+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
24 Июль 2020, 16:50

Тарихың бай, киләсәгең яҡты, йәнтөйәгем!

Ҡарлы ауылына – 100 йыл2020 йылдың июль айында минең тыуған ауылым Ҡарлыға 100 йыл тулды. Мин 1930 йылда ошонда тыуып үҫтем. Әле Өфө ҡалаһында йәшәйем. Әммә йәнтөйәгемде бер ҡасан да онотманым һәм онотмаясаҡмын. ХХ быуат баштарындағы хәл-ваҡиғаларҙы олатайым Ғәлимулла Абдулла улы һәм атайым Сәйфулла Ғәлимулла улы Абдуллиндарҙың һөйләгәндәренән ишетеп беләм. Минең ата-бабаларым, Мораҡ ауылында йәшәп, артабан Ҡарлы ауылына күсеп ултырған Әбделкәримдең нәҫелдәре үҙҙәрен аҫаба ер хужалары тип атағандар.

2020 йылдың июль айында минең тыуған ауылым Ҡарлыға 100 йыл тулды. Мин 1930 йылда ошонда тыуып үҫтем. Әле Өфө ҡалаһында йәшәйем. Әммә йәнтөйәгемде бер ҡасан да онотманым һәм онотмаясаҡмын.
ХХ быуат баштарындағы хәл-ваҡиғаларҙы олатайым Ғәлимулла Абдулла улы һәм атайым Сәйфулла Ғәлимулла улы Абдуллиндарҙың һөйләгәндәренән ишетеп беләм. Минең ата-бабаларым, Мораҡ ауылында йәшәп, артабан Ҡарлы ауылына күсеп ултырған Әбделкәримдең нәҫелдәре үҙҙәрен аҫаба ер хужалары тип атағандар.

Аҫабалар булған ата-бабам...

Мораҡ – Юрматы волосының Ҡармыш түбәһенә ҡараған аҫаба башҡорттары ауылы. XVIII быуат аҙағынан ул этник яҡтан ҡатнаш ауыл булыуы менән билдәле. Ауылда аҫаба башҡорттар, типтәрҙәр (милләт түгел, ә социаль ҡатлам - ерһеҙҙәр, ерһеҙ башҡорт һәм татарҙарҙан сыҡҡандар), татарҙар, сыуаштар йәшәгән.
1918 йылдың июлендә йәйге ҡыҙыу эш мәлендә, бөтөн өлкәндәр яланда бесән әҙерләгәндә, Мораҡ ауылының башҡорт аҫабалары йәшәгән өлөшөндә янғын сыға. 54 хужалыҡ: йорттар, һарайҙар, уның эсендәге малдар янып, юҡҡа сыға. Күптәр бер ҡат кейемдә генә тороп ҡала. Иҫән ҡалған малдарын күрше-тирә ауылдарҙа һарай һәм мунсаға алыштырып, улар ауырлыҡ менән үҙҙәренә яңы торлаҡ төҙөй алған.
Граждандар һуғышы кешегә ныҡлы нигеҙле төҙөлөш алып барырға ирек бирмәй. 1919 йылда аҡтар армияһы сигенгәндә күп кенә аттарҙы, шулай уҡ кешеләрҙе лә көнсығышҡа мобилизовать итә. 1920 йылда иһә, ярайһы ғына тыныс тормош башланғас, аҫаба башҡорттар Кәрим (Әбделкәрим) Мәүлетов, Шәмсетдин Мәүлетов, Әбдрәхим Мәүлетовтың балалары һәм ейәндәре һәм ҡайһы бер ауылдаштары менән берлектә яңы урында ауыл төҙөргә ҡарар итә.

Яңы нигеҙгә күсеү

1920 йылда Кәримовтар нәҫеленән старшина юллауы буйынса Стәрлетамаҡтан ер бүлеүсе килә һәм ер биләмәләре сиктәре билдәләнә. Аҡһаҡалдар кәңәше буйынса ул буласаҡ ауылдың урынын күрһәтә. Был урын Ҡарлы күленән көньяҡ-көнсығышҡа табан ҙур булмаған ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. Ауыл урынын тулыһынса күлдәр: көнбайыштан – Йомрокүл, көньяҡтан – Туҡмаҡкүл, көнсығыштан – Әүәнәшкүл уратып алған. Күлдәр үҙ-ара бәләкәй шишмәләр менән ҡушыла, буласаҡ ауыл-дан төньяҡта ике саҡрым самаһында Ағиҙел йылғаһы аға.
Планға ярашлы, ер бүлеүсе һәр бер ғаиләгә 24 метр киңлектә, 100 метр оҙонлоҡта усадьба билдәләй. Һәр алты усадьба һайын 25 метр киңлектә тыҡрыҡ эшләнә (был төньяҡ һәм көньяҡ елдәр ауылға арҡырыға иҫһен өсөн эшләнгән тип уйларға кәрәк). Ауылдың башланған урыны көнбайышта “ауылдың өҫкө өлөшө” – “үрге яҡ”, ә аҙағы “түбәнге өлөш” – “түбән яҡ” тип аталып йөрөтөлә. Үрге яҡҡа нигеҙҙә Кәримдең (Кәримовтар), түбән яҡҡа – Шәмсетдиндең (Шәмсетдиновтар) балалары һәм ейәндәре килеп ултыра.
Йыйын йыйып, исем һайлап...
1920 йылдың 20 июль тирәләрендә Кәримовтар һәм Шәмсетдиновтар нәҫел-дәре, шулай уҡ уларҙың күршеләре Ҡарлы күленән йыраҡ түгел, Ағиҙел йылғаһы менән ҡушылған урында байрам ойоштора. Һәр кем байрамға хәленән килгәнсә аш-һыу әҙерләп килтерә.
Байрамда бик мөһим бурыс – ауылға исем биреү тора. Кәңәшләшеү һөҙөмтәһендә “Ҡарлы” күленән сығып ауылды ла шулай тип атарға ҡарар итәләр. Был күл яҙ килгәс тә тиҙ генә иремәй, шуға ла унда һәр ваҡыт ҡар ятҡан кеүек тойола. Был заманда алтмыш йорт төҙөргә хәл ителә. Шулай итеп, Ғафури районы Мораҡ ауыл советының Ҡарлы ауылына 1920 йылдың 20 июлендә нигеҙ һалына.

Яңыса тормош

Яңы ауылда йәшәүселәр яҡшы йорттар төҙөй, күпселеге тимер һәм таҡта менән ябылған. 30-сы йылдарҙа ауылда “Ҡарлы” колхозы ойошторола. Тәүге рәйесе итеп Шәрифулла Хәбибулла улы Кәримов (волость старшинаһы Абдулланың ейәне, волость старшинаһы Әбделкәримдең бүләре) һайлана. Ул 1930-1934 йылдарҙа эшләй. 1932 йылдың йәйендә ауылда ҙур янғын була, ике сәғәт эсендә ауыл тулыһынса тиерлек янып, юҡҡа сыға. Әммә, уғата ҙур ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, колхозсылар үҙҙәренә йорт һәм урам ҡаралтыларын төҙөүгә өлгәшә, йәмәғәт, шул уҡ ваҡытта шәхси малдары өсөн мал аҙығы әҙерләй, шулай уҡ баҫыуҙарҙан уңышты ла йыйып ала. Ҡарлылар бик эшһөйәр, егәрле халыҡ. Һуғышҡа тиклем “Ҡарлы” ауылының ике бригадаһында 100-ҙән ашыу ат була. 1935-тән 1940 йылға тиклем колхозға минең атайым Сәйфулла Ғәлимулла улы Абдуллин етәкселек итә. Колхоз 40-сы йылдарға районда иң алдынғы урынды биләй. Иген культураларынан мул уңыш үҫтереп алына. Үҫтереп алынған бойҙайҙан он етештереү өсөн ауылдан ике саҡрым арауыҡтағы Егән йылғаһында һыу тирмәне төҙөлә. Колхозда йәшелсә, шулай уҡ ҡауын (дыня) һәм ҡарбуз үҫтергәндәр. Бал ҡорттары үрсеткәндәр һәм урман байлыҡтарын: үҙағас, һалабашты ла файҙаланғандар. 1939 йылда колхоздың үҙ йөк автомашинаһы була – был заман өсөн ҙур ҡаҙаныш!
40-сы йылдар башында Ҡарлы ауылы янында геологтар нефть эҙләп ҡаҙына башлай. Ул йылдарҙа атайым, Свердловскиҙа юғары партия мәктәбен тамамлаған кеше булараҡ, Ҡарлы ауы-лын, Новотроевка менән Дмитриевка ауылдары колхоздарын үҙ эсенә алған Мораҡ ауыл Советы рәйесе итеп тәғәйенләнә.

Нефть. Һуғыш

1941 йылдың 27 мартында скважинанан нефть урғылып сыға. Нефть табылыу менән ауылда тормош әүҙемләшә башлай. Нефтселәргә йәшәр урын кәрәк була, социаль мәсьәләләрҙе хәл итергә тура килә. Быларҙың барыһы ла промысла етәкселеге һәм ауыл советы рәйесе иңенә төшә. Ике ай үтеүгә Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Йәше еткән бар ир-ат фронтҡа оҙатыла. Ҡарлы ауылында нефть сығарыусы нефтселәр генә ҡала. Уғата ныҡ ауыр шарттарға һәм илдәге ҡатмарлы хәлгә ҡарамаҫтан, Ҡарлы ауылында ҡыҫҡа ваҡытта мәктәп асыуға өлгәшелә, ашхана, дауахана, клуб, торлаҡ өсөн бер нисә ҙур барак төҙөлә, Ағиҙел аша күпер, нефть үткәргес һалына. Ауылдаштарым көндө төнгә ялғап икмәк үҫтерҙе. Һуғыш ваҡытында колхоз рәйесе итеп Владимир Николаевич Иванов тәғәйенләнә. Аттар фронтҡа “саҡырылғас”, нигеҙҙә барлыҡ эштәрҙә ҡарттар, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар һәм һыйырҙар тир түгә. Барыһы ла тик фронт өсөн, Еңеү өсөн эшләнде. Икмәк тулыһынса дәүләткә тапшырылды, бар халыҡ үҙенең баҡсаһы иҫәбенә генә көн күрҙе.
Еңеү көнөн халыҡ, күптәре яҡындарын юғалтыуға ҡарамаҫтан, уғата ҙур шатлыҡ менән ҡаршы алды, һәр кем күҙ йәштәре аша, ниһайәт, еңеү яуланыуына һөйөндө. Әммә алда ҙур ауырлыҡтар көтә ине. һуғыштан һуңғы йылдар еңелдән булманы, сөнки һуғышҡа тиклемгеләрҙең барыһы ла емерелеп бөткән. Нефть сығарыу үҙенең тиҙлеге буйынса бер кимәлдә торһа, ауыл хужалығында иһә хәлдәр бик мөшкөл була. Ауырлыҡтар барлыҡ техниканың туҙғанлығынан ғына түгел, ә һыйырҙар һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙан башҡа колхозда эшсе көстәр булмауҙа. Бер нисә йыл рәттән ҡоролоҡ һәм сүпле баҫыуҙарҙа уңыш булмауы кешеләрҙе һәм етәкселәрҙе төшөнкөлөк хәленә ҡуя. 1946-1948 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Ҡадир Зиннәт улы Миңлебаев колхозға рәйеслек итә. 1948 йылда ҡабаттан колхоз рәйесе итеп Сәйфулла Ғәлимулла улы Абдуллинды һайлайҙар, ул 1951 йылғаса эшләй. “Ҡарлы” колхозы әкренләп көс туплай башлай: техника, аттар һатып алынып, колхоз бер ни тиклем аяҡҡа баҫа. Әлбиттә, төп эшсе көстәр булып һаман да ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарт-ҡоро һәм балалар ҡала. Ауылдың 70 процент тирәһе ир-егеттәре фронттан әйләнеп ҡайтманы, ә ҡайтҡандары иһә яралы һәм ауырыу. Бына шулай һуғыш кешеләрҙе ғәрипләндерҙе.

