+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
4 Август 2020, 12:05

Булмышына тоғро ҡалған Бөгөн Ҡауарҙы ауылында йәшәүсе Рим Әхтәри улы Насиров 80 йәшлек олпат юбилейын билдәләй

Кеше ғүмере үҙенең йәшәгән йылдары менән түгел, ә ҡылған эштәре, халыҡҡа күрһәткән изгелектәре, тормошто, йәшәйеште алға ебәреү өсөн һалған тырышлығы, ныҡышмалылығы менән баһаланырға те-йештер. Таныштырасаҡ геройым – Ҡауарҙы ауылында тыуып-үҫеп, ошонда йәшәүсе Рим Әхтәри улы Насировҡа ошондай сифаттар хас һәм ул ғүмеренең 80-се баҫҡысына артылғанда асылына, булмышына тоғро ҡалып, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып йәшәүен дауам итә.

Тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлағас, яҡшы уҡып, теүәл фәндәрҙе үҙ иткән Р. Насиров Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә. 4-се курстан һуң, туған мәктәбенә практикаға ҡайта һәм ошонда эшкә ҡала. Институтты ситтән тороп тамамларға тура килә уға. Хаҡлы ялға сыҡҡансы уҡыусыларға математика, физика, астрономия серҙәрен төшөндөрә. Шахмат менән ҡыҙыҡһыныуы ғүмерлек яратҡан шөғөлөнә әүерелә. Мәктәптә шахмат түңәрәге аса. Ул етәкләгән тап ошо зирәктәр түңәрәген әле булһа маҡтап иҫкә алалар. Шахмат буйынса Ҡауарҙы ауылы командаһының алыштырғыһыҙ ағзаһы ла ул.
41 йыллыҡ педагогик эшмәкәрлеге дәүерендә Рим Әхтәри улына туған мәктәбендә директор, директор урынбаҫары вазифаларын башҡарырға, профком рәйесе булып эшләргә лә тура килә. Ҡауарҙы урта мәктәбен төҙөтөүҙә башлап йөрөй.
Төп – мөғәллимлек эшенән тыш йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай, пропагандист, лектор, төрлө ижтимағи ойошмаларҙың етәксеһе лә ул була. Старосталар мәктәбе барлыҡҡа килгәс, иң тәүге старосталарҙың береһе булып тап Р. Насиров һайлап ҡуйыла. Ул олпат йәшкә етеүенә ҡарамаҫтан, һаман да сафта, әүҙем тормош алып бара. Хәҙер 20 йыллап инде ауылдың ветерандар ойошмаһы рәйесе йөгөн арымай-талмай тартып, оло йәштәгеләр проблемаларын ҡайғыртып йәшәй. Заманында мәсет һалдырыуҙа яҡындан ҡатнаша.
Мәктәптә һәм ижтимағи тормошта әүҙемлеге менән айырылған Рим Әхтәри улы республика уҡытыусыларының VI съезына һәм Башҡортостан мосолмандарының V съезына делегат булып бара. Уҡытыусы-ветеран фиҙаҡәр хеҙмәте, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыуы өсөн “Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы” тигән маҡтаулы билдәгә лайыҡ була. РСФСР Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә. Район Советы, хакимиәте, ветерандар советы, мәғариф бүлеге тарафынан бирелгән Маҡтау грамоталарының иҫәбе-һаны юҡ.
Ауылдаштарының ихтирам-хөрмәтен яулаған шәхес ул. Яуаплы һәм вазифалы урындарҙа эшләү өсөн, әлбиттә, тылыңдың ныҡ булыуы кәрәк. Ә Рим Әхтәри улының тылы ныҡ. Ғүмерлек тормош юлдашы – Һабай ауылы ҡыҙы Тәнзилә Исхаҡ ҡыҙы һәр саҡ уның терәге, таянысы. Быйыл уларҙың яҙмыштарын бер бөтөн итеп йәшәй башлауҙарына ла - 55 йыл. Балалар баҡсаһы мөдире булып эшләп, хаҡлы ялға туҡтаған Тәнзилә апай ҡәҙимге тормошта һәйбәт ҡатын, егәрле, бөтмөр хужабикә, хәстәрлекле инәй, әсәй, өләсәй, ғаилә усағын һаҡлаусы, сынъяһау донъяларының йәме-нуры ла. Насировтар 5 бала тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. Ул-ҡыҙҙары Ирек, Айгүзәл, Ләйсән – Өфөлә, Айгөл – Стәрлебашта, Айнур ғаиләһе менән Красноусолда төпләнгән. Ейәндәре лә бишәү, кемеһе аспирантурала, кемеһе магистратурала, береһе юридик факультетта уҡый, береһе әлегә мәктәп уҡыусыһы олатай-әсәйҙәренең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, бик яҡшы уҡыйҙар. Балаларының уңыштарына һөйөнөп, бер-береһен ихтирам итеп ғүмер кисерә улар.“Табын” район гәзитен уҡыусыларға иһә Рим Насиров мәҡәләләре аша таныш. Уларҙа күренекле ауылдаштары, һәйбәт кешеләр тураһында һөйләй ул. Үҙ-ара аңлашып, бер-береңә терәк-таяныс булып йәшәү, татыулыҡ тантана иткән Насировтарҙың тормош юлы күптәргә өлгө булырлыҡ.
Читайте нас: