+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
21 Июль 2020, 14:35

Үҫмерҙәр ҡылығы тикшерелде

Күптән түгел район хакимиәте ҡарамағында эшләп килгән Бәлиғ булмағандар эше буйынса административ комиссияның сираттағы ултырышы үтте. Уны комиссияның яуап-лы секретары Альмира Уренева алып барҙы.Бәлиғ булмағандар араһында енәйәт ҡылыуҙарҙы, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы, эскелек, наркомания, социаль именһеҙлекте профилактикалауҙы һәм иҫкәртеүҙе маҡсат итеп ҡуйған комиссия ағзалары башта профилактик иҫәптә торған бәлиғ булмағандарҙың (исемлек төҙөлгән) йәйге ялын ойоштороу буйынса мәғлүмәт тыңланы.

Күптән түгел район хакимиәте ҡарамағында эшләп килгән Бәлиғ булмағандар эше буйынса административ комиссияның сираттағы ултырышы үтте. Уны комиссияның яуап-лы секретары Альмира Уренева алып барҙы.
Бәлиғ булмағандар араһында енәйәт ҡылыуҙарҙы, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы, эскелек, наркомания, социаль именһеҙлекте профилактикалауҙы һәм иҫкәртеүҙе маҡсат итеп ҡуйған комиссия ағзалары башта профилактик иҫәптә торған бәлиғ булмағандарҙың (исемлек төҙөлгән) йәйге ялын ойоштороу буйынса мәғлүмәт тыңланы.
Планға ярашлы, коронавирус киҙеүе менән бәйле, тәүге смена онлайн режимда үткән. Ра-йон мәғариф бүлегенән алынған мәғлүмәттәр буйынса мәктәптә һәм полицияла иҫәптә торған 6 үҫмер Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе йүнәлешендә, Балалар ижады үҙәге буйынса 21 үҫмер, балалар приютынан 5 бала онлайн сменаны үткән. Июлдән мәктәптәрҙә көндөҙгө ял лагерҙары планлаштырылып, унда ла иҫәптә торған үҫмерҙәр йәлеп ителәсәк. Мәшғүллек үҙәге буйынса уларҙы йәйгелеккә ваҡытлыса эшкә урынлаштырыу ҙа күҙаллана. Августа иһә Йәштәр бүлеге йүнәлеше бу-йынса тәрбиәгә ауыр бирелгән бер нисә үҫмерҙе “Патриот” профилле лагерына ебәреү планлаштырыла.
Тәүгеләрҙән булып комиссия алдына Красноусолда йәшәүсе ике сабый – 2018 һәм 2019 йылғы ҡыҙҙарҙың әсәһе Е.М. саҡырылды. Балаларын хәүеф аҫтына ҡуйып, ҡайһы берҙә сит кешегә ҡалдырып, эскелек менән мауыҡҡан был ҡатын комиссия ултырышына тәүгә килмәй. Уның ҡылығы уҙған ултырыштарҙың береһендә тикшерелеп, профилактик иҫәпкә ҡуйылған булған. Индивидуаль программа төҙөлөп, “Ғаилә” үҙәгенә һәм райондағы профилактик органдарға ебәрелгән. Ҡатындың балалары тартып алынып, район дауаханаһының балалар бүлексәһенә лә урынлаштырылған булған. Нарколог ҡабул итеүенә бармаған. Әммә шуға ҡарамаҫтан, һаман да тәүбәгә килмәгән, балаларын эйәртеп, ҡайҙалыр олағып эсеп йөрөүен белә. 7 июндә полиция тарафынан уның спиртлы эсемлек ҡулланыуы, өйҙә ғауғалашыуҙары хаҡында административ протокол төҙөлөп, материал комиссия ҡарауына ебәрелгән. Е. бығаса эскелектән дауаланып ҡарауы, әммә ярҙам итмәүенә зарланып, аҡланырға тырышты. Һәм күҙ йәштәре аша Стәрлетамаҡҡа ҡабаттан дауаланырға барам тип, балаларын тартып алмауҙарын үтенде. Ҡатындың упҡын ситендә тороуын, балаларын үҙенә тәрбиәләргә мөмкинлек биреүҙәрен аңлатырға тырышты комиссия ағзалары. Һәм әсә кешегә сабыйҙары хаҡына һуңғы тапҡыр ышаныс белдерелде.
Комиссия ултырышына балаларын тәрбиәләүҙә ата-әсәлек бурысын тейешенсә үтәмәгән бер нисә әсә саҡырылған. Уларға административ материал тупланған. Ултырышҡа әсәйҙәре менән бергә 13-14 йәшлек өс үҫмер ҙә килде. Бында баҡса өйөндә янғын сығарыуҙа ғәйепле был үҫмерҙәрҙең ҡылығы тикшерелде. Асыҡланыуынса, 16 майҙа дүрт үҫмер Ч. Ю. С. Д. Полянский быуаһы янындағы ташландыҡ баҡсаларҙағы хужаһыҙ баҡса өйөнөң (12 кв.м.) береһендә янғын сығарған. Унда улар штаб ойошторған булғандар. Ҡайтырға сыҡҡанда ҡыйығынан төтөн сыҡҡанын күргәндәр, әммә бер ҡайҙа ла хәбәр итмәгәндәр. Быны үҫмерҙәр телефондары булмауы менән аңлатты. Ярай, был баҡса өйө хужаһыҙ булған, хужаһы булған осраҡта үҫмерҙәрҙең был вайымһыҙ ҡылығы өсөн ата-әсәһенә ҙур күләмдә штраф түләргә тура килер ине. Был юлы әсәйҙәргә иҫкәртеү яһалды, балаларын күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа, контролдә тоторға ҡушылды.
Үҫмерҙәрҙең береһе – йәмәғәт тәртибен боҙған ауыр холоҡло Ч. мәктәптә, полицияла профилактик иҫәптә торған, ваҡытлыса 10 тәүлек үҙ аллы изоляция үҙәгенә урынлаштырылған булған һәм тәртибе яҡшы яҡҡа үҙгәреп, иҫәптән төшөрөлгән. Ата-әсәһен тыңламай, мәктәптә уҡырға ла теләге юҡ, шартлы рәүештә 8-се класҡа күсерелгән, әммә үҙ аллы изоляциянан һуң урамға сығыуы булған, йәнә тәртипһеҙлек ҡылған. Үҫмер һәм әсәһе менән ентекле һөйләшеү булды, төрлө хеҙмәттәр белгестәре үҙ фекерен әйтте, кәрәкле ярҙам күрһәтеләсәген белдерҙе. Үҫмергә үҙ-үҙен ҡулға алырға, киләсәге хаҡында уйларға, барлыҡ фәндәрҙән насар билдәләрен төҙәтергә, тигән талап ҡуйылды. Психиатр, психолог ярҙамы тәҡдим ителде.
Янғын сығарыуҙа ғәйепле башҡа үҫмерҙәр менән дә етди һөйләште комиссия ағзалары. Бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында ошондай күңелһеҙ хәлдәр ҡабатланмаһын өсөн район хакимиәте һәм социаль хеҙмәттәр даими профилактик эш алып бара. Дөйөм алғанда, комиссияның сираттағы ултырышы эшлекле шарттарҙа, һөҙөмтәле үтте.

Читайте нас: