлкәндәр ҡатнашлығында ла күнекмәләр, ярыштар уҙғарыу күҙаллана, ти Рәхимйән Шакирйән улы алдағы пландары менән уртаҡлашып.
Мәҡәлә баҫмаға әҙерләнгәндә “Юлыҡ” ТОС-ының йәнә Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты конкурсында еңеп сығыуы хаҡында билдәле булды. “Төҙөк ярҙар, тере шишмәләр” исемле был проекттың маҡсаты – һыу объекттарын тергеҙеү, Еҙем йылғаһы ярҙарын төҙөкләндереү, йәшәйеш өсөн мөһим ресурс булараҡ уларға ҡарата халыҡ араһында һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау.
“ТОС” етәксеһе Рәхимйән Шакирйән улын һәм ағзаларын грантҡа эйә булыуҙары менән ҡотлайбыҙ, уның уңышлы тормошҡа ашырылыуын теләйбеҙ.

Читайте нас: