+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
4 Август 2020, 19:45

Кешеләр ҙә – йылға кеүек...

Берәүҙәр, тау йылғаһылай, ажғырып, таштан-ташҡа сайҡалып, сәсрәп аға. Ә икенселәр, ағышынан кинәнес табып, талғын ғына алға ынтыла. Сайпылмағас, һыуы ла һәр саҡ мөлдөрәмә тулы уның, эргә-тирәһен тылсым шифаһы менән һуғарырға ла ҡеүәте етә. Шундай талғын, әммә ҡеүәтле йылғаға оҡшаған Рәмзиә Ғайса ҡыҙы Монасипованың ғүмер ағышы.

Ауылға килеп еткәнсе бер нисә тау шишмәләре, яҙғы-көҙгө йырғанаҡтар ҡушылып тулыланған Мәндем йылғаһы һыуын эсеп үҫкән Рәмзиә Ғайса ҡыҙына Мәндем ауылынан да йәмле ер юҡ кеүек. Ошо йылға ярында таш сәсрәтеп уйнап, көйәнтәләп һыу ташып буй еткерә ул. “Ҡыҙҙың аҫылы йыраҡ китмәй”, тип ауылдашы Сала-уат Монасиповҡа кейәүгә сыға, йылғаның ярында ғына урынлашҡан төп йортҡа килен булып төшә. Мөхәббәт емеше булып тыуған ике ҡыҙының да йүргәктәрен Мәндемдең һыуында йыуырға яҙа.
Уҡытыусы һөнәрен үҙләштергәс тә тыуған ауылына ҡайтып, көн дә ошо йылға аша һалынған күпер аша мәктәпкә йөрөп, балаларға белем бирә, тел нескәлектәренә өйрәтә. Бында беренсе аҙымдарын, беренсе асыштарын яһай һәм беренсе уңыштарға ирешә. Тел белгесе булараҡ тәҗрибә туплай, өлкән хеҙмәттәштәренән өйрәнә, үҙ һорауҙарына теүәл яуаптар эҙләй, һәм, иң мөһиме, эшләргә ярата.
Эшен теүәл башҡарған мөғәллимәне районыбыҙ үҙәгендә яңы ғына асылған гимназияға эшкә саҡыралар. Йылдар йырағайған һайын, шул замандарҙағы яңы төр белем усағын асыуҙа булған ауырлыҡтарҙы нисек йырып сығыуҙарына әйләнеп ҡарап, баш сайҡарға ғына ҡала – уҡыусыларҙы йыйыу, уҡытыусыларҙы бер коллектив итеп туплау, тәүге уҡыу йылынан уңышҡа көйләнеп эшләп китеү, милли мәктәптәр араһында үҙ йөҙөңдө табыу еңел генә бирелмәй. Эшләгәнгә эш ҡарышмай, әлбиттә. Көндәлек тырышлыҡ, теүәллек һораған уҡыу эштәре буйынса директор урынбаҫары хеҙмәтенән йәм һәм тәм табып эшләп алып китә Рәмзиә Ғайса ҡыҙы. Эшкә башкөллө сумғанда район үҙәгенә күсенеү мәшәҡәттәре, яңы ергә ерегеү ҙә еңел кисерелә.
Илһөйәр һәм телһөйәр Рәмзиә Ғайса ҡыҙының башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре – әхлаҡ, зирәклек белеме, кешелек үрнәге дәрестәре. Унан “гимназия даны”, “беҙҙең гимназиябыҙ”, “беҙҙең коллектив” һүҙҙәрен йыш ишетергә тура килә. Шулай булмай ни: гимназияның асылған көнөнән алып хаҡлы ялға сыҡҡансы ул ғүмерен ошо белем усағына арнай. Эш һөйгәнде ил һөйгән – уның намыҫлы хеҙмәте «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеме, «Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы» билдәһе менән баһаланған.
Эш менән үткән ғүмер — алтын ғүмер. Рух, милли ғорурлыҡ Рәмзиә Ғайса ҡыҙының тормошон мәғәнәле, мәртәбәле, бай итә. Оҙаҡ йылдар "Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһенең етәксеһе булып эшләү дәүерендә күпме ҡәләм тибрәтеүсегә ижад ҡомарын дөрләп ҡабыҙырға ярҙам итте лә, күпме әҙәби кисәләр, осрашыуҙар ойошторҙо, берекмә ағзаларының ижад емештәрен ҡат-ҡат тикшерҙе икән ул?! Булмышы менән бик талапсан, эшен аҙағына тиклем алып барып еткереүҙе күңел талабы итеп ҡабул иткән шағирә, күпселек үҙенең ижадын да артҡы планға күсереп, бихисап яҡташ ижадсыларының тәүге китаптарын ҡулдарына алыу ҡыуанысын яҡынайтты. Рәмзиә Ғайса ҡыҙы киң эрудициялы, ҡыҙыҡһыныусан, иғтибарлы һәм ғәйәт ҙур һүҙ байлығына эйә булыуы, шулай уҡ телдең бар нескәлектәрен белеүе менән үҙе лә башҡаларға үрнәк булып тора.
Тынғыһыҙ мәктәп эшенән хаҡлы ялға сығып өйҙә генә ултырыуҙы өнәмәгән әүҙем йәмәғәтсе “Ағинәйҙәр ҡоро” район ойошмаһын етәкләп, уның эшен әүҙемләштереп тә ебәрә. Рәмзиә Ғайса ҡыҙының ойоштороу һәләте район ағинәйҙәрен бар республикаға таныта - аҡыл һорап килеүсегә аҡыл бирер, кәңәш итеүсегә ярҙам итеп ебәрер оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар ауыл халҡын яҡшы, әҙәпле, иманлы, ынтылышлы, маҡсатлы йәшәргә саҡырып, сығыштар яһап, төрлө саралар үткәреп торалар, хатта хәҙер тормоштарын башҡаса күҙ алдына ла килтермәйҙәр. Үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамаған ағинәйҙәр йәмле Еҙем буйында республика ағинәйҙәр ҡорон үткәрергә лә, мөнәжәттәр башҡарыу конкурсында ҡатнашып мәртәбәле урындар алырға ла, милли кейемдәребеҙҙе, халыҡ кәсеп-шөғөлдәрен тергеҙергә лә ваҡыт таба, рух, дәрт, тәжрибә, ҡот менән бүлешеп йәшәй. “Ағинәйҙәр ҡоро” етәксеһе иң әүҙем, иң өлгөр ағинәйҙәргә иҫтәлекле бүләктәр, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырып, уларҙы һанлап тора, оло маҡсаттарға дәртләндерә.
Бына шулай күңелендәге ҡуҙҙан башҡаларға ла осҡон өләшеп, ғәмһеҙҙәрҙе уятып, рухландырып, сәмләндереп йәшәй Мәндем ҡыҙы. Төрлө сараларҙа үҙен өлгөр, яғымлы, сабыр, киң күңелле итеп танытҡан йәмәғәтсе өйөндә, балаларын, ел-дауыл ҡағылдырмай, ҡарсығалай ҡурсалаған көслө, хәстәрлекле, наҙлы әсәй ул. Башҡаларға көнләшмәй, әммә үҙ бәхет ҡошон да ситкә ебәрмәй, татыулыҡта һәм ихласлыҡта көн иткән Монасиповтарҙың ғаиләһенә һоҡланмау мөмкин түгел.
Тормоштарының йәме, йәшәүҙәренең мәғәнәһе булған ҡыҙҙары Әлфиә менән Лилиәне «һеҙ бөтә яҡтан өлгө булырға те-йеш» тип үҫтерә улар. Ысынлап та, бөгөн улар тормошта үҙ юлдарын табып, бәхетле ғаиләләр ҡороп, тирә-яҡтағыларына шатлыҡ-ҡыуаныстар таратып йәшәй. Оло ҡыҙҙары Әлфиә әсәһенең династияһын дауам итеүсе – Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында тәрбиәсе булып эшләй, оҫта ҡуллы, ярҙамсыл һәм ихлас күңелле тормош иптәше Земфир менән ике ул һәм бер ҡыҙ үҫтерәләр. Икенсе ҡыҙҙары Лилиә лә тәүҙә уҡытыусылыҡ һөнәренә уҡып сыҡһа ла, артабан медицинаға тартыла, БДМУ-ла белем алғандан һуң, Рес-публика һуғыш ветерандары клиник госпиталендә терапевт булып эш башлай, артабан бик кәрәкле гериатр һөнәрен үҙләштерә. Кейәүе Заһит та табип - Өфө районы поликлиникаһында невролог булып эшләй. Шәнгәрәйевтарҙың татыу ғаиләһендә ике ул һәм ике ҡыҙ үҫә – әлеге заманда йәш ғаиләнең ырамлы эш менән ишле ғаиләне бергә тартыуҙары күптәргә өлгө булырлыҡ.
“Китапты һыу кеүек эскән”, китап “ене ҡағылған” Салауат ағай ҙа хәләл ефетенең әҙәбиәткә, йәмғиәт эшенә ынтылышын аңлап тора, унан бигерәк кәрәк еренә ел кеүек елдертеп алып бара, хужалыҡ эштәрен иңдәренә алып, ейәндәрен ихлас ҡараша. Өйҙәрендә лә уларҙың һәр нәмә үҙ урынында, зауыҡ та, йылылыҡ та бар. Ғаилә ағзаларының һәр береһе Рәмзиә еңгәбеҙгә генә ҡарап торған кеүек, сөнки уның ихласлығы, күңел йылыһы барыһына ла етә. Уның балаларына, туғандарына, уҡыусыларына булған мөнәсәбәте, һәр береһенә йән йылыһын йәлләмәй өләшеүе һоҡландыра.
Нәҫелебеҙҙең алтын бағанаһы ла ул беҙҙең – оло һәм бәләкәй эштәребеҙ, хәстәрҙәребеҙ уның аҡыллы кәңәшенә, төплө аҡылына таянып эшләнә. Арабыҙҙа иң олоһо булараҡ, туғандарҙы бергә туплау, ойоштороу, уҡмаштырыу ҙа уның иңендә. Уның ипле һүҙенә, кәрәк саҡта шиғри рифмаға әүерелгән уй-фекерҙәренә мохтажбыҙ. Бергә йыйылған саҡта бер-беребеҙгә әйтелгән йылы, матур, күңел түренән сыҡҡан йылы һүҙҙәр - бергәлегебеҙҙең, берҙәмлегебеҙҙең бер матур күренеше – был да Рәмзиә Ғайса ҡыҙының күп аҡыл һатмай ғына беҙгә өйрәткән тормош дәресе.
Ысынлап та, тәрән үҙән тултырып, тыныс ҡына, һәлмәк аҡҡан Мәндем йылғаһына тартым Рәмзиә Ғайса ҡыҙының тормош юлы. Тау-таш ярып, ярһып аҡҡан тау йылғаһы бара-тора мул һыулы, тәрән ятыулы йылғаға әүерелә. Бар яҡтан да һәләтле, тырыш, егәрле, көслө ихтыярлы еңгәйебеҙҙең йәненә тере һыу өҫтәгән өс ҡәҙерле шишмәһе бар: береһе – һөйөклө балалары, икенсеһе – ғүмер буйы яратып башҡарған эштәре, өсөнсөһө – яратҡан шөғөлө, әҙәбиәт донъяһы. Киләсәктә лә ошо өс шишмә, бер бөтөн булып, Рәмзиә Ғайса ҡыҙының күңеленә һиллек, тормошона дәрт, яңы үрҙәргә талпынырҙай көс-ҡөҙрәт биреп торһон.
Гөлсөм Монасипова.
Читайте нас: