+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
21 Июль 2020, 14:15

Киҙеү сигенмәй, киҫкенләшә

“Роспотребнадзор” хәбәр итеүенсә, республика биләмәһендә киҙеү һәм киҫкен респиратор сирҙәр менән ауы-рыу осраҡтары артҡан, ә беҙҙең ра-йонда COVID-19 менән сирләүселәр һаны 15 кеше иҫәпләнә. Был киҙеүҙән үлеүселәр һаны – 3-әү. Ғафури районы рәсми мәғлүмәттәр буйынса сирлеләр һанының уғата күп булмаған (1000 кешегә иҫәпләгәндә 48,9, республика буйынса - 148,5) райондар иҫәбендә тороуға ҡарамаҫтан, уяулыҡты юғалтырға ярамай.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 58 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 6307-гә еткән.
Рәсәйҙәге хәлдәргә килгәндә, пандемия башланғандан алып 771546 кешелә коронавирус инфекцияһы асыҡланған. 550 344 кеше һауыҡһа (кисәгенән бөгөнгәсә 10 424 кеше өҫтәлгән), 12342 кеше вафат булған.
“Роспотребнадзор” хәбәр итеүенсә, республика биләмәһендә киҙеү һәм киҫкен респиратор сирҙәр менән ауы-рыу осраҡтары артҡан, ә беҙҙең ра-йонда COVID-19 менән сирләүселәр һаны 15 кеше иҫәпләнә. Был киҙеүҙән үлеүселәр һаны – 3-әү. Ғафури районы рәсми мәғлүмәттәр буйынса сирлеләр һанының уғата күп булмаған (1000 кешегә иҫәпләгәндә 48,9, республика буйынса - 148,5) райондар иҫәбендә тороуға ҡарамаҫтан, уяулыҡты юғалтырға һәм юғары әҙерлек режимы талаптарын, йәғни кеше күп йыйылған, йәмәғәт урындарында битлек-бирсәткәләр ҡулланыу, социаль дистанцияны һаҡлауҙы, дезинфекция сараларын иғтибарҙан ситтә ҡалдырырға ярамай. Вирус ультрафиолет нурҙарына бик һиҙгер, шуға күрә йәйге ҡыҙыу мәлдә уның әүҙемлеге кәмеүенә ышаныс бар ине. Әммә көтөлгән өмөттәр аҡланманы, сирҙең күрһәткестәре яйлап ҡына булһа ла артыуы күҙәтелә.
- Беҙ шулай тип уйлайбыҙ ҙа ул, тик вирус үҙ тормошо менән йәшәй, әлегә һаман да COVID-19-ға шикле сирлеләр асыҡлана, - ти үҙәк район дауаханаһы баш табибының дауалау бу-йынса урынбаҫары Х.С.Сәфәрғолов. – Красноусол дауаханаһында был киҫкен киҙеүҙе профилактикалау мәсьәләләре көнүҙәк булып ҡала. Поликлиникала һәм стационарҙа барлыҡ тейешле саралар ҡулланыла. Медицина хеҙмәткәрҙәре шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгән, поликлиникаға ингән урында температура үлсәнә һәм башҡа һаҡланыу саралары күрелә. Әгәр ҙә “шикле” сирле асыҡлана ҡалһа, кисекмәҫтән бинаны ябып, тейешенсә эшкәртеү саралары үткәрелә. Сирлегә флюорография үткәрелә һәм, күрһәткестә шик булғанда, үпкәләрен тикшертеү өсөн ҡалаға компьютер томографияһына ебәрелә. Ә сире асыҡланғандар Стәрлетамаҡ, Салауат ҡала дауаханаларына дауаланырға оҙатыла. Әлеге мәлдә киҫкен респиратор вируслы киҙеү, пневмония менән табип ҡабул итеүенә килеүселәр бик күп. Әммә коронавирус диагнозы анализ нигеҙендә генә ҡуйыла. Был хаҡта күптәр дөрөҫ уйламай. Бына, мәҫәлән, кисә кеше коронавирус сирле менән аралаша икән, иртәгәһенә үк анализ бирергә йүгереп килә. Шуны аңларға кәрәк, анализ тиҙүк эшләнмәй, өҫтәүенә, лабораториялар өлгөрмәй, тулы көсөнә эшләй. Коронавирус йоҡтороу шиге булғанда ла, кешегә үҙ аллы изоляциянан сығып, башҡалар менән аралаша башлар алдынан кире һөҙөмтә булыуын сабыр ғына көтөргә тура киләсәк, - ти Хәкимйән Сабирйән улы. – Һәр кемгә һаҡланыу сараларын онотмаҫҡа кәрәк: битлек, 65 йәштән өлкәнерәктәр өй режимын, социаль дистанцияны һаҡлаһын ине, коронавирус йоҡтороу ихтималлығы көслө булған күмәк кеше ҡатнашлығындағы сараларға, ғаилә байрамдарына йөрөүҙән дә тыйылып торорға кәңәш ителә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика Башлығы Р.Хәбиров дүшәмбеләге оператив кәңәшмәлә санитар талаптарҙы – битлек һәм социаль дистанция режимын, шул иҫәптән социаль учреждениеларҙа ла, һаҡлауға контролде көсәйтеү талабын ҡуйҙы. Ә 65 йәштән өлкәндәр өсөн мотлаҡ үҙ аллы изоляция режимы ғәмәлдә ҡала.

Читайте нас: