+11 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
30 Июль 2020, 12:00

Аллаһы рәхмәтенә ирешәйек

Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ. Хөрмәтле Ғафури районы мосолмандары! Һеҙҙе Ҡорбан байрамы менән тәбрик итәм!

Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндәге иң ҡыҫҡа сүрәлә былай тигән: “Раббың ризалығы өсөн намаҙ уҡы һәм ҡорбан сал” (“Муллыҡ” сүрәһе 108, 2-се аят). Йәғни, тәүҙә - намаҙ уҡыу, шунан ҡорбан салыу. Ошо көндән башлап беҙҙең ҡорбан салыу өсөн өс көнөбөҙ буласаҡ, өсөнсө көндә ҡояш байыу менән ҡорбан салыу ваҡыты тамамлана. Быйыл 31 июлдән башлап 2 августа ҡояш байыу менән ҡорбан салыу тамамлана.
Аллаһ Тәғәлә әйтә: "Лән йәнәләллаһа лухумуһә үә лә димәәүһә үә ләкин йәнәлуһу тәҡьүә минкүм". Тәржемәһе: "Аллаһуға барып ирешмәҫ ҡорбанлыҡтың ите лә, ҡаны ла. Әммә ләкин күңелегеҙҙәге ихласлыҡ, тәҡүәлегегеҙ барып ирешер". (“Хаж” сүрәһе, 37-се аят). Йәғни кешеләргә күрһәтеү өсөн генә, маҡтанышыу, абруй яулау өсөн, ата-бабаларҙан килгән ғөрөф-ғәҙәт итеп кенә ҡарарға түгел, ә Аллаһ ризалығы өсөн генә булырға тейеш. Ҡорбан салыу – ул оло ғибәҙәт. Ә ғибәҙәттә ихласлыҡ булмаһа, итһеҙ тире йәки йәнһеҙ кәүҙә кеүек була. Шуға күрә ихлас күңелегеҙ, сауапҡа өмөтләнеп, саф күңел, таҙа ниәттәр Аллаһуға барып ирешер.
Ҡорбанды салғанда былай әйтелә: “Бисмилләһи Аллаһу әкбәр, Аллаһумма, һәҙә минкә үә ләкә, Аллаһуммә таҡаббал минни”. Тәржемәһе: “Йә, Аллаһ, был һинән һәм һиңә, минән ҡабул ит!”
Байрам намаҙы 31 июлдә сәғәт 9-ҙа башлана. Битлек, бирсәткә кейеп килеүегеҙ һорала, 35-50 кешегә тиклем.
Ихтирам менән:
Илһам хәҙрәт,
имам-мөхтәсиб.
Читайте нас: