+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
31 Июль 2020, 10:25

Изге байрам менән!

Хөрмәтле район мосолмандары!Һеҙҙе Исламдағы иң бөйөк байрамдарҙың береһе – Ҡорбан байрамы менән ысын күңелдән ҡотлайым!

Был байрам барлыҡ милләт һәм дин кешеләренә лә ғәзиз һәм аңлайышлы булған изгелек, һөйөү һәм үҙ инаныуыңа тоғролоҡ идеяларын кәүҙәләндерә. Ул кешеләрҙе өлкәндәрҙе ихтирам итергә, мохтаждарға ярҙамлашырға, яҡындарың хаҡында хәстәрлек күрергә өйрәтә. Ислам динендәгеләр өсөн ул рухи һәм әхлаҡи таҙарыныу, үткәндәрҙе аңлау һәм киләсәккә пландар ҡороу ваҡыты.
Районыбыҙҙа йәшәүселәр мосолман йолаларын хөрмәт итә һәм ошо бөйөк ваҡиға айҡанлы шатлыҡты ихлас уртаҡлаша, ыңғай үҙгәрештәргә, уңыш һәм бәхеткә өмөт бағлай. Ғафури ерен төйәк иткән халыҡтар араһындағы дуҫлыҡ, үҙ-ара хөрмәт йорттарыбыҙҙа именлек һәм тыныслыҡты һаҡлауға булышлыҡ итеренә ысын күңелдән ышанам.
Ошо изге көндәрҙә барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм сәскә атыуы, барлыҡ изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем!
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: