Әлеге мәлдә һәр тарафта, һәр өлкәлә, һәр кем ҡыҙыу эш менән мәшғүл. Районыбыҙҙың халыҡты хеҙмәтләндереүсе коммуналь хужалыҡтары ла көҙгө-ҡышҡы йылытыу миҙгеленә ҡыҙыу әҙерлек эштәре алып бара. Был хаҡта халыҡты һыу, йылылыҡ менән тәьмин итеүсе “Тепловодоснабжение” МУП-ы директоры Сергей Олегович АФАНАСЬЕВ һөйләй:
-Һәр йылдағыса, беҙҙең “Тепловодоснабжение” МУП-ында йылытыу миҙгеленә әҙерлек эштәре планға ярашлы алып барыла. Әле беҙҙең ҡарамаҡтағы газ яғыулығында эшләүсе 12 ҡаҙанлыҡта, шулай уҡ район мәғариф бүлегенең – 30, мәҙәниәт бүлегенең - 6, Табын ауылындағы коррекция мәктәбенең йылытыу ҡаҙанлыҡтары әҙерлек үтә, йылылыҡ трассаларында йылытыу камералары, йылылыҡ селтәрҙәрен бикләү арматуралары ремонтланып, ревизия үткәрелә. 30 берәмек һыу йылытыу ҡаҙанлығының әҙерлеге тикшерелде. Йәмғеһе 9,3 км оҙонлоҡтағы йылылыҡ селтәрҙәре ҡышҡы миҙгелде өҙөклөкһөҙ сығыуға етди әҙерләнә. Уларҙың әҙерлеге 80 процент тәшкил итә.
Һыу хужалығы эшмәкәрлегенә килгәндә, ҡышҡа әҙерлек барышында беҙҙең ҡарамаҡтағы 48 км арауыҡтағы һыу селтәрҙәре тейешле кимәлгә еткерелә. Йәй буйына ярайһы ғына эштәр башҡарырға булыр ине, әммә коронавирус киҙеүе менән бәйле финанслауҙың кәмеүе бәкәлгә һуға. Шулай уҡ ҡулланыусыларҙың коммуналь хеҙмәттәр өсөн үҙ ваҡытында иҫәпләшмәүен дә билдәләргә кәрәк.
Һыу менән тәьмин итеү объекттарын реконструкциялау инвестиция программаһына ярашлы, йылдың-йылы туҙыу сигенә еткән һыу үткәргестәр яңыртыла килә. 1,2 км һыуүткәргестәр туҙған, ремонт талап ителә. Быйыл Красноусолда 0,987 км оҙонлоҡтағы һыу үткәргес торбаларҙы реконструкциялау планлаштырыла. Атап әйткәндә, М.Горький урамында 490 метр (дөйөм суммаһы - 902 мең һум), Леваневский урамында ике участкала - 293 м (461000 һум) һәм 204 м (334000 һум) оҙонлоҡтағы туҙыу сигенә еткән һыу үткәргес металл торбалар полиэтиленға алыштырыласаҡ. Шулай уҡ һыуүткәргес ҡоҙоҡтар бетонлана һәм уларҙың биктәре ремонтланып, ревизия үткәрелә.
Бынан тыш предприятие ҡарамағындағы 8,9 км оҙонлоҡтағы биологик таҙартыу һәм канализация-насос станцияһын үҙ эсенә алған канализация селтәрҙәре әҙерләнә.
Идарасы компания булараҡ, предприятиебыҙ ҡарамағындағы 21 күп фатирлы йорттоң ҡышҡа әҙерлекле инеүе лә беҙҙең иңдә. Уларҙа йылылыҡ, һыуүткәргес селтәрҙәре узелдары, электр, вентиляция селтәрҙәре, ҡыйыҡтары ремонтлана, йорттарҙың тышҡы күренеше күркәм төҫ ала. Күптән түгел район үҙәгендәге К.Маркс урамының 8-се һанлы күп фатирлы йортонда буяу эштәре атҡарылды.
Предприятиеның артабанғы үҫеш программаһы сараларына килгәндә, Красноусолдағы 2-се һәм 6-сы ҡаҙанлыҡтарҙы техник йәһәттән модернизациялау өлгөрөп еткән мәсьәлә (проекттары әҙер).
Башҡарылған һәм планлаштырылған башҡа эштәр ҡышҡа әҙерлекле инеп, сираттағы йылытыу миҙгелен дә ауырлыҡһыҙ үткәрербеҙ, тигән ышаныс тыуҙыра.