Күренекле йылдар

50-се йылдар башында колхоздарҙы һәм райондарҙы эреләтеү башланып, “Ҡарлы”ны ла берләштерелгән “Путь Ленина” колхозы менән ҡуштылар, 1966 йылда ул өс колхозға бүленде. Мораҡ, Ҡарлы, Новотроевка һәм Дмитриевка ауылдары “Заветы Ильича” колхозына инеп, уға 12 йыл Рәшит Һиҙиәт улы Ғәлекәйев рәйеслек итә. 23 йыл, 1978-2001 йылдарғаса “БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” Рәмил Сәйфулла улы Абдуллин колхоз рәйесе булып эшләй.

Ауылды данлаған яҡташтар

Ҡарлы ауылынан сыҡҡан бик күптәр тормошта ҙур уңыштарға өлгәштеләр. Мөхәмәт Ғәбиҙулла улы Баҡыев район Советы рәйесе, Ҡыйғы һәм Ғафури райондары КПСС райкомының беренсе секретары вазифаларын башҡарҙы; Әнәс Сәғиҙулла улы Рәхмәтуллин Салауат ҡалаһы машиналар эшләү заводы директоры урынбаҫары, артабан Күмертау ҡалаһына “Искра” заводы төҙөлөшөнә ебәрелә, уны төҙөп бөткәс, 25 йыл завод директоры булып эшләй, БР Юғары Советы депутаты була, атҡаҙанған машина төҙөүсе исемен йөрөтә; Ришат Сәйфулла улы Абдуллин Бохара-Урал газ үткәргестәр төҙөлөшө өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә, Ираҡта хәрби завод монтажлау менән етәкселек итә; Абдулхай Рәхмәтулла улы Ғайсин СССР Юғары Советы депутаты була, Ленин ордены менән наградлана; Рәфил Сәйфулла улы Абдуллин техник фәндәр кандидаты, техник фәндәр докторы, 2003 йылда профессор дәрәжәһенә эйә була, йөҙҙән ашыу баҫма эш, шул иҫәптән өс монография авторы, БР Фәндәр академияһының кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларын яҡлау буйынса диссертация советы составына инә; Рәшит Ғүмәр улы Ғиззәтуллин төҙөлөш тресы начальнигы булып эшләй, Ғафури районында бик күп объекттар төҙөлөшөндә ҙур ярҙам күрһәтә, “БР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе” исемен йөрөтә; Хәмзә Ғүмәр улы Ғиззәтуллин БР иген әҙерләү инспекцияһы начальнигы урынбаҫары булып эшләне; Рәшит Сәйфулла улы Абдуллин “Башэнерго” генераль директоры урынбаҫары вазифаһын башҡарҙы. Ул үҙенең йәнтөйәгенә, “Заветы Ильича” колхозына ҙур ярҙам күрһәтте. Рәшит Сәйфулла улы ҡатнашлығында Мораҡ ауылында заманса мәҙәниәт йорто төҙөлдө. “Почет Билдәһе” ордены менән бүләкләнде, “БР-ҙың атҡаҙанған энергетигы”, “РФ-ның почетлы энергетигы”, “СССР-ҙың энергетика һәм электрификация отличнигы”, “Башэнергоның почетлы етәксеһе” маҡтаулы исемдәренә лайыҡ булды.

Ауылдың юбилейы – бында тыуып-үҫеп, нисәмә йылдар буйына фиҙаҡәр тырыш хеҙмәттәре менән йәнтөйәгебеҙ үҫешенә – сәскә атыуына тос өлөш индергән ауылдаштарыбыҙ һәм уның артабанғы яҙмышы өсөн яуаплылыҡ эстафетаһын ҡабул итеп алыусылар өсөн айырыуса ҡәҙерле байрам. Ауылдаштарыма бар йөрәктән сәләмәтлек, именлек һәм бәхет, тыуған төйәгебеҙ хаҡына барлыҡ эштәрегеҙҙә һәм башланғыстарығыҙҙа уңыштар теләйем.

Рәшит АБДУЛЛИН.
Өфө – Ҡарлы.

Читайте нас: