Һәр ҡайҙағыса, Юлыҡ ауылында ла был изге байрам бик күркәм үтте. Байрам уңайынан ауыл мәсетенән аҙан тауышы яңғыраны. Быйыл билдәле сәбәптәр арҡаһында Ҡорбан байрамын күмәкләп, изге йорт – мәсеткә йыйылып уҙғарыу ҙа, ғәйет намаҙына күмәкләп баҫыу ҙа булманы. Ауылдың имам-хатибы Салауат хәҙрәт Юлыҡов бер нисә йәш һәм оло кеше менән генә намаҙ уҡыны.
Ауылда ҡорбан салдырырға теләүселәр бик күп (биш тиҫтәләп) булды. Был ғәмәл дә элеккесә мәсет урамында түгел, ә һәр кем үҙ ихатаһында имам-хатип ҡатнашлығында салдырҙы. Берәүҙәр туғандарын, яҡындарын йыйып, әрүахтар рухына Ҡөрьән уҡытып, ҡорбан ашынан ауыҙ иттерһә, бәғзеләр ҡорбан итен имам-хатип менән берлектә оло кешеләргә, мохтаждарға таратып бирҙе. Юлыҡтар мосолмандар өсөн тейеш булған изге ғәмәлде үтәп, үҙҙәренә ҙур сауап алды. Ғөмүмән, һәр тарафта байрам бик мөбәрәк үтте.