+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
7 Август 2020, 13:35

Интернатым - пар ҡанатым, һиңә ҡайтам ҡанат ҡағып...

25 июлдә Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында 20 йыл элек ошо белем усағын тамамлаусылар яратҡан уҡытыусылары һәм тәрбиәселәре менән осрашыуға йыйылды.

Улар - 2000 йылғы сығарылыш уҡыу-сылары. Ә был йыл гимназия тарихында һынылыш йылы булараҡ иҫтә ҡалды: уҡытыу-тәрбиә эшендә яңы йүнәлештәр, технологиялар барлыҡҡа килде, 11-се класты 20 уҡыусының алтауһы көмөш миҙалға тамамланы, 19-ы юғары уҡыу йортона уҡырға инде, район һәм республика олимпиадалары һөҙөмтәләре буйынса гимназия район мәктәптәре араһында 1-се урынға сыҡты һәм белем, тәрбиә биреү сифаты буйынса "Йыл мәктәбе" исеменә лайыҡ булды.
Өлгәшелгән уңыштарҙа осрашыуға килгән уҡыусыларҙың да өлөшө баһалап бөткөһөҙ ине.
Улар әле лә уңышлы. Мәҫәлән, мәктәп йылдарында төрлө кимәлдә шахмат буйынса еңеүсе булараҡ дан алған Гөлназ Вахитова бөгөнгө көндә Өфө банктарының береһендә әйҙәүсе белгес, сәхнә йондоҙо - оҫта ҡурайсы һәм йырсы Илгиз Муллағолов Себер Интернет Компанияһында баш белгес, Илшат Мәхмүтов Башҡортостан дәүләт юл хәүефһеҙлеге идаралығында өлкән инспектор, өсөһө лә икешәр юғары белемгә эйә. Ләйсән Вилданова Санкт-Петербургта "Эпиграф" типографияһының генераль директоры. Ҡыҫҡаһы, һәр уҡыусыбыҙ тормошта үҙ урынын тапҡан, ғаилә ҡорған, икешәр-өсәр бала тәрбиәләй, ерҙә ныҡ баҫып тора. Класташтар араһында табиптар, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, төрлө тармаҡ етәкселәре, һөнәр эйәләре, эшҡыуарҙар бар. Уларҙың бөтәһен дә мәктәп йылдарында барлыҡҡа килгән дуҫлыҡ, белем биргән уҡытыусыларына ихтирам, икенсе әсәләре булған тәрбиәселәренә һөйөү берләштерә.
Түңәрәк өҫтәл артында осрашыуға килгән гимназияның тәүге директоры Дәриғәт Рәхимовҡа, класс етәкселәре Рәмзиә Ғайса ҡыҙына, тәрбиәселәре Гөлсирә Мөхәмәт ҡыҙына, уҡытыусылар Руфина Сухоруковаға, Зәйтүнә Шириаздановаға, Сара Шәриповаға, Флүрә Ҡаранаеваға тарих, химия, биология, физика фәндәре буйынса төплө белем биреүҙәре өсөн оло рәхмәттәрен еткерҙеләр, йыр-бейеүҙәре менән ҡыуандырҙылар, матур орхидея гөл-сәскәләре бүләк итеп шатландырҙылар.
Гимназия директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы сығыш яһап, һәр мәктәптең төп байлығы рухлы, белемле уҡыусылары икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, осрашыуға килгән гимназистарыбыҙ йөҙөндә Башҡортостаныбыҙҙың эшлекле, илһөйәр киләсәген күреүен белдерҙе, мәктәп ишегенең ҡәҙерле ҡунаҡтар өсөн һәр ваҡыт асыҡ икәнлеген еткерҙе.
Осрашыуҙан йәшәүгә илһам алып, уҡыусыларыбыҙға бәхет, һаулыҡ, уңыштар теләп айырылыштыҡ.
Рәмзиә МОНАСИПОВА.
Читайте нас: