-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
24 Июль 2020, 16:15

“Изгелек йорто” ветерандар һәм инвалидтар өсөн

“Изгелек шишмәһе” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге коллективын ҡотларға була! Күптән түгел ул сираттағы социаль проект конкурсының һайлап алыу турын уңышлы үтеп, 3 млн һумлыҡ федераль грантҡа эйә булды. Төрлө сығанаҡтарҙан берләштерелеп, финанслауҙың дөйөм суммаһы 8 млн 154 мең һум тәшкил итә.

“Изгелек шишмәһе” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге коллективын ҡотларға була! Күптән түгел ул сираттағы социаль проект конкурсының һайлап алыу турын уңышлы үтеп, 3 млн һумлыҡ федераль грантҡа эйә булды. Төрлө сығанаҡтарҙан берләштерелеп, финанслауҙың дөйөм суммаһы 8 млн 154 мең һум тәшкил итә.
“Изгелек йорто: әҙ мәғлүмәтле граждандарға, ауыр сирле кешеләргә һәм уларҙың яҡындарына комплекслы ярҙам” исемле проект сиктәрендә инвалидтарға мәрхәмәтлелек стационар бүлексәһе, оло йәштәге кешеләр һәм деменция менән ауырыусылар өсөн БАБАЙҙар баҡсаһы барлыҡҡа киләсәк.
Ошолар хаҡында ентекләп “Изгелек шишмәһе” Үҙәге директоры Розалия Фәрит ҡыҙы РАХМАНҒОЛОВА таныштырҙы.
Кемделер - стационарға, кемделер - БАБАйҙар баҡсаһына
Был проект кешелеклелек маҡсатын – оло быуын вәкилдәренә ярҙам күрһәтеүҙе үҙ эсенә ала, - тине Розалия Фәрит ҡыҙы. – Алынған аҡсаға яңы социаль учреждение барлыҡҡа киләсәк. Унда алдан уҡытылған хеҙмәткәрҙәр әҙ мәғлүмәтле граждандарҙы һәм өлкән йәштәге, шул иҫәптән деменция менән яфаланыусы кешеләрҙе иғтибар менән солғап алып, хәстәрлек күрһәтәсәк.
Был мөһим социаль объект өсөн бинаны Табын ауылында ҡуртымға алыу планлаштырыла. Инвалид һәм әҙ мәғлүмәтле граждандар өсөн стационар шәфҡәтлелек бүлексәһе 13 койка урынға иҫәпләнеп, тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк. Ә “Бабайҙар баҡса”һы өлкән йәштәге һәм деменция сирле кешеләр өсөн дүрт койка-урын менән көндөҙгө стационар формаһында: эш көндәрендә 8-ҙән 19 сәғәткәсә эшләйәсәк.
- Комплекслы саралар ярҙамында белгестәр сирҙәрҙең көсәйеүен аҡрынайтыуға, билдәләрен бөтөрөүгә һәм сирленең йәшәү сифатын ярайһы яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәктәр. Хеҙмәттәр бында комплекслы: социаль-медицинанан алып санитар-гигиена сараларына тиклем күрһәтеләсәк. 4 тапҡыр туҡландырыу планлаштырыла. Ғөмүмән, йәшәү шарттарын өйҙәгегә яраҡлаштырырға тырышасаҡбыҙ, – тип раҫлай Социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры.
Уның билдәләүенсә, проектты ғәмәлгә ашырыуҙың башланғыс этабында 11 эш урыны булдырыласаҡ. 9 белгесте деменция менән яфаланыусы һәм түшәктә ятҡан сирле кешеләрҙе тәрбиәләү нигеҙҙәренә өйрәтәсәктәр.
Икенсе этапта уларҙы ҡабул итеү буласаҡ. Тәүге мәлдә стационар социаль хеҙмәтләндереү хеҙмәттәре менән 13 әҙ мәғлүмәтле кеше файҙаланыуы планлаштырыла. Һәм тағы ла өлкән йәштәге һәм деменция менән яфаланған 32 кеше яртылаш (өлөшләтә) стационар хеҙмәте менән. Бынан тыш, бындай граждандарҙың туғандарын уларҙы дөрөҫ тәрбиәләргә өйрәтәсәктәр, уларға ла ҡыҫҡа ваҡытлы ял мөмкинлеге бирәсәктәр. 20 кеше оҙайлы ваҡытҡа тәрбиәләүсе системаһы буйынса уҡыясаҡ.
Проблема хәл итеүҙе талап итә
- Деменция менән яфаланыусы, түшәктә ятҡан айырыуса ҡаты сирле кешеләргә бигерәк тә даими тәрбиә талап ителә, - ти Р.Ф.Рахманғолова. - Улар ярҙамға айырыуса мохтаждар. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр Ғафури, Архангел һәм Стәрлебаш районы биләмәһендәге пенсионерҙарҙы, инвалидтарҙы, әҙ мәғлүмәтле граждандарҙы өйҙәрендә хеҙмәтләндереп, бындай граждандарҙы көн һайын күрәләр. Йыл һайын беҙҙең хеҙмәттәрҙән уртаса 950 кеше файҙалана.
Ғафури районында ғына ла пенсия йәшендәге өлкән йәштәге кешеләр һәм инвалидтар 10246 кеше иҫәпләнә. Үҙәк район дауаханаһында өлкән йәштәге әҙ мәғлүмәтле 132 кеше һәм деменция менән яфаланыусы 2 кеше иҫәптә тора.
Быларҙың барыһы ла яңы бүлексәләр булдырыу кәрәклеген иҫбатлай. Ғафури районы биләмәһендә лә, шулай уҡ күрше Стәрлетамаҡ, Ишембай ҡала-райондарында, Стәрлебашта ла дәүләттеке лә, шәхси ҙә ҡарттар һәм инвалидтар өсөн стационарҙар юҡ.
- Деменция һәм инвалидлыҡ – был сирленең үҙенең генә проблемаһы булыуҙан бигерәк, ул үҙ-үҙе менән ни булғанын да, яҡындарына күпме проблема тыуҙырыуын да аңламай, - тип иҫәпләй Розалия Фәрит ҡыҙы. – Тәүлек әйләнәһенә үтә лә ҡатмарлы тәрбиәләү талап ителә, кеше даими ҡарауҙа мохтажлыҡ кисерә. Был осраҡта бындай ғаиләләрҙә үҙ-ара мөнәсәбәттәр боҙола һәм бер-береңде аңламауға килтерә. Сирле кешенең яҡындарына медицинала ғына түгел, ә иҡтисади, социаль һәм психологик йәһәттән ауырлыҡтар менән осрашырға тура килә. Стационар һәм өлөшләтә стационар бүлексәләрен ойоштороу был мәсьәләне хәл итәсәк. Оло кешеләр хәстәрлек һәм “Изгелек йорто” проекты хеҙмәттәрен тулы кимәлдә алып, ғаиләлә йәшәүҙәрен дауам итәсәк, ә уларҙың ғаилә ағзалары бушлай тәрбиәләү күнекмәләренә уҡытыласаҡ һәм психологик бушаныу аласаҡ.

Читайте нас: