+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
30 Июль 2020, 20:30

“Аҡбейек”кә етеүсе булманы

Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың 140 йыллығы билдәләнгән йылда ра-йон мәҙәниәт бүлеге башланғысында бихисап конкурстар уҙғарылды. Пандемия шарттарында улар Интернет селтәрендә "Бәйләнештә" төркөмө сәхифәләрендә ойошторолдо. Әйтергә кәрәк, бәйгеләрҙә ҡатнашыусылар бик күп булды.

Мәжит Ғафуриҙың иң билдәле әҫәрҙәренең береһе – “Ҡара йөҙҙәр” трагедияһы буйынса мәҙәниәт бүлегенең методика кабинеты ошо әҫәргә арналған инсталляция конкурсы уҙғарҙы. Уның шарттарына ярашлы, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры репертуарынан “Ҡара йөҙҙәр” спектакленең 1-2 фотоһүрәтен һайлап алып, уға оҡшаш фото – инсталляция – төшөрөргә кәрәк ине.
Бөтәһе был бәйгелә 14 ауыл мәҙәниәт йорто һәм клубы ҡатнашты. Бәйге шарттары тәү ҡарашҡа ғына еңел тойолдо. Ысынында иһә коллективтарға ярайһы ғына эҙләнергә тура килде. Беренсенән, фотолағы актерҙарҙың кейемдәренә оҡшаш костюмдар, реквизиттар табырға, икенсенән, яҡынса булһа ла сәхнәләге биҙәлеште ҡабатларға, өсөнсөнән, артистарҙың йөҙҙәрендәге кисереш-тойғоларын сағыл-дырырға кәрәк ине. Нисек кенә булмаһын, беҙҙең артистар был бәйгелә лә уңышҡа иреште.
Шулай итеп, конкурстың еңеүселәре менән таныштырып үтәм.
I дәрәжә Дипломға Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортоноң “Аҡбейек” халыҡ театры (режиссеры – Асфат Юлбарисов), II дәрәжә Дипломға өс коллектив: Яңғыҙҡайын ауыл мәҙәниәт йортоноң “Мираҫ” халыҡ театры (режиссеры – Рәүилә Мусина), Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙәниәт йортоноң “Ҡараншишмә” халыҡ театры (режиссерҙары – Рәүилә Килмөхәмәтова, Гөлнур Шәйәхмәтова), Юлыҡ ауыл мәҙәниәт йорто коллективы (режиссеры – Нурсилә Ҡасҡынова) лайыҡ булды.
М.Ғафуриҙың 140 йыллығына арналған конкурста ҙур тырышлыҡ һалып, илһамланып сағыу ижад емештәре тыуҙырған ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәре еткереп, эштәрендә уңыштар теләйем.
Елена РЯБОВА,
район мәҙәниәт һарайы методисы.
Читайте нас: