+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
5 Август 2020, 17:25

Яугирҙарға мәңгелек дан!

Һуғыш башланыу менән минең ике ағайымды ла беренсе көндән үк һуғышҡа алғандар. Оло ағайым Моталлап Әхәт улы Хәкимов Өфөнән һуғышҡа киткән (шунда эшләп, ғаилә ҡороп, 2 бала үҫтереп, педагогия техникумында уҡытып йөрөгән) ә бәләкәйе Абдулхаҡ Ленинград фронтына эләккән.

Һәм оло ағайым 112-се Башҡорт атлылар дивизияһында Шайморатов генералдың политчасть буйынса урынбаҫары һәм “Ҡыҙыл атлылар” исемле хәрби гәзит редакторы булып хеҙмәт иткән. Ул гәзиттәр шкафта күп ята ине. Ләкин бер кейәүе менән оло ҡыҙы Мәскәүгә алып киттеләр ҙә, юҡ булды.
Бына был һүрәттә ағайым корреспондентский машинала ултыра. Ләкин ул машиналарына бомба төшә, эсендә булған шоферы, тағы 2 корреспондент ҡайһыһы яраланып, ҡайһыһы шунда уҡ үлә.
Беҙҙең бәхе-тебеҙгәлер инде, ағайым иҫән ҡала. Улай ғына ла түгел: һуғыштан бер яраһыҙ, капитан званиеһында, орден һәм миҙалдар менән ҡайтып керә. Һөйләй торған ине: “Беҙ, корреспонденттар, ҡуйын дәфтәре һәм ҡәләм менән һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта йөрөнөк, шунда материал йыйҙыҡ, тиҙ арала “боевой листок” сығарҙыҡ. Ә күп ваҡыт ҡорал тотоп немецтарға ҡара-ҡаршы тороп һуғышырға ла тура килде," - тип.
Һуғыш бөткәс тә, ағайымды ҡайтарҙылар һәм типографияла корреспондент, тәржемәсе итеп ҡуйҙылар. Сөнки ул юғары белемле ине. Мин 5-се кластан 10-сы класҡа тиклем ағайымдың китаптарында уҡыным.
Ҡайһы берәүҙәр: “Был Ғәлиә әллә ҡайҙа үҫеп-йәшәгән ағаһын ниңә беҙҙең гәзиттә яҙа икән”, - тип уйлар. Сәбәбе – хәҙер нисәмә йылдар минең йөрәгемде әрнеткән фажиғәлә. Немец пуляһынан һаҡланып ҡала, ә тыныс тормош ваҡытында пенсияға сығып, миңә, Үтәккә, ҡунаҡҡа килгәндә (5 км ғына ҡала, Игенселәр ауылы янында ғына) колхоз машинаһы ағайым ултырған сана өҫтөнә менеп, тапап үлтерә. Юрый түгел инде, эскән булғандар, ләкин был уларҙы аҡламай.
Ә бына бер нәмәне онотҡанмын, ағайым хеҙмәт иткән дивизияла минең ут күршем, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәм үҙем менән мәктәптә күп йылдар завхоз булып эшләгән Әхмәтғәли Әхмәҙи улы Мөхәмәтйәнов ағай шул Шайморатов генералдың атлылар дивизияһында ат ҡараусы булып хеҙмәт иткән. Һәр Еңеү байрамында Әхмәтғәли ағайҙы Өфөгә осрашыуға алып баралар ине.
Шулай итеп, ағайым пенсия ла күрә алмай, һуғыш ветерандарына күрһәткән хөрмәттәрҙең береһен дә күрмәй, тыныс тормош ваҡытында иҫеректәр арҡаһында үлеп китте.
Ғәлиә БӘШИРОВА,
мәғариф ветераны, халыҡ мәғарифы алдынғыһы.
Үтәк ауылы.
Читайте нас: