Һәр дәү-ләттең тормошонда тимер юлы мөһим стратегик роль уйнай. Ышаныслы транспорт артерияһы беҙҙең республикабыҙҙың да төрлө мөйөштә-рен үҙ-ара бәйләп тора.
Үҙ эшенең оҫтаһы булған тимер юлсылар арҡаһында был мөһабәт һәм көйлө механизм аныҡ һәм өҙөклөкһөҙ хеҙмәт итә, пассажирҙар һәм тиҫтәләрсә тонна йөк ташый. Машинистар һәм оҙатыусылар, диспетчерҙар һәм юл эшселәре, дежурныйҙар һәм стрелочниктар, кондукторҙар һәм мастерҙар – һәр береһе айырым-айырым һәм барыһы бергә бер мөһим һәм кәрәкле эште башҡара – ҡорос магистралдәрҙең төҙөклөгөн, тимер юл транспортының өҙлөкһөҙ йөрөп тороуын, йөк ташыуҙың ышаныслылығын һәм пассажирҙар ташыуҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итә. Тимер юлсылар – хеҙмәт һөйөүсән һәм инициативалы, намыҫлы һәм дарманлы, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаусы һәм киләсәккә ышаныс менән ҡараусы кешеләр.
Һеҙгә ҙур яуаплылыҡ, тәртип һәм фиҙаҡәрлек талап иткән эште һайлап, уға тоғро булғанығыҙ, Тыуған илебеҙ хаҡына тимер юлының тотороҡло һәм һөҙөмтәле эшен тәьмин иткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, йылылыҡ, шатлыҡтар, артабанғы хеҙмәт ҡаҙаныштары теләйем! Шыма юлдар, юғары тиҙлек, бөтә ғүмерегеҙ юлында семафорҙың йәшел уты ғына янып торһон. Байрамығыҙ менән!
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.